Ейәнсура таңдары


Гео и язык канала: Россия, Татарский
Категория: Новости и СМИ



Гео и язык канала
Россия, Татарский
Категория
Новости и СМИ
Статистика

Хөрмәтле Ейәнсура халҡы! 6 октябрҙә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рәил Әбдрәхимов граждандарҙы ҡабул итә.
Депутатҡа һорауҙарығыҙ булһа, сәғ. 11.00-дә район хакимиәтенә (Иҫәнғол ауылы, Совет урамы,3) рәхим итегеҙ.
Белешмә һәм алдан яҙылыу өсөн телефондар: 8(34785)2-14-16, 89272377396.


🍁 Хөрмәтле уҡытыусылар, остаздар!

Һеҙҙе ысын күңелдән Һөнәри байрамығыҙ — Уҡытыусылар көнө менән ҡотлайбыҙ!

Был көн — һеҙҙең фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙгә, түҙемлегегеҙгә һәм балаларға булған сикһеҙ һөйөүегеҙгә рәхмәт белдереү мөмкинлеге. Һеҙ белем донъяһының ишектәрен асаһығыҙ, аҡыллы фәһем бирәһегеҙ, шәхес тәрбиәләйһегеҙ. Һәр уҡыусының күңеленә изгелек, намыҫлылыҡ һәм тырышлыҡ орлоҡтары һалаһығыҙ.

Ошо изге эшегеҙҙә һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, ижади уңыштар һәм ҡыуаныстар ғына юлдаш булһын! Уҡыусыларығыҙҙың рәхмәтле ҡарашы, уларҙың уңыштары һәр ваҡыт һеҙҙең йөрөгөҙҙө йылытһын.

📚 Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ — илебеҙҙең киләсәге ул.


✨🌙 Тормошоғоҙҙан ҡәнәғәт булығыҙ!

Ҡәнәғәт булыу (рида) ике донъя бәхетенә асҡыс ул. «Әгәр ҙә рәхмәтле булһағыҙ, мин һеҙгә арттырырмын», – тиелә изге Ҡөрьәндә лә. (14 сүрә, 7-се аят).
Кеше һәр ваҡыт тормошонан ҡәнәғәт булмаһа:
❗Финанс хәле насарлана, аҡса еңел килмәй.
❗Кешеләр менән мөнәсәбәте көсөргәнешләнә.
🏃‍♂Һаулығы насарая, йөҙө яҡтылығын юғалта.
❗Ҡөрьәндең 13-сө сүрәһенең 11 аятында: «Аллаһ кешеләрҙең хәлен, улар үҙҙәрен үҙгәрткәнсе, үҙгәртмәй», – тиелә.

Ә тормоштан ҡәнәғәт булыу – көс ул!
✅Әгәр ҙә яҙмышыңды ҡабул итеп, рәхмәтле булһаң:
✅Көтөлмәгән ерҙән аҡса килә.
✅Кешеләр һинең яҡшы кеше булыуыңды тойоп, һиңә тартыла.
✅Көс-ғәйрәтең ташып тора, йәнең тыныс була.

Үҙеңде үҙгәртеүҙе ниҙән башларға?
1. Һәр көн иртән көнөңдө «Әлхәмдүлллилләһ» тип башла.
2. Ҡыуаныслы яңылыҡтарға ла, ҡуйған һынауҙарға ла көн һайын рәхмәтле бул.
3. Үҙеңде башҡалар менән сағыштырма, һәр кемгә яҙмыш алдан билдәләнгән.
Тирмиҙи риүәйәт иткән бер хәҙистә: «Раббың биргән менән ҡәнәғәт бул — иң бай кешеләрҙән булырһың», – тиелә.
Тормошоңдан ҡәнәғәт булыу көсһөҙлөк түгел, ә имандың иң юғары дәрәжәһе. Ошоларҙы ғәҙәтеңә әйләндер, нисек итеп тормошоң үҙгәреүен күрерһең.


