Атайсал


Гео и язык канала: Россия, Татарский
Категория: Новости и СМИ



Гео и язык канала
Россия, Татарский
Категория
Новости и СМИ
Статистика

Әлфиә Шүлгән альбомынан.

Сәк- сәк "Һә, тигәнсе!"

3 йомортҡаға 2 аш ҡалағы көнбағыш майын һалып туғыйым да он өҫтәп баҫам. Ҡамырым билмән ҡамырынан сак ҡына йомшағыраҡ булһа ла яраған. Йәймә йәйеп, таҫмалағас, һалма ҙурлыҡ (4 см* 7 мм) итеп ҡырҡып ҡуям.

Суйынға сама менән көнбағыш майы һалам. Сәк-сәктәребеҙ тигеҙ бешеһен өсөн болғатып торам. Ҡабарып, һарғылт төҫ алғас та һөҙөп алына.

Сиропҡа ярты стакан шәкәрҙе 4 аш ҡалағы һыу менән талғын утта иретәм. Масса ҡалаҡтан һуҙылып ағып төшөп торорлоҡ булһын. Уттан алып бер аҙ һыуытҡас ҡына, 4 аш ҡалағы бал ҡушып тигеҙ итеп болғатам .Эҫе сиропҡа балды ҡалып ҡайната күрмәгеҙ, (!!!)юғары градуста ул ағыуға әйләнә бит.

Баллы сироп Сәк-сәктәребеҙ өҫтөнә ҡойола. Тәрилкәгә, батмусҡа матур итеп өйөп ҡуйыла.

Бер өйрәнһәң, һә, тигәнсе бешерәһең дә алаһың!!! Сәйҙәрегез сәк- сәктәр менән тәмле булһын!!!


Репост из: Радий Хабиров
Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
В мелодиях курая – душа, культура и богатая история нашего народа. Наша память, которую мы обязаны бережно хранить и передавать следующим поколениям.

Именно поэтому два года назад мы учредили в республике День курая – чтобы эта музыка жила в веках. От души всех поздравляю с этим молодым, замечательным праздником!

Ҡурай көнөн үткәреү, Дәүләт ҡурайсылар ансамблен ойоштороу хаҡында ҡарар ҡабул иткәндә, халҡыбыҙҙың рухи нигеҙҙәрен нығытыуҙы, ҡәҙерле ҡомартҡыбыҙҙы яңынан-яңы быуындарға тапшырыуҙы, ҡурай сәнғәтен үҫтереүҙе күҙ уңында тотҡайныҡ. Хаҡ юлда булыуыбыҙға шикләнмәйем. Ынтылыштар уртаҡ икән, маҡсаттар мотлаҡ тормошҡа ашыр.

Байрам менән, дуҫтар!


Репост из: Радий Хабиров
Перед Днём Республики мы сделали еще одно важное дело – включили подсветку мечети «Ар-Рахим». Вот так она будет выглядеть по вечерам.

Всех с праздником!




***
Үҙ-үҙеңә асыуланма,
Ярат үҙеңде.
Буй-һыныңды, уйҙарыңды,
Әйтер һүҙеңде.

Һәр кемдең бар кәмселеге
Был ер йөҙөндә:
Кем йыбана, кем мутлаша
Йоммай күҙен дә...

Кемдер оҙон, кемдер ҡыҫҡа,
Кем ҡылый күҙле,
Кемдер туҡтамай шаяра,
Кемдер аҙ һүҙле...

Кемебеҙ аҡ, кемдер ҡара,
Йә ҡыҙыл тәнле.
Кемдер һаран, тар күңелле,
Кем изге йәнле...

Бөтәбеҙҙе лә яратҡан
Хоҙай тиң итеп.
Йәшәргә Ер шарын биргән,
Иркен, киң итеп.

Беҙ үҙебеҙ тарһынабыҙ
Киң еребеҙҙе.
Яҡшы-яманға бүләбеҙ
Бер-беребеҙҙе.

Бер кемгә лә ҡарамайса,
Үҙ юлыңды һал!
Үҙ-үҙеңә асыуланма -
Үҙең булып ҡал!

