БСТ | Яңылыҡтар


Гео и язык канала: Россия, Татарский
Категория: Новости и СМИ


Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Связанные каналы

Гео и язык канала
Россия, Татарский
Категория
Новости и СМИ
Статистика

Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Мәскәүҙә Илдар Хәйруллиндан ҡурайҙа уйнау буйынса оҫталыҡ дәресе үтте

Мәскәүҙә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты Илдар Хәйруллиндан оҫталыҡ дәрестәре үҙҙы. Республика көнө һәм Ҡурай байрамына арнап уҙғарылған сарала ике тиҫтәнән ашыу ҡатын-ҡыҙ ҡатнашты. Халыҡ моңон танһыҡ итеүселәр ҡурайҙа тауыш сығарыу техникаһына өйрәнде.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Өфөнөң Ленин районында Республика көнөнә арналған тантаналы ултырыш үтте

Өфөнөң Ленин районы Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Республика көнөнә арналған тантаналы ултырыш уҙғарҙы. Ленин районы башҡаланың иң ҙур һәм ҡеүәтле райондарының береһе. Тап ошо муниципаль берәмектә көслө сәнәғәт предприятиелары менән бер рәттән социаль объекттар урынлашҡан.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Өфө ҡала мәҙәниәт һарайында республика көнөнә арналған тантаналы сара уҙҙы

Концертта «Мираҫ» ансамбле, йырсылар илһөйәрлек рухындағы номерҙарын башҡарҙы. Республиканы үҙ хеҙмәте менән данлағандарға дәүләт наградалары тапшырылды. «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле баш хормейстеры Эльвира Ғәйфуллина Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Башҡорт драма театры артистары Грозныйҙа «Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем» спектаклен күрһәтте

Чечен тамашасыһының күңелен арбаусы көслө сәхнә әҫәре. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары «Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем» спектакле менән «Федерация» Бөтә Рәсәй милли театрҙар фестивале сиктәрендә Грозныйҙа сығыш яһаны. Ҡуйыусы режиссер Айрат Абушахмановтың ижади ҡарашы һөнәри берләшмә тарафынан йылы ҡабул ителгән, тәнҡитселәр һуғыш йылдарына арналған сәхнә әҫәренең эстәлеген һәм актерҙарҙың сығыштарын юғары баһаланы.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Республиканың милли архивы һирәк китаптар менән тулыланды

Боронғо ҡульяҙмалар, шул иҫәптән 1862 йылда нәшер ителгән ҡөръәнде Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Күгәрсен районында йәшәүсе Ниғмәтулла Ваһапов килтерҙе. Дөрөҫ, архивҡа тарихи китаптарҙың электрон күсермәһе генә тапшырыла. төп нөсхәләр хужаһында һаҡланасаҡ.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Өфөлә мәктәп уҡыусыларының туҡланыуына арналған республика семинар-кәңәшмәһе үтте

Тәмле, туҡлыҡлы һәм файҙалы. Өфөнөң 164-се мәғариф үҙәгендә уҡыусыларҙың туҡланыуына арналған республика семинар кәңәшмәһе үтте. Осрашыуҙа власть органдары, күҙәтеү һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, мәғариф һәм социаль туҡланыу өлкәһе белгестәре ҡатнашты.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Руслан Хәбибов Мәскәүҙә Башҡортостанда тыуып үҫкән студенттар менән осрашты

Башҡортостанда тыуып үҫкән йәштәргә стажировка һәм эшкә урынлашыуҙа ярҙам күрһәтеү. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары-спорт министры Руслан Хәбибов Мәскәүҙә Рәсәй дәүләт социаль университеты студенттары менән осрашты.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Вуз-ара студенттар кампусының икенсе сираты төҙөлөшө аҙағына яҡынлаша

Фасад эштәрен киләһе ай тамамлау ҡаралған, әлегә ете башняның икәүһе тулыһынса быяла менән көпләнгән. Объект «Йәштәр һәм балалар» милли проектының «Заманса кампустар селтәрен булдырыу» федераль проекты буйынса төҙөлә.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Радий Хәбиров Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммитын үткәреүгә әҙерлек буйынса кәңәшмә үткәрҙе

Халыҡ-ара сара 2028 йылда Өфөлә уҙа. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2015 йылда республиканың баш ҡалаһы ШОС һәм БРИКС саммиттарын ҡабул итте. Был заманса ҡунаҡхана һәм туристик инфраструктура булдырыуға булышлыҡ итте. Һуңғы йылдарҙа Өфө иң юғары кимәлдәге халыҡ-ара һәм федераль саралар уҙғарылған танылған конгресс үҙәгенә әйләнде.


Мәскәүҙә "БашПерваш" ойошторола

Беҙҙең республиканан 1-се курс студенттары  өсөн сара 11 октябрҙә  була. Осрашыу  Рәсәй  президенты янындағы Башҡортостан вәкиллегендә  үтә. "БашПерваш"  Мәскәүгә уҡырға  килгән студенттарға ярҙам маҡсатында ойошторола. Улар бер береһе менән таныша, артабан, студент берләшмәһе тормошонда  ҡатнашыу мөмкинлеге була. Проект Республика Башлығы гранттар фонды ярҙамында ғәмәлгә  ашырыла.  Быйыл  1-се курс студенттары  өсөн ошондай  саралар  шулай  уҡ  Екатеринбург, Ҡазан һәм  Санкт-Петербургта үтә.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Башҡортостан мәктәптәрендә 250-нән ашыу стоматология кабинеты эшләй

Хәҙер балалар йылмайырға оялмай. Башҡортостан мәктәптәрендә асылған стоматология кабинеттары йыш быуындың сәләмәтлеген хәстәрләй. Бөгөн республикала 250-нән ашыу ошондай бүлмә иҫәпләнә. Уларҙың күбеһе «Сәләмәт йылмайыу» модуле буйынса эшләй.


