MXStat
MXStat
Введите текст для поиска
Расширенный поиск каналов
  • Вход на сайт
  • Каталог
    Каталог каналов Региональные подборки Поиск каналов
    Добавить канал
  • Рейтинги
    Рейтинг каналов Рейтинг публикаций
    Рейтинги брендов и персон
  • Аналитика
  • Поиск по публикациям
  • Мониторинг Max
МАОУ «Башкирский лицей № 136 имени М.Искужина» г. Уфы

6 Oct, 08:08

Открыть в Max Поделиться

Prev Next
🎵1 октябрь көнө лицейыбыҙҙа Башҡортостан Республикаһының дәүләт ҡурайсылар ансамбле ҡатнашлығында тылсымлы концерт ойошторолдо! Был матур сара бер үк ваҡытта бер нисә мөһим һәм күркәм байрамды үҙенә берләштерҙе.
🗓 Беренсенән, 1 октябрь — Халыҡ-ара ололар көнө. Көҙҙөң был йылы көнөндә беҙ оло быуын вәкилдәренә — яратҡан өләсәй-олатайҙарыбыҙға, хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙға тәрән рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
🎼 Икенсенән, был көн бөтә донъяла Халыҡ-ара музыка көнө булараҡ билдәләнә. Музыка — сиктәрҙе белмәгән, күңелдәрҙе берләштергән оло көс. Ҡурайсылар ансамбле башҡарыуындағы боронғо оҙон көйҙәр һәм заманса йырҙар тамашасыларҙы ысын музыка сәнғәтенең үренә алып менде.🌿 Бынан тыш, был осрашыу республикабыҙҙа яҡынлашып килгән байрамға — Ҡурай көнөнә тамашасыларҙы рухи яҡтан әҙерләне. Милли ғорурлығыбыҙ булған ҡурай ҡоралының бөйөклөгөн йәш быуынға еткереү — бөгөнгө көндә иң мөһим бурыстарҙың береһе.
✨Фольклор ҡомартҡыбыҙҙы һаҡлаусы һәм үҫтереүсе ҡурайсылар ансамбленә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм яңы ижади уңыштар теләйбеҙ! Ныҡлы сәләмәтлек, ил тыныслығы һәм һәр өйҙә ҡурай моңо тынмауын теләйбеҙ! 🕊✨

303 8
Каталог
Каталог каналов Подборки каналов Поиск каналов Добавить канал
Рейтинги
Рейтинг каналов Max
Контакты
Написать в Max Написать в Telegram Написать на почту
Всякая всячина
Пользовательское соглашение Политика конфиденциальности
Наши каналы
MXStat в Telegram MXStat в Max
Наши боты
MXAuthBot MXAnalyticsBot
Made by TGStat