«АҠБУҘАТ» ЖУРНАЛЫ


Гео и язык канала: Россия, Татарский
Категория: Семья и дети



Гео и язык канала
Россия, Татарский
Категория
Семья и дети
Статистика

Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Һеҙҙең яҡта һауа торошо нисек?

Әбйәлилдә Ҡар бабай әүәләрлек ҡар яуған.

Видео: "Башҡорт ауылындағы тормош" төркөмөнән.




Ҡәҙерле уҡытыусылар!💐

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ауыр һәм яуаплы эшегеҙҙә уңыштар, ғаилә бәхете, ижади уңыштар теләйбеҙ! Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ, тырышлығығыҙ өсөн иң ихлас рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе белдерәбеҙ!

Фиҙакәрлек, тоғролоҡ, яуаплылыҡ өлгөһө булған вазифағыҙҙа уңыштар, түҙемлек, ныҡлы һаулыҡ һәр саҡ таянысығыҙ булһын! 🌺


Байрамығыҙ менән, олатай һәм өләсәйҙәр!

1 октябрь - Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө. Уның рәсми булмаған исеме лә бар: изгелек һәм ихтирам көнө.
Был иҫтәлекле датаның маҡсаты - оло йәштәге кешеләргә иғтибар, ихтирам күрһәтеү һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткереү.

Беҙҙең кескәйҙәрҙе тәрбиәләүҙә оло быуын кешеләренең өлөшө әйтеп бөткөһөҙ ҙур. Рухлы, моңло, аҡыллы, изге күңелле олатай һәм өләсәй ҡарамағында тәрбиәләнгән бала - бәхетле бала.
Шуға күрә лә олатай һәм өләсәйҙәргә оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ!

"Аҡбуҙат" журналының яҡын дуҫтары ла улар - оло йәштәгеләр. Беҙгә яҙған матур шиғыр һәм әкиәттәрегеҙ, изге һүҙҙәрегеҙ өсөн дә рәхмәт!

Оло быуын вәкилдәренә ныҡлы һаулыҡ, әүҙем оҙон ғүмер, рух күтәренкелеге, һәр көндөң тәмен-йәмен татып йәшәүҙәрен теләйбеҙ! Һеҙҙең кәңәштәрегеҙ, аҡыллы һүҙҙәрегеҙ менән беҙҙең бөгөнгөбөҙ ныҡ, киләсәгебеҙ нурлы!

Фото: Зиннур Боҫҡонов

250 8 13

Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
“Әй йола” төркөмө музыканты, Башҡортостандың халыҡ артисы  Ринат Рамаҙанов Бөрйән районының Мәсем тауынан ҡырҡып алынған көпшәнән ҡурай эшләргә өйрәтә💫

296 11 20


242 10 13

Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
"Күп йоҡламағыҙ, күп сәй эсмәгеҙ" 😄

Лилиананың ихлас теләктәрен ҡабул итегеҙ!

350 2 10

"Әгәр мин һинең балаң булһам, һин мине нимәгә өйрәтер инең?"

Ошо һорауҙы балаларығыҙға биреп ҡарағыҙ әле? Һәм ул әйткәндәргә ҡолаҡ һалығыҙ - бәлки, ысынлап та, ул әйткәндәргә бөгөнгө баланы өйрәтеү кәрәктер?

Кескәйҙәрҙең был һорауға яуаптары ниндәй булды?
Комментарийҙа яҙығыҙ!

https://akbuzat-rb.ru/news/t-rbi-d-rest-re/2026-09-28/g-r-min-ine-bala-bul-am-in-mine-nim-g-yr-ter-ine-4828156
"Әгәр мин һинең балаң булһам, һин мине нимәгә өйрәтер инең?"
Ошо һорауҙы балаларығыҙға биреп ҡарағыҙ әле? Һәм ул әйткәндәргә ҡолаҡ һалығыҙ - бәлки, ысынлап та, ул әйткәндәргә бөгөнгө баланы өйрәтеү кәрәктер?


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max


Иғтибар!❗
Конкурс буйынса бер аҙ үҙгәрештәр индерелде!

Билдәле булыуынса, "Минең икенсе әсәйем" конкурсы 6 этаптан торҙо. Ҡатнашыусылар һаны ла күп.
Һәр этаптың эштәрен ҡарап сығыу һәм дөрөҫ баһа биреү өсөн беҙгә тағы ла бер аҙ ваҡыт кәрәк була.

