Михайловка ауылында "Салауат" физкультура залы асылды
Урындағы урта мәктәптең спорт залы авария хәлендә тип танылып ябылғандан бирле тиҫтә йылға яҡын хәл ителмәгән “һаҡаллы” мәсьәләһе былтыр ноябрь айында ауыл халҡының һәм уҡытыусылар коллективының Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнешкә мөрәжәғәтенән һуң урынынан ҡуҙғалды. Һәм инвесторҙар – Рус баҡыр компанияһының Хәйриә фонды, “Салауат” компанияһы ярҙамы менән бик йылдам рәүештә ауылда өр-яңы заманса физкультура залы ҡалҡып сыҡты. Ул хаҡлы рәүештә "Салауат" исемен йөрөтәсәк. Бер йыл элек Михайловка халҡы был хаҡта хыялланмай ҙа ине. Ә бөгөн ул ҡыуаныслы ысынбарлыҡ!