– Әй, йома бит, бөгөн туйҙар гөрләй торған көн. Еңел машиналар ҡысҡырталыр. – Хөршиҙә, тәҙрәнән-тәҙрәгә йөрөп, ҡарана башланы. – Был яҡта түгелдер, әйҙә, әхирәт, балконға сығайыҡ әле.
Әммә балкондан, унан лоджиянан тирә-яҡты күпме байҡаһалар ҙа, туй машиналары күренмәне. Үткән-һүткән кешеләрҙе, майҙансыҡта уйнаған бала-сағаны хәтһеҙ ваҡыт тамаша ҡылғас, тамаҡтары кибеп киткәйне, йома сәйе иҫтәренә төштө.
Аш-һыу бүлмәһенән көйөк еҫе танауға бәрелде, төтөн залға ҡәҙәре таралған...
https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-10-04/h-ter-e-r-4833270
ХӘТЕРҺЕҘҘӘР
Сатирик хикәйә


Үткән йылдар өсөн түләп еткерелмәгән пенсияны нисек ҡайтарырға
https://ejansura.ru/news/common_material/2026-10-04/tk-n-yyldar-s-n-t-l-p-etkerelm-g-n-pensiyany-nisek-aytaryr-a-4833324


4 октябрҙә билдәләнеүсе Бөтә донъя хайуандар көнө, йәки Бөтә донъя хайуандарҙы яҡлау көнө кешелектең иғтибарын планетабыҙҙа йәшәүсе башҡа йән эйәләренә йүнәлтеү маҡсатында билдәләнә.
https://ejansura.ru/news/novosti/2020-10-04/b-g-n-b-t-don-ya-hayuandar-k-n-1321163


Япраҡтар бит ҡойолмаған... Үткән төндә тәүге ҡар яуҙы. Ә киләһе аҙна башында беҙҙе ниндәй һауа торошо көтөүе тураһында түбәндә
https://ejansura.ru/news/havatoroso/2026-10-04/ey-nsurala-t-ge-ar-yau-y-4834595


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
☃️Дуҫтар! Һеҙҙә лә ҡар ❄️❄️❄️яуҙымы?!


Йәкшәмбе иртәһе менән, дуҫтар! Ял көнөгөҙ уңышлы, имен үтһен, яҡшы хәбәрҙәр, һөйөнөслө ваҡиғалар менән ҡыуандырһын!


– Иртән һыйыр һауам тип ҡайтһам, тегеләр икәүләп минең карауатта йән белмәй йоҡлап яталарсы. Быяланы зыңҡылдатҡансы туҡылдатҡайным, һикерешеп тороп кейенә башланылар. Теге ҡыҙ шым ғына сығып китте, Таһирҙы ебәрмәнем, тороп тор, мин әйтәм, һөйләшәһе һүҙ бар. Оятһыҙ, тим, нишләп ҡыҙ баланы улай хур итеп йөрөйһөң. Ишшү, етмәһә, минең өйөмдә. «Еңгә, юҡҡа туҙынаһың, – ти был, иҫе лә китмәй, – үҙең күрҙең бит, мин уны һөйрәкләп килтермәнем. Ә ниңә, йәшлектең бер кисен бер сибәр менән уҙғарғанмын икән...» Биллаһи, бына шулай тине.
https://ejansura.ru/news/hikaya/2026-10-03/in-gen-4833574
Һин генә...
Хикәйә.


🤔Йә, кем нисә тип уйлай?
👇🏻Яуаптарығыҙҙы комментарийға яҙығыҙ әле.

724 60 12

…Шау сәскәгә күмелгән туғайҙан икәү атлай. Ҡулға-ҡул тотоношҡандар. Үҙҙәре юҡтан да ҡыҙыҡ табып, шарҡылдап көлөшәләр, шаяралар.
Ҡыҙҙың башында ялан сәскәләренең иң сағыуҙарынан ғына яһалған нәфис таж. Өҫтөндә иҫ киткес матур, үҙенә үтә лә килешеп торған зәңгәр төҫтәге күлдәк. Егет ап-аҡ күлдәк, ҡара салбар кейгән. Тулҡынланып торған ҡара сәстәре, көлөп ҡараған ҙур яғымлы күҙҙәре уны тағы ла һөйкөмлөрәк итә. Егет, ташҡын хистәрен тыя алмай, ҡапыл ҡыҙҙы ҡосағына ала ла уны шашып-шашып үбергә тотона…
Был икәү – Зәлифә менән Айбулат. Күрше ауылға ҡунаҡҡа ҡайтып килгән Айбулаты менән Зәлифә бер нисә көн генә күрешмәгән инеләр – шул тиклем һағынышҡандар!
https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-08-27/in-kit-e-min-alam-4793852