Шуға күрә еңеүселәр исемлеге бер аҙ һуңғараҡ билдәләйбеҙ!

Яңылыҡтарҙы күҙәтеп барығыҙ!
Көтә белгәнегеҙ өсөн рәхмәт!🌺🌺🌺


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы "Шатлыҡ" балалар баҡсаһынан Ислам Айдашев барлыҡ тәрбиәселәрҙе байрам менән ҡотлай! Исламға - 6 йәш 💫

"Мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре көнө менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Иң мөһиме, ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, ғәилә бәхете, хеҙмәттәренең тәмен-йәмен табып эшләргә насип булһын, Аллаһ бирһә🙏
Балаларыбыҙҙың уңыштары ҡыуандырып-шатландырып торһон барыбыҙҙы ла, бәләкәстәребеҙ имен булһын!

Ысын тәрбиәсе белем биреү менән генә сикләнмәй. Үҙенә ҡыҙыҡһынып, шул тиклем ышанып төбәлгән күҙҙәргә ул күңел йылыһын өләшә, кескәй йөрәктәрҙе яҡтылыҡҡа өндәй. Шуға күрә лә, тәрбиәсе һөнәренең бөйөклөгөн һүҙ менән дә, йыр менән дә тасуирлап бөтөп булмай. Балаларына ышанған ғына тәрбиәсенең тәрбиәләнеүселәре күп нәмәгә өлгәшә тип уйлайым", - тип яҙа беҙгә Исламдың әсәһе Гөлсәсәк Айдашева.


Байрамығыҙ менән, хөрмәтле тәрбиәселәр!🌸

✔️27 сентябрь - Тәрбиәселәр һәм мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре көнө.

Балаларҙың күңеленә изгелек нурҙары сәсеүсе, илһөйәр һәм телһөйәр ҡыҙ-егеттәр үҫтереүсе беҙҙең ҡәҙерле тәрбиәселәр!
Барығыҙҙы ла ихлас күңелдән һөнәри байрамығыҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ! Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ! Тынғыһыҙ, ауыр һәм бик мөһим хеҙмәтегеҙҙә ҙур сабырлыҡ, түҙемлелек, уңыштар юлдаш булһын! Үҙегеҙ тәрбиәләгән балаларҙың, уларҙың атай-әсәйҙәренең һәм тирә-йүндәгеләрҙең оло хөрмәтен, ихтирамын тойоп йәшәргә, эшләргә насип булһын!


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Ҡыраҡа буйҙарында - матур туй❤️

Яңы барлыҡҡа килгән йәш ғаиләгә бәхет, парлы ғүмер теләйек!

Видео: Илнара Суфиянова


ИҒТИБАР!

"Минең икенсе әсәйем" конкурсы еңеүселәрен билдәләүгә ваҡыт аҙ ҡалды ҡалды!

Хөрмәтле тәрбиәселәр, зинһар, эштәрҙе тикшереп сығығыҙ - дөрөҫ ҡуйылғанмы?
1-се этап - vk.ru/wall-196702306_99799
2-се этап - vk.ru/wall-196702306_101265
3-сө этап - vk.ru/wall-196702306_102372
4-се этап - vk.ru/wall-196702306_103279
5-се этап - vk.ru/wall-196702306_104055

Иң яҡшы тип табылған эштәр "Аҡбуҙат" журналы төркөмөндә баҫыла барасаҡ 💥


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
"Аҡбуҙат"тың дуҫтары араһында бүләктәр уйнатылды!

Был юлы беҙ бүләктәрҙе махсус ҡушымта аша билдәләргә булдыҡ. Видеоһын һеҙгә лә һалабыҙ.

Шулай итеп, бына улар - бүләк отоусылар:
✅һыуытҡыс - 106-сы балалар баҡсаһы (Гүзәл Ғәлиуллина);
✅микротулҡынлы мейес - Асҡарҙан Гөлдәр Сәйетғалина;
✅вентилятор - Белорет районынан Әнисә Абдрахманова;
✅йогуртница - Сибайҙан Айгөл Исҡужина.

Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ еңеүселәрҙе!🎉
"Аҡбуҙат" менән бергә ҡалығыҙ!
Беҙ үҙебеҙҙең журнал уҡыусыларына тағы ла ҡыҙыҡлы конкурс һәм бүләктәр әҙерләнек.
Яңылыҡтарҙы күҙәтеп барығыҙ!

