Рауил ауылында “Ҡурай” ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәге ерлегендә социаль ҡунаҡхана асылды. Тантанала республиканың Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министерствоһы вәкилдәре, балалар йорттары директорҙары, район эшҡыуарҙары, үҙәк хеҙмәткәрҙәре һәм тәрбиәләнеүселәр ҡатнашты. Ҡунаҡхана бәлиғ булған, уҡыу йорто тамамлаған, әммә әлегә торлаҡ менән тәьмин ителмәгән үҙәк тәрбиәләнеүселәренә тәғәйенләнгән.