©• Сәкинә Тотманова


Ғүмеренең 40 йылын мәғарифҡа арнаған Яңылбикә Рәүил ҡыҙы Вәлишина "Рәсәй Федерацияһының мәғариф өлкәһенең почетлы хеҙмәткәре" тип табылды. Ул Баймаҡ районы Кәрешкә мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта.
🌹🌹Хөрмәтле Яңылбикә Рәүил ҡыҙы!
Һеҙҙе юғары награда алыуығыҙ менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Был награда һеҙҙең намыҫлы хеҙмәтегеҙҙең лайыҡлы баһаһы. Һеҙгә сәләмәтлек, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ һәм именлек теләйбеҙ! 💐


❗Əйтер һүҙең өс иләк аша үтһен
Бер кеше аҡыл эйәһе янына килә лә:
- Һеҙҙең турала дуҫығыҙ нимә һөйләгәнен әйтәйемме? - ти, йыш-йыш тын алып.
- Туҡта, көтөп тор, - тип яуаплай аҡыл эйәһе. – Нимә әйтергә теләгәнеңде тәүҙә өс иләк аша үткәр.
- Нисек?
- Беренсенән, был һүҙҙәрҙе ДӨРӨҪЛӨК иләгенә һал. Миңә әйтәһе һүҙеңдең хаҡ икәнен ныҡлы беләһеңме?
- Юк. Ишеттем генә...
- Яҡшы. Тимәк, дөрөҫмө-түгелме икәнен белмәйһең. Хәҙер инде был хәбәреңде ИЗГЕЛЕК иләгенән үткәрәйек. Һин минең дуҫым хаҡында яҡшы хәбәр әйтергә теләйһеңме?
- Юҡ! Киреһенсә...
- Тимәк, - тип һүҙҙе бүлә аҡыл эйәһе. – Һин уның тураһында, хатта ки дөрөҫлөктө белмәһәң дә, ниндәйҙер насар һүҙ еткерергә ниәтләйһең. Өсөнсөһө – ФАЙҘА иләге. Миңә был хәбәрҙе ишетеү мотлаҡмы? Ул  тормошома ыңғай йоғонто яһармы, файҙа килтерерме?
- Юҡ...
- Тимәк, еткерергә теләгән һүҙең хаҡ та, яҡшы ла, файҙалы ла түгел. Бындай осраҡта уны ниңә әйтергә?

ИНТЕРНЕТТАН АЛЫНДЫ


💥Сибай егете халыҡ-ара олимпиадала еңеү яулап, Башҡортостанды, халҡын данланы!

Сибай ҡалаһы гимназияһының 11-се класында уҡыған 17 йәшлек Йәнтилин Искәндәр VI Халыҡ-ара финанс хәүефһеҙлеге олимпиадаһында алтын миҙал яуланы! Лайыҡлы награда уға Красноярск ҡалаһында тапшырылды.

Искәндәр — яңғыҙ зачётта иң яҡшыһы булыуҙан тыш, йыйылма командаһы составында ла еңеүгә өлгәшкән. Улар пенсионерҙарҙы һәм балаларҙы мутлашыусылар тоҙағына эләкмәҫкә өйрәткән ябай, шул уҡ ваҡытта кәрәкле тренажёр уйлап тапҡан.
Финалда сәхнәгә Искәндәр награда алған мәлдә башҡорт бүреген кейеп, республика флагы менән сыҡты. Башҡорт егете шул рәүешле милләтен танытты.

Рухлы яҡташыбыҙ илдең иң яҡшы юғары йорттарына имтиханһыҙ уҡырға инеү мөмкинлеге алды.
Афарин!


Республика башлығы Салауат Юлаев премияһы лауреаттарын бүләкләне.

Бына улар: композитор Рим Мәхмүт улы Хәсәнов, режиссер Илшат Мәғәфүр улы Фәхертдинов, яҙыусы Мөнир Сәхиулла улы Ҡунафин һәм режиссер Рөстәм Милләт улы Хәкимов, Владимир Геннадьевич Лобанов, Рөстәм Аэз улы Хәсәнов, Фирдант Сәлимйән улы Нуриәхмәтов һәм Илгиз Фазылйән улы Фәйзуллин.

