БСТ | Яңылыҡтар


Гео и язык канала: Россия, Татарский
Категория: Новости и СМИ


Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Связанные каналы

Гео и язык канала
Россия, Татарский
Категория
Новости и СМИ
Статистика

Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Баймаҡта йәш яҙыусылар Заһиҙә Мусина һәм Айбулат Сәсәнбаев менән осрашыу үтте

Бер быуындың ике тауышы. Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында «Башҡорт китабы» аҙналығы сиктәрендә йәш яҙыусылар Заһиҙә Мусина һәм Айбулат Сәсәнбаев менән осрашыу үтте.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Республика көнөнә Өфөлә һәм райондарҙа байрам саралары ойошторола

Киләһе аҙнала Республика көнө билдәләнә. Байрам уңайынан ҡала-райондарҙа, шул иҫәптән Өфөлә йыйылыштар, патриотик акциялар, күргәҙмәләр, физкультура-спорт саралары ойошторола. Улар йома башлана. 9 октябрҙә тантаналы шарттарҙа баш ҡаланың Ленин исемендәге яңыртылған паркы асыла.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Өфөлә коллекционерҙар һәм автомоделистарҙың өсөнсө слеты үтте

Меңәрләгән автомобиль бер бүлмәгә һыйған. Дөрөҫ, уларҙың теүәл күсермәһе. Моделдәр ысын машиналарҙан бер нисә тиҫтә тапҡырға бәләкәйерәк. Баш ҡалала коллекционерҙар һәм автомоделистарҙың өсөнсө слеты үтте. Берәүҙәр эшләгән моделен һатырға килгән, икенселәре һатып алырға.Ҡалғандар иһә был күҙҙе ҡамаштырырлыҡ күренештән кинәнес алды.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
«ЛизаАлерт» отряды тарафынан республика ирекмәндәре өсөн ялан уҡыуҙары ойошторолдо

«ЛизаАлерт» ирекле эҙләү-ҡотҡарыу отряды тарафынан республика ирекмәндәре өсөн ялан уҡыуҙары ойошторолдо. Өфө районында шартлы рәүештә урманда аҙашҡан ғаиләне эҙләү буйынса операция уҙғарылды. Ҡатнашыусылар иртәнге сәғәттәрҙән төнгә тиклем билдәләнгән маршрут буйынса белемдәрен практикала ҡулланды. Буш ваҡытын изгелек хәрәкәтенә бағышлаған замандаштарыбыҙ менән БЮТ ижади төркөмө осрашты.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Үрге Йәркәйҙә йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереүгә 141 миллион һум йүнәлтелгән

Үрге Йәркәйҙе бәйләүсе еп. Ул яңы йәмәғәт киңлектәрен тоташтырасаҡ. Проект 10- cы Бөтә Рәсәй конкурсында уңайлы ҡала мөхитен булдырыу проекттары конкурсында еңеү яулау һөҙөмтәһендә ғәмәлгә ашырыла. Илеш районы үҙәгендәге күләмле үҙгәрештәр хаҡында репортаж.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Әбйәлилдә Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамов исемендәге фонд яугирҙарға ярҙам итә

Әбйәлил районында Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамов исемендәге фонд ойошторолған. Тал Ҡусҡары ауылында эшләгән ойошма ағзалары махсус хәрби операция яугирҙарына гуманитар ылау әҙерләү, маскировка селтәрҙәре үреү менән шөғөлләнә. Изге эштән олоһо ла, кесеһе лә ситтә ҡалмай. Фондты Тамерлан Илһамовтың әсәһе менән өләсәһе ойошторған.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Башҡортостан хужалыҡтары 165 мең гектарҙан ашыу майҙанда көнбағыш һуғып алған

Был төп май культураһы булған бөтә майҙандарҙың өстән бер өлөшө. Гектар ҡеүәте уртаса-19 центнер. Әлегә 315 мең тоннанан ашыу уңыш йыйылған. Шаран районында көнбағыш йыйыу тулы ҡеүәттә бара. Бер үк ваҡытта 18 мең гектарҙа иген культуралары урып алынған, уртаса уңыш 26 центнер тәшкил иткән. Шулай уҡ етен һәм рапс буйынса ла эш тамамланған.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Баймаҡта «Йәшел Башҡортостан» акцияһы сиктәрендә йөҙҙән ашыу ағас ултыртылды

Шыршы, имән, миләш. Баймаҡ ҡалаһының төрлө ойошма, учреждение хеҙмәткәрҙәре «Йәшел Башҡортостан» акцияһына ҡушылды. Тулыраҡ киләһе сюжетта.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Яңауылдан Илһөйәр Проскурякова етәкләгән «көмөш» ирекмәндәр командаһы 15 проект тормошҡа ашырған

