2А класы уҡыусылары уҡытыусылары Гөлфиә Сәғәҙей ҡыҙы менән "Китап" нәшриәтенең магазинында ойошторолған "Урал батырҙа ҡунаҡта" исемле китаптың исем туйында булып ҡайттылар. Китаптың идея авторы Әлфиә Теләмова. Уҡыусылар "Урал батыр"эпосы буйынса викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр, уйын уйнап, Һомай образы менән бергә бейеп тә алдылар. Матур һүрәттәре, интерактив өҫтәлмәлеге булған китап балаларға бик оҡшаны.