280 2 19

ИҒТИБАР!

"Аҡбуҙат"ҡа яҙылыусылар араһында бүләктәр бөгөн уйнатыла - https://vk.ru/wall-196702306_105242?w=wall-196702306_105242_r0


Һәр квитанция күсермәһенә беҙ рәт һаны ҡуйып сыҡтыҡ.
Бер-нисә минуттан махсус ҡушымта аша бүләк отоусыларҙы билдәләйәсәкбеҙ!
ЖУРНАЛ «АКБУЗАТ» /«АҠБУҘАТ» ЖУРНАЛЫ. Пост со стены.
"Аҡбуҙат"тың дуҫтары араһында шәп бүләктәр уйнатабыҙ! 2026 йылдың икенсе яртыһына "Аҡбуҙат"ҡа... Смотрите полностью ВКонтакте.
ВКонтакте


Туған телде үҫтерәйек, ҡәҙерләйек!

30 сентябрҙә Өфөлә "Башҡортостандың тел һәм мәҙәни мираҫы: мәғлүмәт йыйыу һәм уларҙы яһалма зиһен өлкәһендә ҡулланыу мөмкинлектәре" тигән презентация сессияһы үтә.

Осрашыу 15:00–17:00 сәғәттә Геном үҙәгендә үтә.
Адресы: Өфө ҡалаһы, Заки Вәлиди урамы, 32/2Б.

Сараға студенттар, журналистар, дәүләт хеҙмәткәрҙәре, яҙыусылар, педагогтар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм эшҡыуарҙар саҡырыла. Сара барышын «ВКонтакте» социаль селтәрендә тура эфирҙа ла ҡарарға мөмкин буласаҡ.

Сараны Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы, Өфө фән һәм технологиялар университеты, Башҡортостан Республикаһының Цифрлы үҫеш министрлығы, «БСТ» телеканалы һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ойоштора.

Сараның тура эфиры «ВКонтакте» һәм Рутюб социаль селтәрендә ойошторола: https://vkvideo.ru/live-27097047_456302395, https://rutube.ru/video/4b05e6412be5d212b6d5fab5eef8cc9c/.

Сарала ҡатнашыу өсөн алдан теркәлеү кәрәк. Ҡатнашыусылар һаны сикләнгән: https://forms.yandex.ru/u
Языки и культурное наследие Башкортостана: сбор данных и возможности их применения в сфере ИИ
Смотрите прямую трансляцию от автора «Новости Республики Башкортостан и Уфы ( БСТ )» на VK Видео
VK Видео


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max


БР Милли китапханаһында - "Аҡбуҙат"лы көн!
Бөгөн Башҡортостан Республикаһының З. Вәлиди исемендәге Милли китапханала "Баярд" урта дөйөм белем биреү мәктәбе тәрбиәләнеүселәре китаптар һәм "Аҡбуҙат" журналы донъяһы менән танышты.

❗Сайтта уҡығыҙ - https://akbuzat-rb.ru/news/common_material/2026-09-23/br-milli-kitaphana-ynda-a-bu-at-ly-k-n-4824069
БР Милли китапханаһында - "Аҡбуҙат"лы көн!
Бөгөн Башҡортостан Республикаһының З. Вәлиди исемендәге Милли китапханала "Баярд" урта дөйөм белем биреү мәктәбе тәрбиәләнеүселәре китаптар һәм "Аҡбуҙат" журналы донъяһы менән танышты.


"Минең икенсе әсәйем" конкурсы тамамланыуға һынаулы ғына көндәр ҡалды!

Хөрмәтле тәрбиәселәр!
27 сентябрь — Тәрбиәселәр көнөндә конкурс еңеүселәре билдәле буласаҡ.

Зинһар, түбәндәге һылтанмалар буйынса тикшереп сығығыҙ - эштәрегеҙ дөрөҫ кенә урынлаштырылғанмы?

1-се этап - vk.ru/wall-196702306_99799
2-се этап - vk.ru/wall-196702306_101265
3-сө этап - vk.ru/wall-196702306_102372
4-се этап - vk.ru/wall-196702306_103279
5-се этап - vk.ru/wall-196702306_104055

Показано 20 последних публикаций.