"Русский турист" журналының яңы һаны тулыһынса Башҡортостанға бағышланды

Был турала Республика матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығынан хәбәр итәләр. 100 битлек  баҫмала төбәктең иң матур һәм иҫтәлекле  урындары,  милли үҙенсәлектәр тураһында мәғлүмәттәр урын алған. - Журналдың тулыһынса  беҙҙең республикаға  бағышланыуы  төбәк туризмы  үҫешендә  ҙур аҙым. Башҡортостанға  туристар күпләп килә  тине, - агентлыҡ етәксеһе  Максим Ульчев.  "Русский турист" илдә туризм һәм сәйәхәттәргә  бағышланған  абруйлы  баҫмаларҙың береһе.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Өфөнөң Ленин районында яңы мәктәп төҙөлөшө 97 процентҡа тамамланған

Өфөнөң Ленин районында мөһим социаль объект-«Өфө-450»белем биреү комплексы составында заманса мәктәп төҙөлөшө тамамланды. Был ябай бина ғына түгел, ә балалар өсөн ысын мөмкинлектәр үҙәге буласаҡ тип күҙаллана.168-се белем биреү үҙәге 97 процентҡа әҙер, ти белгестәр. Кабинеттарҙа, лабораторияларҙа, спорт залдарында һуңғы ҡорау эштәре барышы менән БЮТ ижади төркөмө лә ҡыҙыҡһынды.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Баймаҡ районында социаль контракт ярҙамында яңы икмәкхана асылған

Эш менән тәьмин итеү үҙәге программалары эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә һәм эш урындары булдырыуға ыңғай йоғонто яһай. Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылында социаль контракт нигеҙендә яңы икмәкхана барлыҡҡа килгән. Тулыраҡ киләһе яҙмала.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Башҡортостанда ҡырағай хайуандарҙы аулаған өсөн аҡса алыуға ғаризалар ҡабул ителә

Түләүҙәр төлкө, бүре һәм айыу өсөн ҡаралған. Әммә улар федераль әһәмиәттәге айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә ауланған булырға тейеш түгел. Аҡса алыу өсөн республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына документтар тапшырырға кәрәк.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Муса Гәрәев исемендәге батальон яугирҙары махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт ит

Муса Гәрәев исемендәге Башҡортостан пилотһыҙ системалар батальоны махсус хәрби операция биләмәһендә. Яугирҙарҙың ҡулдарында автомат урынына джойстик һәм монитор. Әммә тап ошо ҡорал әлеге ваҡытта алғы һыҙыҡта иң мәргәндәренең береһе. Һуғыш яланында түгел, ә блиндаждан тоҫҡаған операторҙар көнөнә тиҫтәләгән дошман пехотаһы һәм техникаһын юҡ итеп, Еңеүҙе яҡынайта. Батальонда яугирҙар өсөн бөтә шарттар булдырылған. Ашханала туҡлыҡлы аш-һыу әҙерләнә, ял итеү урынында вай-фай эшләй, кер йыуыу машиналары, мобиль мунса ла бар.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Радий Хәбиров Михаил Мишустинға Башҡортостандың агросәнәғәт ҡеүәтен күрһәтте

Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Мәскәүҙә «Алтын көҙ-2026» форум-күргәҙмәһендә ҡатнашты. Республика етәксеһе Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустинды Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы ҡеүәте менән таныштырҙы. Башҡортостан илдең төп аграр форумында йыл һайын әүҙем ҡатнаша. Республика бер нисә тапҡыр күргәҙмәнең гран-приһына лайыҡ булды, ә йөҙҙәрсә предприятие һәм ойошма абруйлы сараның алтын һәм көмөш миҙалдарын яуланы.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Өфөлә Ҡурай көнө алдынан төрлө мәҙәни саралар үтә

Милли музыка ҡоралына айырым кабинет, ғилми-ғәмәли конференция. Өфөлә Ҡурай көнө алдынан төрлө мәҙәни саралар үтә. Бөгөн Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейында республикалағы беренсе Ҡурай кабинеты булдырылды. «Атайсал» мәҙәниәт үҙәгендә иһә Йомабай Иҫәнбаевтың 135 йыллығына бәйле фәнни ултырыш үтте.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Башҡортостанда Рәсәй һәм тыуған яҡ тарихы буйынса яңы дәреслектәр таныштырылды

Рәсәй һәм тыуған яҡ тарихы буйынса яңы дәреслек. Бөгөн «Башинформ» агентлығында яңы уҡыу әсбаптарының презентацияһы үтте. Мәғлүм булыуынса, илдең белем усаҡтарында тарих фәненән берҙәм дәреслектәр линияһы индерелә. Хәҙер мәктәп курсы өс өлөштө үҙ эсенә ала. Дөйөм тарих, Рәсәй тарихы һәм тыуған яҡ тарихы. Балалар үткәндәрҙе боронғо осорҙан алып әлеге көндәргә тиклем өйрәнәсәк.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Өфөлә МХО ветерандарына адаптив кейем һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыу танытмалары тапшырылды

Өфөлә махсус хәрби операция ветерандарына адаптив кейем һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыу тураһындағы танытмалар тапшырылды. Шулай уҡ «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалында яугирҙарға электр ярҙамында йөрөүсе коляскалар ҙа бушлай бирелде. Был техник транспорт сараларын ҡулланыусылар бер батарея зарядында 40 саҡрым юл үтә ала.

Показано 20 последних публикаций.