Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Бурысымды үтәнем🎸
Бер ай элек «Ҡош Юлы. Балалар – 2026» конкурсында Гран-при алған егеткә гитара бүләк итәсәкмен тип вәғәҙә биргәйнем. Бөгөн гитараһын Рамазан Аҙнабаевҡа тапшырҙым.
Рамазан – иҫ киткес талантлы, ут кеүек янып торған егет, туған телендә заманса йырҙар ижад итә, үҙе башҡара һәм тамашасыларҙың йөрәген яулай. Ул Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында 10-сы класта уҡый, хәҙер инде ул яңы гитараһы менән гимназия ятағын яңғыратып уйнап йөрөр тип ышанам.
Рамазан, йырҙарың рухлы булхын! Матур көйҙәр һәм уңыштар теләйем! 🎸