Ҡотлайбыҙ!

Фотоларҙа- күренекле композитор Рим Хәсәнов, яҙыусы Мөнир Ҡунафин, режиссёр Рөстәм Хәкимов.


🏅 Лайыҡлыларға - дәүләт наградалары.

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төрлө өлкәләрҙә ҙур уңыштарға өлгәшкән яҡташтарыбыҙға дәүләт наградалары тапшырҙы.

🔹 Халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев «Республика алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орденына лайыҡ булды. Ғалим Венер Вәхитовҡа һәм мәғариф эшмәкәре Фәүҡәт Ҡыҙрасовҡа Салауат Юлаев ордены тапшырылды.

🔹 Хәрбиҙәрҙең һәм халыҡ именлеген һаҡлаусыларҙың хеҙмәте лә юғары баһаланды. Альберт Бикбулатов — генерал Шайморатов ордены, Антон Иванов "МХО ҡатнашыусыһы" хәрби миҙалы менән бүләкләнде. Александр Карпунинға Батырлыҡ ордены һәм «Донецк Халыҡ Республикаһы Геройы» исеме бирелде.

🔹 Кирилл Первовҡа Батырлыҡ ордены һәм II дәрәжә «Ҡыйыулыҡ өсөн» миҙалы, Валерий Олейникка генерал Шайморатов миҙалы тапшырылды.

🔹 Республика онкология диспансерының баш табибы Адель Измайлов «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалына лайыҡ булды. Дмитрий Новиков, Зиннур Шиһапов һәм Мирхәт Ҡаҙарғолов дәүләт наградалары менән билдәләнде.

🔹 Дрондар уҙышы буйынса Волга буйы федераль округы чемпиондары — уҡыусылар Григорий Усатов менән Алмаз Фәйзуллин Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хатын алды.

🔹Шулай уҡ Салауат Юлаев дәүләт премияһы лауреаттары тәбрикләнде. Бүләккә композитор Рим Хәсәнов, Милли йәштәр театры баш режиссеры Рөстәм Хәкимов һәм яҙыусы Мөнир Ҡунафин лайыҡ булды. “Башҡортостан” концерт залы баш режиссеры Илшат Фәхертдинов, “41-се йыл ҡатындары” һәйкәле авторҙары Владимир Лобанов, Рөстәм Хәсәнов, Фирдант Нуриәхмәтов һәм Илгиз Фәйзуллинға шулай уҡ ошо премия бирелде.

Алдағы көндәрҙә лә илһамланып ижад итергә, республика мәҙәниәте, сәнғәте өсөн янып хеҙмәт итергә яҙһын. Уңыштар һеҙгә!


Баймаҡта "Таҙа Таналыҡ" акцияһы үтте. Халыҡ йылға буйын таҙаланы. Актив граждандар, ирекмәндәр һәм район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре ярҙамында йөк машинаһы менән 10 йөк ҡый сығарылған.


Иҫәнлектәр һорайым яҡындарға,
Сәләмәтлек һорайым, Хоҙайым.
Фәрештәләр һаҡлап торһа ине,
Ҡанат йәйеп йөрөр юлдарын.
Тыныс көндәр,яҡты төндәр
Булһа ине насип һәр көндә
Борсоу-хәсрәт,һағыш,хафаланыу-
Урап уҙһа ине һәр кемде!
Эй,Хоҙайым,хәүеф-хәтәрҙәрҙән
Һаҡлай күрһәң ине һин беҙҙе!
Рәнйетмәйсә йәшәй алһаҡ ине
Яҡындарҙы,күрше,дуҫ-иште.

🤲Лилиә Саттарова


💥Күмәк эш- ырамлы
«Айыҡауыл» конкурсында ҡатнашҡан Хәйбулла районы Йәнтеш ауылының ир-егеттәре автобус туҡталышы эргәһендәге баҡсаны күмәкләп кәртәләп ҡуйған. Эш барышында бағаналарға соҡор ҡаҙылып, кәртә ҡуйғандар, буяу эштәрен башҡарғандар, тирә-яҡты сүп-сарҙан таҙартҡандар. Ир-егеттәр үҙҙәре килтергән материалдарҙы һәм ҡоралдарҙы ҡулланып, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә эште тамамлаған.
Уларҙың берҙәмлеге һәм тырышлығы арҡаһында автобус туҡталышы яны тағы ла йәмлерәк, төҙөк һәм хәүефһеҙерәк булған. Бындай эштәр ауылдың йөҙөн биҙәй, халыҡтың берҙәмлеген нығыта.
Бергәләп эшләгәндә эш тиҙ бөтә!

