Газета "Урал"/"Урал" гәзите


Гео и язык канала: Россия, Татарский
Категория: Новости и СМИ



Гео и язык канала
Россия, Татарский
Категория
Новости и СМИ
Статистика
Фильтр публикаций




Милли рухҡа тоғро ҡалайыҡ!

Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Зөлфиә ҒӘЛИЙӘНОВА бер ҡасан да «Урал»ға яҙылмай ҡалғаны юҡ. Матбуғатҡа яҙылыу ваҡытында ла уның ярҙамы күп. 2027 йылдың беренсе ярты йыллығына тәүгеләрҙән булып яҙылды һәм «Изге подписка» акцияһына ла ҡушылды, үҙенә һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугир ғаиләһенә гәзитебеҙҙе бүләк итте.
- Халҡыбыҙҙың үткәнен ҡәҙерләп нисәмә быуынға еткергән, уның бөгөнгөһө тураһында бәйән иткән, киләсәген уйлап яҙылған мәҡәләләре, район-ҡалалағы хәлдәрҙе, матур эштәрҙе, яңы башланғыстарҙы халыҡҡа тапшырып торған баҫманы һаҡлайыҡ. Милли рухҡа тоғро ҡалайыҡ! Гәзитте яратып уҡыйым. Йыл һайын яҙылам, оло йәштәге туғандарыма ла бүләк итәм. Минең уйымса, гәзит һәр етәксенең, хакимиәт башлығының, уҡытыусының, мәҙәниәт хеҙмәткәренең, китапханасының һәм аңлы, зыялы милләттәштәребеҙҙең өҫтәл гәзите булырға тейеш, - ти Зөлфиә Басир ҡыҙы.

🤝Телһөйәр, рухлы етәксебеҙгә рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм милләттәштәребеҙҙе башҡорт баҫмаһына яҙылыуҙа әүҙемерәк булырға саҡырабыҙ.

Хөрмәтле дуҫтар! «Изге подписка» акцияһына ҡушылып, атай-әсәйҙәрегеҙгә, яугирҙар ғаиләләренә, күп балалы ғаиләләргә, оло йәштәге таныштарығыҙға, күршеләрегеҙгә 2027 йылдың беренсе ярты йыллығына «Урал» гәзитен бүләк итеп яҙҙырығыҙ. Изгелек ерҙә ятып ҡалмай. Белешмәләр өсөн тел.: 8-903-353-84-68.
Һеҙҙән матур хәбәрҙәр көтәбеҙ, милләттәштәр!
#Добраяподписка#Изгеподписка#Уралгәзите


😷 Битлектәр кире ҡайта

Миҙгелле киҫкен респиратор вирус инфекцияларының (ОРВИ) артыуы фонында Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Роспотребнадзор йәмәғәт транспортында, магазиндарҙа, сауҙа үҙәктәрендә һәм кешеләр күпләп йыйылған башҡа урындарҙа битлек кейергә саҡыра. Был бигерәк тә ноябрь аҙағында — A/H1N1 «сусҡа киҙеүе»нең әүҙем таралыуы арҡаһында көнүҙәк.

Белгестәр иҫкәртеүенсә, битлек йүткергәндә, сөскөргәндә һәм һөйләшкәндә дым киҫәксәләре өсөн "кәртә" тыуҙыра. Бер тапҡыр ҡулланыла торған битлекте һәр 2–3 сәғәт һайын йәки еүешләнгәндә шунда уҡ алмаштырырға кәрәк, уны ҡабаттан кейергә ярамай — ул һаҡлау үҙенсәлектәрен юғалта. Битлек танауҙы, ауыҙҙы һәм эйәкте ҡаплап торорға тейеш; уға бысраҡ ҡулдар менән ҡағылырға ярамай, ҡулдарҙы һабын менән кәмендә 20 секунд йыуырға кәрәк.




