"ЮЛДАШ" радиоhы 105.5 Fм


Гео и язык канала: Россия, Татарский
Категория: Новости и СМИ



Гео и язык канала
Россия, Татарский
Категория
Новости и СМИ
Статистика

Меңдәрсә ғүмерҙе ҡотҡарған Башҡортостан табибы: «Ферзь» позывнойлы Айгөл Ширәева

Махсус хәрби операция биләмәһендәге госпиталдәрҙә ике йыл эсендә яҡташыбыҙ, хәрби табип Айгөл Ширәева меңдәрсә яугирҙең ғүмерен һаҡлап ҡалған. Хирург, невролог һәм реабилитолог булараҡ, ул үҙ теләге менән алғы һыҙыҡҡа юлланған.

Уның һүҙҙәренсә, хәрби ялан госпиталендәге төп ҡағиҙә — эмоцияларға бирелмәйенсә, тиҙ һәм теүәл эшләү. «Бер хатаң үлемгә торошло. Шахмат уйыны тиерһең, тик партияның хаҡы – кеше ғүмере», — ти табип.

Хәрби шарттарҙағы ауырлыҡтарҙы еңергә Айгөлгә ғаиләһенең ныҡлы терәге һәм Башҡортостандан килгән гуманитар ярҙам ҙур көс бирә. Яҡташыбыҙ республика ирекмәндәренең, шул иҫәптән «Беренсе тирмә» проектының яугирҙәргә күрһәткән хәстәрлеген айырым билдәләй.
Бөгөн Айгөл Ширәева алдында яңы маҡсат тора – ул яралы яугирҙәр өсөн күп функциялы реабилитация үҙәге асырға хыяллана.

Яҡташыбыҙға фиҙакәр хеҙмәте, батырлығы өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.


11 октябрҙә Республика көнө билдәләнә.

Өфөлә һәм район-ҡалаларҙа байрам саралары уҙа. Тантаналы ултырыш, патриотик акциялар, күргәҙмәләр, физкультура-спорт ярыштары ойошторола. Баш ҡалала Ленин исемендәге яңыртылған парк һәм Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары Миҙхәт Шакировҡа һәйкәл асыла. Совет майҙанында уҡыусылар “шайморатовсылар” сафына ҡабул ителә.

Быйыл Республика көнө йәкшәмбегә тура килә. Ошо уңайҙан дүшәмбе – 12 октябрҙә ял көнө була.


Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт драма театры яңы спкектакль өҫтөндә эшләй.

Постановка нигеҙенә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Гөлнур Яҡупованың “Йыртҡыс ҡаны” повесы алынған. Театрҙың әҙәбиәт бүлеге баш мөхәррире, проект етәксеһе Динара Ҡәйүмова белдереүенсә, сәхнә әҫәре тамашасыны кеше һәм йәмғиәт, яҙмыш һәм һайлау, яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ тураһында уйланырға саҡыра.

“Йыртҡыс ҡаны” - театрҙың башҡорт әҙәбиәте менән бәйләнешен нығытыуға һәм милли драматургияны үҫтереүгә йүнәлтелгән яңы проекты.


Республика перинаталь үҙәгендә 15 пар игеҙәк донъяға килгән.

Уларҙың һигеҙе - ҡыҙҙар, икәүһе - малайҙар һәм бишәүһе - “король” игеҙәктәре. Медицина учреждениеһы мәғлүмәттәре буйынса, бер айҙа 1 104 ҡыҙ һәм малай тыуған. Иң бәләкәйе 675 грамм ауырлыҡта.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
10 октябрь – Башҡортостанда Ҡурай көнө.

Байрам уңайынан Башҡортостан дәүләт ҡурайсылар ансамбле илһөйәрлек рухы менән һуғарылған концерт әҙерләй. Азамат Зиннәтуллин, Шамил Күсәмешев, Венер Йылҡыбаев, Зөфәр Атанғолов, Фәиз Шәрипов һәм Нурзия Сабитова моңло йырҙар, бейеүсе-ҡурайсы Айҙар Исхаҡов дәртле бейеүҙәр тәҡдим итә.

Тамаша 9 октябрҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында була. Ҡурай көнө Башҡортостан Башлығы башланғысы менән булдырылды. 6+

📹Видеояҙмала: Башҡорт дәүләт ҡурайсылар ансамбле


Фотоһүрәттә ҡурайға һәйкәл ҡайҙа ҡуйылған? Кем белә?

📝 Яуаптарығыҙҙы комментарийҙа көтәбеҙ.


Йәш коллегабыҙ Айгизә Хәсәнованың бөгөн тыуған көнө.

Т
ормошоң яҡты, сағыу һәм ҡыуаныслы мәлдәрҙән генә торһон. Һәр яңы көн илһам, яҡшы кәйеф һәм яңы мөмкинлектәр алып килһен. Ныҡлы һаулыҡ, бәхет, уңыштар һәм саф мөхәббәт теләйбеҙ.