- Ауылдаштарыбыҙға ҙур рәхмәт! Киләсәктә лә бергәләп йыйыштырыу һәм төҙөкләндереү эштәрен дауам итәсәкбеҙ, - тип яҙа социаль селтәрҙә йәнтештәр.

#ВоспитаниеВКультуре
#ҡоролтай
#Янтышевский_СДК
#Антинганский_Сельсовет #Хайбуллинский_район.
#Трезвое_село_Янтышево #Айыҡ_Йәнтеш_ауылы
#ТрезвоеСело2026
#АйыҡАуыл2026
#БөтәДонъяБашҡорттарыҠоролтайыДеревня_Янтышево


Мотал Рәмов
Ауылым мәҙәктәре
“Өй эйәһе”
Ике туған ағайымдарҙың ике малайы булып, бик шуҡ һәм ҡулсыр ир еттеләр. Бәләкәйҙәре бигерәк тә шайтан булды инде – оронмаған, боҙмаған, теймәгән нәмәһе булмай торғайны. Уның менән булған ҡыҙыҡтарҙы яҙһаң, үҙе бер ҡалын китап хасил булыр ине... Ҡайһы берҙәрен әле лә йыш ҡына иҫләп, һөйләп көлөп алам. Торғаны менән бер аяҡлы анекдот булды...
...Көҙгә табан өйҙәрендә йоҡлап яталар икән былар. Төн уртаһында алғы өйҙә ятҡан ағайымдың ҡолағына берәүҙең илағаны салына. Уяна ла, аптырап, тыңлап ята икән: илау тауышы малайҙар ятҡан төп яҡтан килә... Ағайым ипләп кенә тора ла, шым ғына төпкә үтә. Диванда ятҡан бәләкәй улы илай икән.
–Нимә булды? Нишләп илайһың?
–Атай, мин ҡурҡам... Өйгә ен эйәләшкән... – Малай шулай ти ҙә, юрғанын бөркәнеп, сеңләүен дауам итә.
–Кит, бушты һөйләмә! Ниндәй ен эйәләһен!
–Ысын, атай, утты һүндер ҙә, эргәмдә тыңлап ултыр әле...
–Бер нимә лә ишетелмәйсе...
–Тороп тор... Шым ғына ултыр!
Бер аҙҙан малай атаһына һыйына:
–Ишетәһеңме? Ауыр итеп көрһөнә... Ә һин ышанмаған булаһың... – Илауға күскән улын ҡосаҡлап, ағайым да шиккә төшә. Ысынлап та, иҙән аҫтында кемдеңдер уфтанғаны ишетелә шул. Ағайым урынынан тора һалып, светты яға. Быларҙың үҙ-ара һөйләшкәненә еңгәйем дә уянып яндарына сыға. Утты һүндереп, бер аҙ шым ғына ултырһалар, баяғы тауыш ҡабатлана икән... Йоҡолары оса, ут яҡтыһында ултырып ҡаршылайҙар таңды...
Малдарын көтөүгә ҡыуып, иртәнге сәй эсеү менән ағайым ике малайы менән иҙәнен ҡутара башлай. Таҡталарын алһалар, нәҡ бәләкәй малай ятҡан диван тәңгәлендә генә йомран үҙенә өң эшләп алған икән... Аҫтына төрлө йомшаҡ нәмәләр түшәгән, ти. Баҡһаң, йоҡлағанында уфтана икән йәнлек...
Йомран ҡайҙан өйҙә хасил булған тиһегеҙме? Бар нәмә менән ҡыҙыҡһынған әлеге малайҙары үҙе ҡырҙан тотоп алып ҡайтҡан да, уныһы сығып ҡасҡан икән. Аҙаҡ иҙән аҫтарына эйәләшкән... Бына һиңә “өй эйәһе”!