Хәйерле көн! Һорау: яҙ һары мультифлоралар ултыртҡайным, көҙ ошондай төҫтә сәскә аттылар, ниңә икән? Эргәһендәге роза "ғәйеплеме"?
АНОН


Иҫәнғол ауылында йәшәүсе Гөлназ Назарова "Ләйсән" балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Ә буш ваҡытында оҫта хужабикә баҡса, гөлдәр үҫтерергә, емеш-еләк йыйырға һәм ҡышҡылыҡҡа тәмле ризыҡтар әҙерләргә ярата. Уның иң яратып әҙерләгән ризыҡтарының береһе - балан һуты. Ҡан баҫымын төшөрөүсе, иммунитетты күтәреүсе был шифалы ризыҡты әҙерләү серҙәрен ул беҙҙең менән дә бүлеште.

"Баланды йыуып, таҙартҡас, иҙеп алам..." https://ejansura.ru/news/faikanas/2026-10-03/balan-4833606


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
МЧС России напоминает, при угрозе беспилотной или ракетной опасности:

✅ держись подальше от окон – осколки стекла могут быть опасны при взрыве. 
✅ не выходи на улицу без необходимости.
✅ не подходи к обломкам БПЛА, сообщи о происшествии по номеру: 112.

⚠️ Следи за сообщениями в официальных источниках.

Поделись информацией с близкими 📲


🌦️⛅❄️⭐Хәйерле иртә! Ялығыҙ матур, файҙалы үтһен. Барлыҡ эшегеҙ уң булһын. Ял көнө шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына алып килһен. Үҙебеҙ иҫән-һау булайыҡ, ҡан-ҡойоштар бөтһөн, яугирҙар иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын.


Шундай уйҙар менән килеп етте ир теге аҡланға. Бесән ҡыштырлашып туҙышып ята. Матур итеп кипкән. Килтерҙе лә ауҙарҙы, килтерҙе лә ауҙарҙы шул мәле сыҡҡанда. Өйөп барһаң ине лә бит, бер үҙе шул. Биктимер йәнә ҡыҙҙарын иҫенә төшөрөп, әсе итеп һүгенеп ебәрҙе. “Тфү, инәгеҙҙең...”
https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-10-02/bes-n-b-l-e-4833733


...Бɵткɵһɵҙ халыҡ ағымы мəҙəниəт һарайының вестибюленə ҡуйылған йəшел табутты урай. Залда һаңғырау геүелдəү аҫылынып тора. Кешелəр бер-бер артлы Фəнилə янына килə, күҙҙəренə ҡарап, арҡаһынан һɵйɵп, ниҙер һɵйлəй. Тағы кемдеңдер үҙенə йүнəлгəнен абайлаған һайын ытырғанып ҡата ҡатын, сɵнки һəр ҡағылыу — түҙгеһеҙ һыҙланыуға сəбəп, əйтерһең дə уның тиреһен тунап алғандар ҙа ул ошо ғəм араһына сеп-сей ит булып ҡанһырап баҫып тора. Шуға күрə уның ҡужрайып, ҡулдарын йəн-яҡҡа йəйеп: “Зинһар теймəгеҙсе, яҡын килмəгеҙ инде”, — тип ҡысҡырғыһы килə. Тик улай ярамай. Түҙергə кəрəк. Сɵнки был һыҙланыу инде ғүмер ахырына ҡəҙəр бер минутҡа ла баҫылмаясаҡ.
https://ejansura.ru/news/hikaya/2026-10-02/d-lil-4833137


⚡️Шәп яңылыҡ — РФ Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, 2027 йылда Әсәлек капиталы индексацияланасаҡ.

❓Ҡасан һәм күпмегә? Тулыраҡ👇
https://ejansura.ru/news/novosti/2026-10-02/matkapital-snova-vyrastet-4833302


Не знаешь, где получить свой первый опыт работы? О тебе позаботились.
65 работодателей Башкортостана заключили договоры на сумму 9,2 млн рублей на стажировку выпускников профессиональных образовательных организаций. Программа реализуется через кадровые центры занятости и нацелен на привлечение молодых кадров на предприятия региона.
Подробнее о программе читай в карточках!

Показано 20 последних публикаций.