🌹Оҙаҡ йәшәү серҙәрен белгегеҙ килһә, Ыуары ауылына юл тотоғоҙ. Бар ғүмерен мәҙәниәт өлкәһенә бағышлаған, "хәрәкәттә- бәрәкәт"тип йәшәүсе һәм быйыл яҙғыһын 90 йәшен туйлаусы Мансура Мөлөкова кисә үк 2438- се һайлау участкаһына елдереп килеп, иң тәүгеләрҙән булып тауыш биргән. Ә бөгөн участкала беҙгә тап булыусы ауыл аҡһаҡалы - Камил Әбүбәкировҡа рәсми документтар буйынса 88 булһа ла, ғәмәлдә 90 йәш тулған.