Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2026 йылғы лауреаттарға Салауат Юлаев премияларын тапшырҙы
Премияға
композитор, 400-ләп йыр, баллада һәм романс авторы Рим Мәхмүт улы Хәсәнов – милли йыр сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн;
режиссер Илшат Мәғәфүр улы Фәхертдинов – халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм республика кимәлендәге күләмле сараларҙы тормошҡа ашырыуға ҙур өлөш индергәне өсөн;
яҙыусы Мөнир Сәхиулла улы Ҡунафин һәм режиссер Рөстәм Милләт улы Хәкимов – Милли йәштәр театрында ҡуйылған «Бер ғүмер етмәй икән» спектакле өсөн;
Владимир Геннадьевич Лобанов, Рөстәм Аяз улы Хәсәнов, Фирдант Сәлимйән улы Нуриәхмәтов, һәм Илгиз Фазылйән улы Фәйзуллинды берләштергән ижади төркөм – Стәрлебаш районындағы «41-ҙең ҡатын-ҡыҙҙары» һәйкәле өсөн.
👏 Лауреаттарҙы ихлас ҡотлайбыҙ, артабан да Башҡортостанға ең һыҙғанып хеҙмәт итеүҙәрен теләйбеҙ!