Бөгөн 5В класы уҡыусылары класс етәкселәре Рәсимә Хәмис ҡыҙы менән Башҡорт тирмәһендә ҡунаҡта булды.
Зауыҡ менән биҙәлгән тирмә эсендә балаларҙы йылы ҡаршы алдылар,хуш еҫле тәмле сәй менән һыйланылар.Унан тыш тирмә хужаһы Инвир Хисаметдинов балаларға боронғо башҡорттарҙың көн-күреше тураһында һөйләне,самауыр ҡайнатырға өйрәтте, күңелле, милли уйындар үткәрҙе.
Балаларға бигерәк тә милли кейемдәр кейеп, фотосессия эшләү оҡшаны.
Бындай саралар балаларға үҙ халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен яҡыныраҡ танырға ярҙам итә. Балалар бик ҡәнәғәт ҡалды.