СӘХИФӘ ТУРАҺЫНДА...
Хәҙер өйҙән эҙләмәйҙәр,
Әйтмәй кеше: "Утың юҡ!"
Ҡайҙа юғалдың, ти улар
Сәхифәңдә фотоң юҡ.
Фото һалһаң. Йән үртәргә
Таба кемдер сараһын,
Донъя көтмәй, ирҙе ташлап,
Ҡайҙа китеп бараһың?
Ә һалмаһаң, ғауға ҡуба,
Ҡайҙа йөрөнөң кисә?
Сәхифәңә инеп һине
Эҙләнем әллә нисә!
Ниндәй кейем кейеп алдың,
Кисә нимә ашаның?
Ниҙәр ҡылдың, кемде күрҙең,
Ниңә беҙҙе ташланың?
Дуҫтар-туғандар ҙа түгел,
Ят кешеләр йөҙәтә.
Һинең тормош менән йәшәй,
Һәр аҙымды күҙәтә.
Кемдең ҡайҙа йөрөгәне
Бик-бик ҡыҙыҡ былай ул...
Аҡыл өйрәтә, тимәгеҙ,
Мин үҙем дә шулай ул!
(Зөлфиә Ханнанова)
Хәҙер өйҙән эҙләмәйҙәр,
Әйтмәй кеше: "Утың юҡ!"
Ҡайҙа юғалдың, ти улар
Сәхифәңдә фотоң юҡ.
Фото һалһаң. Йән үртәргә
Таба кемдер сараһын,
Донъя көтмәй, ирҙе ташлап,
Ҡайҙа китеп бараһың?
Ә һалмаһаң, ғауға ҡуба,
Ҡайҙа йөрөнөң кисә?
Сәхифәңә инеп һине
Эҙләнем әллә нисә!
Ниндәй кейем кейеп алдың,
Кисә нимә ашаның?
Ниҙәр ҡылдың, кемде күрҙең,
Ниңә беҙҙе ташланың?
Дуҫтар-туғандар ҙа түгел,
Ят кешеләр йөҙәтә.
Һинең тормош менән йәшәй,
Һәр аҙымды күҙәтә.
Кемдең ҡайҙа йөрөгәне
Бик-бик ҡыҙыҡ былай ул...
Аҡыл өйрәтә, тимәгеҙ,
Мин үҙем дә шулай ул!
(Зөлфиә Ханнанова)