Күңел һәр саҡ йәш!
Ишембай ҡалаһындағы Милли мәҙәниәттәр үҙәгенең «Аманат» башҡорт фольклор коллективы «Торатау» баҫмаһына киләһе йылға яҙылыуға дәррәү ҡушылды.
Репетицияға килгән артистар редакция журналистарын милли кейемдәрҙә ҡаршылап, музыка ҡоралдарында дәртле уйнап һәм бейеп күрһәтте. Әйткәндәй, «Аманат» коллективы менән редакция яҡындан таныш – бешкән ер еләгендәй һылыу апайҙар баҫманың 25 йыллыҡ юбилейы уңайынан ойошторолған таҡмаҡтар конкурсында ҡатнашҡайны.
Ҡунаҡ ашы – ҡара-ҡаршы, тиҙәр. «Торатау» гәзитенең баш мөхәррир вазифаһын башҡарыусы Гөлназ Ғиниәтуллина апай-ағайҙарҙы Халыҡ-ара ололар көнө менән ҡотлап, мәҙәни мираҫты һаҡлауға тос өлөш индергәндәре өсөн Рәхмәт хаты һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.