ҮӘТ, БЫЛ ШӘП!
Хәйбулла районында үткәрелгән «Тере һыу» конкурсында еңеп, аҡса алыуға өлгәшкән аҡъюлдар матур арт-объект урынлаштырған.
— Был— беҙҙең еңеүебеҙҙең һәм тырышлығыбыҙҙың сағыу билдәһе. Ошо матурлыҡты булдырыуҙа ҡатнашҡан, көсөн, ваҡытын һәм ижади фекерен йәлләмәгән барлыҡ оҫталарға, Аҡъюл ауылы биләмәһе башлығы Илнар Айҙар улына һәм уның командаһы: Бикбов Сәлих, Дәүләтбирҙин Шәйәхмәт, Ишемғолов Мөрфәиз, Ишемғолов Рәжәп һәм конкурста ҡатнашҡан ауыл халҡына ихлас рәхмәт белдерәбеҙ! Хәҙер ауылыбыҙ тағы ла матурыраҡ, йәмлерәк булды. Киләсәктә лә берҙәм булып ҡалайыҡ,—ти Аҡъюл ауылы халҡы.


Салауат Юлаев премияһы лауреаттары. Тулы исемлек:

Рим Мәхмүт улы Хәсәнов, милли йыр сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн;

Илшат Мәғәфүр улы Фәхертдинов, «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған тантаналы концерт»ты ижад иткәне өсөн;

Мөнир Сәхиулла улы Ҡунафин, Рөстәм Милләт улы Хәкимов, «Бер ғүмер етмәй» спектакле өсөн;

Владимир Геннадьевич Лобанов, Рөстәм Аэз улы Хәсәнов, Фирдант Сәлимйән улы Нуриәхмәтов, һәм Илгиз Фазылйән улы Фәйзуллин.
Стәрлебаш районында «41-ҙең ҡатын-ҡыҙҙары» һәйкәлен булдырған өсөн

Бүләкләү тантанаһы 11 октябрҙә, Республика көнөндә үтә.


Баймаҡ районы Һаҡмар ауылынан Дилара һәм Шамил Заһиҙуллиндар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн үҙҙәренең автомобилен бүләк итте. Был транспорт алғы һыҙыҡҡа кәрәкле әйберҙәрҙе еткереүҙә һәм яралыларҙы эвакуациялауҙа ышаныслы ярҙамсы буласаҡ.
Заһиҙуллиндарҙың улдары – «Ваха» позывнойлы яугир – махсус операция башланғандан алып алғы һыҙыҡта. Уға һәм бөтә һалдаттарыбыҙға иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.
Шулай уҡ «Беҙ бергә» ирекмәндәр штабы Баймаҡтан Ғәлиевтар ғаиләһенән Абдулла исемле яугир өсөн машина һатып алды. Ул яҡын арала фронтҡа оҙатыласаҡ. Машина оҙаҡ һәм ышаныслы хеҙмәт итеп, егеттәребеҙгә хәрби бурыстарын үтәргә һәм имен-аман өйҙәренә ҡайтырға ярҙам итһен.
Абдуллаға һәм уның подразделениеһына уңыштар, ныҡлы рух һәм Еңеү менән тиҙерәк ҡайтыуҙарын теләп ҡалабыҙ.
Был машиналар «Беҙ бергә» ирекмәндәр штабы фронтҡа ебәргән 9-сы һәм 10-сы транспорт. Ошо изге эштә ҡатнашҡан һәр кемгә ҙур рәхмәт!