2026 йылдың 1 декабренән Башҡортостанда льготалылар йәмәғәт транспортында ни бары 1 һумға юл йөрөй алырға мөмкинлек аласаҡ.
Был акция йәш буйынса пенсионерҙарға һәм I, II, III төркөмдәге өлкән йәштәге инвалидтарға ҡағыла. Ул нисек эшләй – карточкаларҙа аңлатылған.


Сермән ауылынан ағалы-ҡустылы Шәғәлиндәр - тирә-яҡҡа билдәле кешеләр. Иҙел башында, моғайын, был оҫталар тураһында ишетмәгән кеше юҡтыр. Ауылдаштары уларға, иҫке тракторҙан алып автомобилгә тиклем, бөтә техниканы ремонтларға алып килә һәм оҫталар эшкә тотонһа механизмдың сәғәт кеүек эшләйәсәген белә. Ә бына уларҙың һөнәрҙәренең киңлеге гайка асҡысы сиктәренән сығыуын күптәр белмәйҙер ҙә. Ағалы-ҡустылылар еңел генә бумала һәм киндергә тотона, портреттар һәм пейзаждар төшөрә, ә уларҙың үҙ ҡулдары менән эшләгән эштәре күптәрҙе һоҡландыра.

https://ural-rb.ru/articles/zamandash/2026-11-27/serm-nde-altyn-uldary-o-ta-sh-lind-r-dinastiya-y-4891119


🗞️Район хакимиәте башлығы Азат ХӘКИМОВ “Урал” гәзитенә йыл да яҙыла һәм “Изге подписка” акцияһына ла ихлас ҡушылды. Азат Салауат улы үҙенә һәм махсус хәрби операция яугиры ғаиләһенә 2027 йылдың беренсе ярты йыллығына “Урал” гәзитен бүләк итте.
- “Изге подписка” - яугирҙарҙың ғаиләләренә ярҙам итеүҙең бәләкәй генә бер ысулы. Бындай ярҙам күрһәтеү айырыуса мөһим тип уйлайым, яугирҙарыбыҙҙың ғаиләләре беҙҙең хәстәрлекте бар яҡтан да тойорға тейеш. Район-ҡала тормошон яҡтыртҡан, республика һулышын сағылдырған, төрлө проблемаларҙы күтәргән, һәр һанда тиерлек махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарыбыҙҙың батырлығы тураһында яҙған, гуманитар ярҙам күрһәтеүселәр, ирекмәндәр хаҡында һөйләгән, Еңеүгә ышаныс, рух өҫтәгән мәҡәләләр донъя күргән гәзитебеҙҙе һәр ғаилә алдырырға тейеш, - тине хакимиәт башлығы.

🤝Азат Салауат улына изге эшкә ҡушылғаны һәм барыһына ла өлгө күрһәткәне өсөн рәхмәтлебеҙ һәм эшендә уңыштар теләйбеҙ. "Урал"ға яҙылыу дауам итә. Һеҙҙән матур хәбәрҙәр көтәбеҙ, милләттәштәр!
#Добраяподписка#Изгеподписка#Уралгәзите


«Фәрзәнә Көнбайышҡа юл тота»

Батырлыҡ, дуҫлыҡ һәм хәтер хаҡындағы был тарихты һәр кем күрергә тейеш.


12 ноябрҙән Башҡортостандың бөтә кинотеатрҙарында күрһәтелә! 19 ноябрҙән фильм рус телендә закадр тауышы менән дә сыға башланы.
Был — башҡорт киноһы тарихында 1944 йылдағы ысын ваҡиғаларға нигеҙләнеп төшөрөлгән балалар һәм йәштәр өсөн тәғәйенләнгән тәүге тулы метражлы хәрби-патриотик фильм.
Төп ролде Өфөнән йәш дебютант Әминә Сәлмәнова башҡара. Фильм режиссёры — Булат Йосопов.
Башҡорт кинематографистарына ярҙам итегеҙ, киноға бөтә ғаиләгеҙ менән килегеҙ! Билеттарҙы кинотеатр кассаларында һәм онлайн һатып алырға мөмкин.





Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала бер аҙ ҡар яуыуы фаразлана. Ҡайһы бер райондарҙа буран, юлдарҙа боҙлауыҡ, урыны менән көрт һалыуы мөмкин. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ -1, -6°.

Шәмбе, 28 ноябрҙә, бер аҙ ҡар яуыуы тиклем, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -5, -10°, көндөҙ -1, -6°.

Йәкшәмбе, 29 ноябрҙә, урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -8, -13°, аяҙытҡанда -18°, көндөҙ -4, -9°.


«Урал»ды ҡурсалайыҡ, һаҡлайыҡ!
Гәзитебеҙҙең дуҫы Рәил ИШМӨХӘМӘТОВ йыл һайын «Урал»ды ололарға бүләк итә. Матбуғатҡа яҙылыу осоронда гәзит алдырыусыларға бүләк алырға, гәзиттең төрлө сараларында бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә.
- Үҙ телебеҙҙә, сыҡҡан гәзитте һаҡларға, йәшәтергә кәрәк. Башҡорт баҫмаһы оҙаҡ йылдар мөхәрририәттә эшләгән тырыш журналистар, гәзит хеҙмәткәрҙәре тарафынан һаҡланып, йәшәп килгән иң оло баҫмаларҙың береһе. Әллә күпме быуын гәзит менән бергә үҫкән, бергә олоғайған. Әлеге ваҡытта башҡорт баҫмалары ауырлыҡ кисерә, төрлө сәбәптәр арҡаһында тираждары кәмей. «Урал» гәзите өсөн дә һәр дана ҡәҙерле. Әгәр гәзит алдырыусылар булмаһа, башҡорт гәзитен дә тотмаҫтар. Беҙгә, башҡорттарға оят булыр. Һан яғынан ҡарағанда район-ҡалала башҡорттар ҙа күп кеүек. Ә бына ололар гәзитте уҡырға бик теләһәләр ҙә, яҙыла алмай, пенсиялары бәләкәй йә почта булмау сәбәпле, таратылмай. Үҙем «Урал» гәзитенән мөрәжәғәт итһәләр, ярҙам итергә тырышам. Гәзит иғлан иткән «Изге подписка» акцияһына ихлас ҡушылам һәм оло йәштәгеләргә, махсус хәрби операция яугирҙары ғаиләләренә 10 дана «Урал» гәзитен бүләк итәм. Тиҙҙән Яңы йыл етә, һәр кем изгелектәр, мөғжизәләр көтә. Яңы йылда гәзитте бүләккә алған ғаиләләр ярты йыл буйы рәхәтләнеп башҡорт баҫмаһын уҡыһын. Гәзит йәшәһен, барыбыҙ ҙа һау булайыҡ!
Күптәнге дуҫыбыҙ Рәил Ишмөхәмәтовҡа мөхәрририәт тарафынан рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм эшендә уңыштар теләйбеҙ.
Хөрмәтле дуҫтар! «Изге подписка» акцияһына ҡушылып, яугирҙар ғаиләләренә, күп балалы ғаиләләргә, оло йәштәге таныштарығыҙға, күршеләрегеҙгә 2027 йылдың беренсе ярты йыллығына «Урал» гәзитен бүләк итеп яҙҙырығыҙ. Изгелек ерҙә ятып ҡалмай. Белешмәләр өсөн тел.: 8-903-353-84-68.
Һеҙҙән матур хәбәрҙәр көтәбеҙ, милләттәштәр!
#Добраяподписка#Изгеподписка#Уралгәзите


Башҡортостан Республикаһының төбәк әһәмиәтендәге дөйөм файҙаланыуҙағы автомобиль юлында йөк транспорт саралары һәм пассажир транспорты өсөн хәрәкәтте сикләү оҙайтылды.

