🌹Ил батырҙарын үҫтергән, ғәзиздәренә аҡ теләктәр теләп яныусы әсәләр, һөйөклөләре менән күрешеү минуттарын сабыр ғына көтөүсе яугир ҡатындары... Һәр ҡайһыһы ҡаҡшамаҫ рухы, сабыр күңеле менән беҙгә өлгө булып тора һәм беҙҙең тәрән ихтирам- хөрмәткә лайыҡ. Кисә-бөгөн үҙ участкаларында тауыш биреп, гражданлыҡ бурыстарын үтәүҙә лә әүҙемлек күрһәтте улар.