🌹Ҡибла барлау 🕋
Аҙан ишетелмәй, саң да ҡаҡмай
Торған бер болғансыҡ заманда,
Тау ҡәҙәрле күстәнәстәр тейәп,
Әсәй килгән ине Ҡаҙанға.
Автобустан уны ҡаршы алдыҡ.
Әйберҙәрен көскә күтәреп,
Өйгә ҡайтып кергәнебеҙ иҫтә,
Бик күп мәлдәр, хәлдәр иҫтә юҡ.
Һөйләшкәндәр, ниҙер бешергәндәр...
Хәтеремдә түгел бер(е)һе лә.
Тик бер һүҙе йәнгә уйылып ҡалды,
Һиҫкәндерә иҫкә төшкәндә.
Өйгә ҡайтҡас, сәйҙәр эсеп алғас,
Сыҡты ла ул тәһәрәтләнеп,
“Ҡибла ҡайҙа? – тиеп һорап ҡуйҙы, −
Беләһеңме ҡайҙа икәнен?”
Мин аптырап ҡалдым. Белмәй инем
Ҡайҙа мәшриҡ, ҡайҙа мәғериб...
Бергә фекерләшеп, ҡарар ҡылдыҡ,
“Ҡибла шул тарафта булыр...” – тип.
Ҡибла мәсьәләһе хәл ителгәс,
Оҙаҡ итеп намаҙ уҡыны.
“Ҡибла ҡайҙалығын белмәгәс...” – тип,
Үҙ алдына һөйләп ултырҙы. –
“Һин бит ундай түгел инең, балам,
Бына ышан инде йәштәргә...
Ҡиблаңды ла белмәй, был донъяла
Ниндәй маҡсат менән йәшәргә?..”
Оят ине миңә. Ер тишегенә
Керер булдым, әгәр ярылһа.
Ярай ҙа ул әсәң иҫән саҡта,
Тотҡан ҡиблаларың табылһа.
Һиңә килдем, әсәй! Ҡәбереңә.
Йөҙөмдө йүнәлттем ҡиблаға.
Аллаһтан һиңә йәннәт түре,
Үҙемә – ярлыҡау һорарға.
Әсәкәйем! Рәнйеп ятма миңә!
Тотҡан ҡиблам мәңге юғалтмам.
Иманһыҙҙар, ҡиблаһыҙҙар менән
Уртаҡ ғәмәл, уртаҡ юл сапмам!
Кемдәр менән генә аралашһам,
Йөрөһәм дә мин хәҙер ҡайҙа ла.
Иң тәүҙә ҡибламды барлайым,
Ҡәлбемде йүнәлтәм ҡиблаға.
Күптән булған хәлдәр иҫкә төшөп,
Ҡайнар тиргә баттым ҡабаттан...
Ҡылмайбыҙмы икән ғәмәлдәрҙең
Үкенерлектәрен аҙаҡтан?!
Беҙ ҡибланы – шөкөр – таптыҡ та бит...
Күңел тыныс түгел шуларға:
Онотмайбыҙ микән балаларҙан
“Ҡиблаң ҡайҙа?” – тиеп һорарға?!.

(ШӘМСИӘ ЙЫҺАНГИРОВА,
татарсанан Зөлфиә Ханнанова тәржемәһе)


✨ "Әр-Рәхим" төрлө төҫтәрҙә балҡый! Бөгөн яңы яҡтыртыу системаһын һынап ҡарау мәсетте Өфөнөң төнгө күгендә сағыу маяҡҡа әйләндерҙе. Хайран ҡалырлыҡ күренеш!

✨ Әлегә яҡтыртыу системаһы һынала ғына. Һуңғы концепция объекттың техник, архитектура-эстетик һәм дини үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, дин әһелдәре менән ҡала етәкселеге тарафынан ҡабул ителәсәк.
Рәйлә Күсемханова
#ҠошТеле


Ҡотлайбыҙ!

Сибай гимназия-интернатының (РПМГИ №3) Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре фәненән уҡытыусы-ойоштороусы Эдуард Ирек улы БИКТАШЕВ «Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәренең иң яҡшы уҡытыусы-ойоштороусыһы» республика конкурсында еңеүсе тип танылды.
Финал һынауҙары Өфөнөң М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла үтте. Унда төбәктең һигеҙ иң көслө педагогы үҙәре, эш алымдары менән таныштырҙы, авторлыҡ программаларын яҡланы, асыҡ дәрестәр үткәрҙе, тест үтте, хәрби-ғәмәли күнекмәләр күрһәтте. 8 дәғүәсе араһында Эдуард Бикташев алдынғылыҡты бер кемгә лә бирмәне.
Еңеүсегә лайыҡлы награданы Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы урынбаҫары Алексей Головко тапшырҙы.

Показано 20 последних публикаций.