Бөгөн Учалы ауылы район мәҙәниәт йортонда «Учалы районының өлгөлө башҡорт ғаиләһе» фестивале үтте. Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған сарала Учалы районы ауылдарынан иң дәртле, татыу , тырыш ғаиләләре ҡатнашты.
Ахун ауылынан Фәтҡуллиндарҙың күркәм ғаиләһе. Рәсил Роберт улы һәм Фәнисә Ғәли ҡыҙы бәхетле татыу ғаиләлә Арина менән Лилиана исемле ҡыҙҙарын тәрбиәләйҙәр , һәр эштә лә бергә берҙәм булып бәхетле ғүмер итәләр.
Миндәк ауылынан Ғәзизовтар ғаиләһе. Ғаилә башлығы Шәриф Шәфҡәт улы һәр эшендә тырышлыҡ һәм егәрлелек күрһәтә. Әсәләре Гөлнур Зөфәр ҡыҙы ғаиләнең усағын һаҡлап, бөтә эштәрҙе еренә еткереп башҡара. Был татыу ғаиләлә өс бала - Ислам, Аделина һәм Рамазан үҫә. Улар ата-әсәһенең һүҙен тыңлап, кәңәштәрен тотоп, тормошта лайыҡлы урын табырға ынтыла.
Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылынан Ғафановтар ғаиләһе. Дамира Морат ҡыҙы һәм Илдар Рәшит улы Ғафановтар Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылының ысын мәғәнәһендә ғорурлығы, үҙҙәренең тормош юлдары менән күптәргә өлгө булып тороусы, талантлы һәм уңышлы ғаилә. Бәхетле ата-әсә алты балаһына: Лиана, Ислам, Лүзиә, Линар, Дарина һәм Илүзә исемле ҡыҙҙары һәм улдарына матур тәрбиә бирергә бөтә тырышлығын һала.
Уларҙың һәр береһе үҙенсәлекле талантҡа эйә, һәм быны тормош юлдарындағы уңыштары ла раҫлай.
Ураҙ ауылынан Мөхәмәтҡужиндар ғаиләһе. Атайҙары Айнур Тимерйән улы һәр эште лә еренә еткереп башҡара. Йорт-ҡураны төҙөк тотоуы, баҡса-емештәрен ҡарауы – барыһы ла уның ҡулынан килә. Әсәләре Фирүзә Рәүил ҡыҙы – мөләйем һәм сабырлыҡлы, ғаилә усағын һаҡлаусы. Ғаиләлә дүрт бала үҫә: Ислам, Илһам, Илназ һәм бәләкәй Гөлизә.
Абҙаҡ ауылында йәшәүсе Кирәевтар ғаиләһе ауылдың иң талантлы, дәртле һәм ижади ғаиләләре рәтендә лайыҡлы урын алып тора. Кирәевтар татыу һәм мөхәббәтле мөхиттә дүрт бала тәрбиәләп үҫтерә. Был ғаиләлә һәр баланың һәләтен үҫтереүгә, уларҙың ижади яҡтан асылыуына ҙур иғтибар бирелә. Ата-әсәнең тырышлығы, бер-береһенә булған хөрмәте һәм ярҙамсыллығы балаларына ла күскән.
Ураҙ ауылынан Мәҙйәровтар ғаиләһе. Мәҙйәровтар — ауылдаштары араһында үҙҙәренең ихлас ҡунаҡсыллығы, асыҡ йөҙлөлөгө һәм йыр-моңға маһирлығы менән дан тотҡан күркәм ғаилә. Уларҙың йортонда һәр ваҡыт йылы мөхит, ә күңелдәрендә — моңло йырҙар.
Ҡунаҡбай ауылының ғорурлығы булған талантлы Юлдашбаевтар ғаиләһе. Улар күптән түгел Өфө ҡалаһында уҙған «Ғаилә усағы» республика конкурсында ҡатнашып, «Инструменттарҙа уйнау» номинацияһында беренсе урынды яулап ҡайттылар. Был ҙур еңеү - ғаиләнең берҙәмлеге, моңға булған һөйөүе һәм юғары оҫталығының сағыу дәлиле.
Улар ижади сығыштар тәҡдим итеп, ғаилә йолаларын, башҡорт халҡының мәҙәниәтен һәм ғөрөф-ғәҙҙәттәрен тәрән белеүҙәрен күрһәтте. Үҙ сығыштары менән һәр ғаилә фестивалдең йәмғиәттең нигеҙе булған татыу һәм берҙәм ғаиләнең әһәмиәтен билдәләүгә йүнәлтелгәнен иҫбатланы. Тап ошондай ғаиләләрҙә халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәттәре быуындан-быуынға һаҡланып йәш быуынға тапшырыла килә.