Яңы көн менән! 🍂🌨️

Бөгөн республикала һәм Өфөлә көндөң аяҙлы-болотло булыуы, төндә урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуыуы көтөлә. Юлдарҙа боҙлауыҡ.

Ел көнбайыштан талғын, көсәйеүсән

Һауа температураһы республикала +6,+11, Өфөлә +8,+10 градус йылы.


🧑‍🏫 Уҡытыусым!

Һинең алдыңда оло хөрмәт менән баш эйәм!

Фотоһүрәттә: Мәләүез ҡалаһындағы уҡытыусы һәйкәле


Быйыл Дәүләт хеҙмәттәре порталында мутлашыусыларҙан һаҡланыу өсөн "ҡыҙыл төймә" булдырыла.

Уның ярҙамында барлыҡ онлайн операцияларҙы туҡтатып буласаҡ. Әле сервисҡа банктар һәм элемтә операторҙары ҡушыла. Был турала вице-премьер Дмитрий Григоренко белдерҙе.

Быйыл көҙгө сессияла Дәүләт Думаһы телефон аша кибермутлашыу буйынса саралар тупланмаһын ҡабул итергә тейеш.


🏇10 октябрҙә Өфөләге «Аҡбуҙат» ипподромында Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған Башҡортостан Башлығы призына ат сабышы үтә.

🏇Тамашасылар иғтибарына тоҡомло аттарҙа уҙыш, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары сығышы, халыҡ һөнәрселәренең оҫталыҡ дәресе, республика ҡымыҙсыларынан тәбиғи ҡымыҙ һатыу йәрминкәһе, милли ашыу - һыу ҡаралған.


📍Инеү ирекле. ⏰ 13.00 сәғәттә башлана.
👉 Баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын Өфө, Менделеев урамы, 174 адресы буйынса урынлашҡан «Аҡбуҙат» ипподромына саҡырабыҙ.
6+


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Хәбәрсебеҙ Өфөләге «Баян-Лайн» магазины менән танышып ҡайтты.

Бында һеҙ үҙегеҙгә кәрәкле музыка уйын ҡоралдарын һатып ала, ремонтлай йә көйләтә алаһығыҙ. Әгәр иҫкеһен яңыға алмаштырырға теләһәгеҙ, уңайлы «трейд-ин» программаһы ла эшләй.

📍Әлеге ваҡытта «Баян-Лайн» магазины «Юлдаш» радиоһы менән берлектә Ҡурай көнө уңайынан башҡорт халҡының милли ҡоралы — ҡурай бүләк итә.
➡️Тулыраҡ: https://vk.ru/wall-4647320_748759

📌Адресы: Өфө ҡалаһы, С. Кувыкин урамы, 25/1.


Башҡортостанда уҡытыусының уртаса йәше аталды.

Статистика хеҙмәте Уҡытыусылар көнө уңайынан мәғлүмәт иғлан итте.

Республикала 112 меңдән ашыу мәғариф хеҙмәткәре бар. Мәктәптәрҙә 31 мең педагог эшләй. Уларҙың күбеһе юғары белемле. Уҡытыусыларҙың 90 процентҡа яҡыны ҡатын-ҡыҙ. Һәр икенсе хеҙмәткәрҙең стажы 20 йылдан күберәк. Республикала уҡытыусыға уртаса 47 йәш.


Репост из: Радий Хабиров
День учителя – еще один хороший повод сказать спасибо всем нашим педагогам. За благородный труд, мудрость, терпение. За важные знания и умения, которые они передали нам и сегодня передают нашим детям. За любовь, тепло и заботу.

Мы выросли, и теперь уже наша задача – заботиться о наших учителях. И мы это делаем. Поддерживаем молодых преподавателей, а также тех, чьи ученики добиваются успехов на ЕГЭ и олимпиадах. Стараемся создавать хорошие условия труда – как бы ни было сложно, продолжаем строить и ремонтировать школы, здесь нам здорово помогает нацпроект «Молодежь и дети». Повышаем престиж учительской профессии – особый статус педагога в России своим указом закрепил наш Президент Владимир Владимирович Путин. Мы в Башкортостане разработали свои дополнительные меры.

Дорогие наши учителя, вы – опора нашей республики и страны. Вы не просто учите детей. Вы даете ребятам правильные установки и ориентиры, прививаете ценности, которые они пронесут через всю жизнь. Воспитываете настоящих патриотов. Низкий вам за это поклон!


Бөгөн Миҙхәт Шакировтың тыуыуына - 110 йыл.

Миҙхәт Закир улы 1916 йылдың 5 октябрендә Өфө ҡалаһында тыуған. Милләте башҡорт. Ул КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының 1969-1987 йылдарҙа беренсе секретары, СССР Юғары Советының 7-11 саҡырылыш депутаты, Социалистик Хеҙмәт Геройы, СССР-ҙың почетлы нефтсеһе, Рәсәйҙең почетлы төҙөүсеһе.