📌 Өфө – Инйәр – Белорет (67-се саҡрымдан 204-се саҡрымға тиклем, Архангел, Белорет райондары)

Һауа шарттарының насар булыуына бәйле (ҡар, епшек ҡар, боҙлауыҡ).

Хәрәкәтте туҡтатыуҙың яҡынса тамамланыу ваҡыты: 2026 йылдың 27 ноябрендә урындағы ваҡыт менән сәғәт 11.00-гә тиклем.




Репост из: Администрация Белорецкого района
❗️Внимание! Уважаемые автомобилисты! Очень важная информация.
Сегодня, в ночь на 27 ноября (с 00:00 ч.), подрядная организация ООО «Башспецстрой» будет производить очистку улиц города от снега.

Просьба не парковать автомобили на проезжей части.


Әсәйҙәр көнө алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров дәүләт наградалары тапшырҙы.
Һәр награда артында ҙур хеҙмәт, мөхәббәт һәм көндәлек батырлыҡ тора. Был ғаиләләрҙең һәр береһенең үҙенсәлекле яҙмышы бар. Наградаланғандар араһында тәрбиәгә алған балаларға йылылыҡ һәм өй бүләк иткәндәр, айырым иғтибар талап иткән үҙенсәлекле балалар тәрбиәләүселәр бар. Һәм, әлбиттә, Ватанды һаҡлаусылар – геройҙар ғаиләләре лә бар.
Айырыуса ғорурлыҡ һәм рәхмәт һүҙҙәре Рәсәй Геройы, гвардия капитаны Владислав Бочаровтың әсәһе Юлия Бочароваға яңғыраны. Юлия Евгеньевнаға «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы тапшырылды.





Акцияға ҡушыл һәм гәзит бүләк ит!

- "Урал"ды бик тә яратып уҡыйбыҙ. Гәзит хеҙмәткәрҙәренең тырышып эшләгәнен дә күреп торабыҙ. Матбуғатҡа яҙҙырыу ваҡыты улар өсөн бигерәк тә ҡыҙыу осор. Гәзит тә сығарыр кәрәк, тираж йыйыу өсөн дә йүгерер кәрәк. Почтаның илке-һалҡы эшләүе, ауылдарҙа почта бүлексәләренең ябылыуы, почтальондарҙың юҡлығы гәзит коллективының бәкәленә һуға. Беҙҙең ғаилә һәр саҡ "Урал" гәзитенә өҫтөнлөк бирҙе. Йыл һайын башҡорт баҫмаһын теләп яҙҙырам. "Изге подписка"ға ла ихлас ҡушылам һәм яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамы менән оло йәштәге ғаиләгә "Урал" гәзитен бүләк итәм. Әйткәндәй, яңы йыл алдынан ололарға гәзит бүләк итеү кешегә ҡарата хәстәрлек, иғтибар билдәһе ул,- ти район хакимиәтенең административ комиссияһы рәйесе урынбаҫары Салауат КИЛДИН.
Салауат Ғәлим улы йәш булыуына ҡарамаҫтан, бик иғтибарлы, көслө рухлы, дәртле егет. Гәзитебеҙгә йыл да яҙылмай ҡалғаны юҡ. Матбуғатҡа яҙҙырыу ваҡыты етһә, тәүгеләрҙән булып инициатива күрһәтә. Салауат Килдинға изге ғәмәле өсөн рәхмәт белдерәбеҙ, һаулыҡ, эшендә уңыштар теләйбеҙ. Оло йәштәгеләргә бер бәләкәй генә кешелек мөнәсәбәте уларҙың йәмғиәттә яңғыҙ түгеллеген күрһәтә.

