Ил инәһе, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның яҡты эҙҙәре һаҡланған Туйөмбәт ауылына һәр саҡ күңел талпына. Берҙәм һайлау көнөндә лә юлдарыбыҙ үҙенән-үҙе шул данлы төбәккә илтте. Хөрмәтле яҡташыбыҙ исемендәге йорт-музейҙа урынлашҡан 2431- се һайлау участкаһынан өсөнсө көн инде халыҡ өҙөлмәй.