Атаһы — күренекле башҡорт тел белгесе һәм педагог Закир Шакиров (1881—1968; хәҙерге Кушнаренко районы Ҡарасайылға ауылынан), әсәһе — Ғәфифә Яҡуп ҡыҙы (Ябалаҡ ауылынан).
Өфө ҡалаһының 11-се урта мәктәбенең ете класын тамамлағандан һуң, 1932 йылда урындағы паровоз ремонтлау заводы ҡарамағындағы фабрика-завод училищеһына уҡырға инә. Бында слесарь һөнәрен үҙләштерә һәм 1934 йылда Өфө паровоздар ремонтлау заводында хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай.

1941 йылда Бежеца машиналар эшләү институтының иретеп-йәбештереү буйынса инженер-механик һөнәрен ала. Һуғыш йылдарында Ворошиловград заводы менән Өфөгә эвакуациялана.
Төрлө яуаплы урындарҙа эшләй. 1969 йылдың июленән 1987 йылдың июненә тиклем — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары. СССР Юғары Советы Президиумы ағзаһы һәм КПСС-тың Үҙәк Комитеты ағзаһы.

Миҙхәт Закир улы 2004 йылдың 1 майында Өфөлә вафат була, ҡаланың Мосолман зыяратында ерләнгән.

📍 Был аҙнала Миҙхәт Шакиров исемендәге скверҙы төҙөкләндергәндән һуң асыу ниәтләнә. Ошонда шәхестең һәйкәле лә буласаҡ. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.

Сығанаҡ: "Башҡорт донъяһы".



Репост из: Радий Хабиров
День учителя – еще один хороший повод сказать спасибо всем нашим педагогам. За благородный труд, мудрость, терпение. За важные знания и умения, которые они передали нам и сегодня передают нашим детям. За любовь, тепло и заботу.

Мы выросли, и теперь уже наша задача – заботиться о наших учителях. И мы это делаем. Поддерживаем молодых преподавателей, а также тех, чьи ученики добиваются успехов на ЕГЭ и олимпиадах. Стараемся создавать хорошие условия труда – как бы ни было сложно, продолжаем строить и ремонтировать школы, здесь нам здорово помогает нацпроект «Молодежь и дети». Повышаем престиж учительской профессии – особый статус педагога в России своим указом закрепил наш Президент Владимир Владимирович Путин. Мы в Башкортостане разработали свои дополнительные меры.

Дорогие наши учителя, вы – опора нашей республики и страны. Вы не просто учите детей. Вы даете ребятам правильные установки и ориентиры, прививаете ценности, которые они пронесут через всю жизнь. Воспитываете настоящих патриотов. Низкий вам за это поклон!


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Уҡытыусыларҙы «Юлдаш» менән бергә ҡотлайыҡ!

Коллегаларыбыҙ Илнур Рамазанов һәм Рушан Ҡәләмовтан моңло бүләк.

👇 Комментарийҙа яратҡан уҡытыусыларығыҙҙың исемен яҙып, сәләмдәрегеҙҙе һәм теләктәрегеҙҙе юллағыҙ. Байрам менән!


Башҡортостан яугирына Суворов миҙалы тапшырылды.

Награда ил президенты Владимир Путин Указына ярашлы бирелгән. “Алик” ҡушаматлы һалдат махсус хәрби операцияла батырлыҡ күрһәткән.

Был турала Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов хәбәр итә. “Алик” фронтта өс йыл алыша. Ул Миңлеғәли Шайморатов исемендәге батальонда механик-водитель. Яҡташыбыҙ ҡаһарман яугир, ҡыйыу ир. Тормош иптәше менән 4 ҡыҙ үҫтерә. Тиҙҙән олатай-өләсәй булырға торалар. “Аликты” һәм бөтә ил һаҡсыларын Еңеү менән көтәбеҙ. Иҫән-һау йөрөгөҙ, егеттәр”, - тип яҙған Риф Йосопов.


Уҡытыусы булыу был тормошта
Бирелмәгәндер ул һәр кемгә,
Энә менән ҡойо ҡаҙған кеүек
Һәр көн өйрәтә ул белемгә.

Үҙе белгән асҡыс менән асып
Бала күңеленә керә ул,
Сабырлыҡ һәм түҙемлектәр менән
Төрлө фәндән белем бирә ул.

Уҡыусы балалар үҫеп етеп
Уңыштары булһа тормошта,
Иң ҙур бәхет уҡытыусы өсөн
Үҙе һайлап алған яҙмышта.

Уҡыусылар һәм ата-әсәләр
Оло рәхмәт һүҙе әйтәләр,
Байрамығыҙ менән һеҙҙе ҡотлап
Бар йөрәктән тәбрик итәләр!

Фәүзиә Ҡотлогилдина.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Ил президенты педагогтарҙы һөнәри байрамдары - Уҡытыусылар көнө менән ҡотланы.

"2026 йылдан педагог статусы дәүләт кимәлендә нығытылған. Был бик яуаплы миссия, уҡытыусы баланың һәләтен, яҡшы сифаттарын асыуға ҙур өлөш индерә, хеҙмәте аҡыл һәм сабырлыҡ, даими иғтибар талап итә", - тип билдәләне Владимир Путин.

Показано 20 последних публикаций.