Хөрмәтле район-ҡала халҡы! «Изге подписка»ға теләгән һәр кем ҡушыла ала. Шулай уҡ, хәйриә сиктәрендә күп балалы ғаиләләргә, ветерандарға, яугирҙар ғаиләләренә, оло йәштәге таныштарығыҙға, күршеләрегеҙгә һәм ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға 2027 йылдың беренсе ярты йыллығына «Урал» гәзитен бүләк итеп яҙҙыра алаһығыҙ. Изге эшкә ҡушылығыҙ! Белешмәләр өсөн тел.: 8-903-353-84-68.
Һеҙҙән матур хәбәрҙәр көтәбеҙ, милләттәштәр!
#Добраяподписка#Изгеподписка#Уралгәзите


Репост из: Радий Хабиров
На 14 семей – 110 детей! В преддверии Дня матери, самого светлого и трогательного праздника, вручил многодетным родителям нашей республики государственные награды.

У каждой из этих семей – своя судьба. Кто-то воспитывает приемных детей, особенных ребят. Есть семьи героев – защитников Отечества. Низкий поклон всем им – за мудрость, терпение и непростой родительский труд. 

Всегда говорил, что большие, дружные семьи – главное богатство нашей республики. У нас в Башкортостане таких – более 76 тысяч. Продолжим делать все для их поддержки – все дети и родители должны быть счастливы. 

С наступающим праздником всех мам! Крепкого вам здоровья!


«Урал» - минең айырылғыһыҙ дуҫым.
- Ҡәҙерле яҡташтарым! Үҙ телебеҙҙә сыҡҡан «Урал» гәзитенә һәм башҡа башҡорт баҫмаларына яҙылығыҙ! Үҙем нисәмә йылдар «Урал»ға яҙылам һәм яратып уҡыйым. Гәзиттең килгәнен көтөп алам. Типография буяуы аңҡып торған гәзит-журналдар айырыуса күңелгә яҡын. «Урал» - ул минең айырылғыһыҙ дуҫым. Гәзиттә мин рәхәтләнеп яҙышам, әленән-әле мәҡәләләрем, шиғырҙарым баҫылып сыға, «Шахмат клубы»н алып барам, конкурстарҙа ҡатнашам. Гәзитебеҙ үткәргән сараларға теләп ҡушылам, күп ваҡыт үҙем инициатива күрһәтәм. Киләһе йылдың беренсе ярты йыллығына ғаиләм менән гәзиткә алдан уҡ яҙылып ҡуйҙыҡ. «Изге подписка» акцияһы иғлан ителгәс, Яңы йылға бүләк итеп үҙебеҙҙең ғаиләнән 3 дана гәзитте башҡорт баҫмаһын яратып уҡыған, тик әлеге ваҡытта ниндәйҙер сәбәп менән яҙҙыра алмаған ғаиләләргә бүләк итергә булдыҡ. Яңы йыл һәммәбеҙгә лә көтөлмәгән бәхет, ҡыуаныстар алып килһен, - тигән теләктә ҡалабыҙ, тине Межгорье ҡаласығында йәшәгән шахмат композиторы, шағир, яҙыусы Франгил ҒӘЛИЕВ.
Гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы Франгил Ғәлиевкә ихласлығы, ярҙамсыл һәм киң күңелле булғаны, гәзит яҙмышына битараф булмағаны өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Хөрмәтле яҡташтар! «Изге подписка» акцияһына ҡушылып, яугирҙар ғаиләләренә, күп балалы ғаиләләргә, оло йәштәге таныштарығыҙға, күршеләрегеҙгә 2027 йылдың беренсе ярты йыллығына «Урал» гәзитен бүләк итеп яҙҙырығыҙ. Белешмәләр өсөн тел.: 8-903-353-84-68.
Һеҙҙән матур хәбәрҙәр көтәбеҙ!
#Добраяподписка#Изгеподписка#Уралгәзите


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Һоҡландырғыс мөхәббәт һәм батырлыҡ тарихы: Башҡортостанда ниңә арбалы ҡатындарға һәйкәл ҡуйғандар?

Показано 20 последних публикаций.