MXStat
MXStat
Введите текст для поиска
Расширенный поиск каналов
  • Вход на сайт
  • Каталог
    Каталог каналов Региональные подборки Поиск каналов
    Добавить канал
  • Рейтинги
    Рейтинг каналов Рейтинг публикаций
    Рейтинги брендов и персон
  • Аналитика
  • Поиск по публикациям
  • Мониторинг Max
Канал Урала Кильсенбаева

5 Sep, 18:04

Открыть в Max Поделиться

00:19
Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Стәрлетамаҡта «МИН БАШҠОРТСА ҺӨЙЛӘШӘМ» фестивале үтте!

5 сентябрҙә Стәрлетамаҡта «МИН БАШҠОРТСА ҺӨЙЛӘШӘМ» фестивале үтте. Ҡалаға 260 йыл тулыуға арналған байрам программаһы сиктәрендә ойошторолған open-air концерт башҡорт телен, заманса музыканы һәм ҡала мәҙәниәтен бер сәхнәлә берләштерҙе.

Сәхнәлә башҡорт рок-музыкаһының легендар төркөмө БҮРЕЛӘР, дәртле йырҙары менән BABY Ti һәм тамашасыларҙың яратҡан хиттарын башҡарған Тимур Ямалов сығыш яһаны. Тимур Ямаловтың йырҙарын тамашасылар бергәләп йырлап, концерттың иң сағыу мәлдәренең береһен булдырҙы.

Фестивалде Динара Ғәлләмова һәм Салауат Заманов алып барҙы. Йырҙар, бейеүҙәр һәм күтәренке кәйеф менән тулы кисәлә Стәрлетамаҡ халҡы башҡорт теленең ҡала мөхитендә нисек иркен һәм тәбиғи яңғырай алғанын тағы бер тапҡыр күрһәтте.

«МИН БАШҠОРТСА ҺӨЙЛӘШӘМ» фестивале Стәрлетамаҡта тәүге тапҡыр үтте һәм ҡала халҡын музыка, мәҙәниәт һәм башҡорт теле тирәләй берләштерҙе.

Башҡортса һөйләшергә, йырларға һәм берләшергә ваҡыт! 💚

#МинБашҡортсаҺөйләшәм2026 #БашҡортТеле #Стәрлетамаҡ

573 56
Каталог
Каталог каналов Подборки каналов Поиск каналов Добавить канал
Рейтинги
Рейтинг каналов Max
Контакты
Написать в Max Написать в Telegram Написать на почту
Всякая всячина
Пользовательское соглашение Политика конфиденциальности
Наши каналы
MXStat в Telegram MXStat в Max
Наши боты
MXAuthBot MXAnalyticsBot
Made by TGStat