Гимназиябыҙҙа һәләтле балалар бик күп, моңло итеп йырлаһындармы, өҙә баҫып бейеһендәрме, ҡурай, баян, скрипкала кɵй һуҙһындармы, гитара ҡылдарын сиртеп уйнаһындармы - барыһы ла уҡыусыларыбыҙҙың ҡулынан килә . Ошо таланттарҙың һәләтен тағы ла үҫтереү, йәш быуындың йыр-моңға һәләтен асыҡлау өсөн 13 ноябрь көнө йылда үткәрелеп килгән, хәҙер инде традицияға әйләнгән «Гимназия ынйылары» конкурсы булып үтте. Һәр бер ҡатнашыусы бик ныҡ әҙерләнгән ине. Жюри ағзалары составында «Аҡйондоҙ» өлгөлө балалар ансамбле етәксеһе Таҡалов Алмаз Илфат улы, Әҙеһәм Искужин исемендәге ҡурайсылар ансамбле етәксеһе Баймырҙин Вәсил Ришат улы, «Гәлсәр» вокал ансамбле етәксеһе Хисамутдинова Светлана Радик ҡыҙы, «Аманат» фольклор ансамбле етәксеһе Әхмәтғәлиева Наилә Булат ҡыҙы, 10е класының тәрбиәсеһе Фахретдинова Раузалия Раян ҡыҙы булды, улар бәйгеселәргә ғәҙел баһалар ҡуйҙы һәм еңеүселәрҙе билдәләне.
Бейеү буйынса
Гран- при Мɵхәмәтова Камилала булды,
I урынды – Хәсәнова Наҙгɵл; Хоҙайбирҙинә Әҙилә;
Il урынды –Сирбаев Асҡар;
Ill урынды Ҡүскилдина Гөлназ менән Вәлишина Алтынай алды.
Йыр номинацияһында
I урынға –Рәхмәтов Йософ; Астанова Нәркизә;
Il урынға –Лоғаманов Фиҙел; Садыҡов Асҡар;
Ill урынға -Булатова Арина, Шәкирова Рушания, Әхтәмова Азалия сыҡты.
Музыкаль инструменттар буйынса
Гран-при- Моратов Әнүәргә бирелде.
I урында –Төхвәтуллин Тимур; Әтйетәров Шамил.
Йәш артистарға актив ҡатнашҡандары өсөн ҙур рәхмәт әйтәбеҙ һәм байрамды ойоштороусылар, тәрбиәсәләр Фәниә Рәфҡәт ҡыҙы Мирғәлиеваға, Илүзә Нуриман ҡыҙы Ҡолсонбаеваға киләсәктә эштәрендә уңыштар теләйбеҙ!
#БРГИ1имениРамиГарипова#МинобрнаукиРБ#ОбразованиеБашкортостана#брги1