Беҙҙең «көмөш» ирекмәндәр һәр кемде һоҡландыра. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Күркәм кешеләр тормошо» рубрикаһының сираттағы сығарылышын Яңауыл районынан Илһөйәр Проскуряковаға арнаны. Илһөйәр Ҡәүи ҡыҙы етәкселегендәге команда президент гранттары һәм республика фондтары ярҙамында 15 проектты тормошҡа ашырған. Улар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итә, мәктәптәрҙә һәм йәмәғәт киңлектәрендә осрашыуҙар үткәрә,


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Башҡортостандың төньяҡ райондарында тәүге ҡар яуҙы

Башҡортостанға тәүге ҡар күҙе октябрь башында уҡ төштө. Уҙған төндә республиканың төньяғында-Борай һәм Асҡын райондарында ҡар яуыуы теркәлгән. Яуым-төшөм шулай уҡ трассаларҙың айырым участкаларында, шул иҫәптән Өфө менән Белорет араһында күҙәтелгән. Ҡатмарлы һауа шарттарына бәйле, кисә киске 8-се яртыла М-5 «Урал» федераль трассаһының Башҡортостан сигенән Силәбе ҡалаһына тиклем участкаһында транспорт хәрәкәтенә өлөшләтә сикләү индерелде. Быға бәйле, юлда ҙур автомобилдәр тығыны хасил булды.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Әбйәлил районы Михайловка ауылында яңы физкультупа залы асылды

Бығаса уҡыусыларға физкультура менән шөғөлләнергә урын булмай, сөнки иҫкеһе авария хәлендә тип таныла. Урында йәшәүселәр Башҡортостан башлығына мөрәжәғәт иткәндән һуң, боҙ урынынан ҡуҙғала. Яңы ҡоролма «Рус баҡыр компанияһы» хәйриә фонды менән «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ярҙамында төҙөлгән.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Ишембайҙа Кадет корпустарының 10-сы юбилей спартакиадаһы тамамланды

Ул Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусында үтте. Унда Волга буйы федераль округының 4 субъектынан 80 тәрбиәләнеүсе ҡатнашты. Егеттәр атыу, йүгереү, йөҙөү, йәҙрә һәм граната ырғытыу, ҡаршылыҡтар һыҙатын үтеү кеүек ярыштарҙа көслөләрҙе асыҡланы, интеллектуаль бәйгеләрҙә үҙҙәренең белемдәрен күрһәтте.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Өфөлә «Кейеҙ мөғжизәләре» күргәҙмәһе асылды

Башҡортостандың милли музейында, халыҡ-ара кейеҙ көнөнә арналған «Кейеҙ мөғжизәләре» тип исемләнгән күргәҙмә асылды. Экспозицияла республика оҫталарының ҡул эштәрен күрергә була.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Өфөлә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге филармонияның 88-се концерт миҙгеле асылды

Халыҡ-ара музыка көнөндә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы, 88-се концерт миҙгелен асты. Орган залында «Хыял һәм тауыш донъяһы» программаһы тәҡдим ителде. Сәхнәнән Бах һәм Вивальди әҫәрҙәре, популяр фильмдарҙан лирик саундтректар яңғыраны.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Баймаҡта 50 йыл бергә ғүмер иткән ете ғаилә пары тәбрикләнде

Баймаҡ ҡалаһы һәм районында 50 йыл бергә татыу ғүмер иткән, өлгөлө ғаилә парҙарын тәбрикләү матур йолаға әүерелде. ЗАГС бүлегендә 7 пар алтын туйҙарын билдәләне. Хеҙмәткә, тормошҡа хөрмәт менән һуғарылған байрам хаҡында киләһе яҙмала.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Өфөлә өлкән йәштәгеләрҙең «Мин яратам һине, тормош!» фестивале үтте

«Мин яратам һине, тормош!». Өфөлә өлкән йәштәгеләрҙең республика ижад фестивале үтте. Йыл һайын ойошторолған сара 65 йәште уҙған кәмендә 2 мең кешене берләштерә. Гала-концертта ғына 38 коллектив һәм башҡарыусы ҡатнашты. «Торатау» конгресс-холлында сығыш яһау өсөн улар һайлап алыу турын үтеп, зона смотрында еңеп сыҡҡан. Быйылғы юбилей фестивале Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге, Башҡортостанда иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылдарына арналды.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Иглин районында балаларҙы йөрөтөү ҡағиҙәләрен үтәүҙе тикшерҙеләр

Тәҙрә быялалары асыҡ булырға, кескәйҙәр ултырған ерендә ышаныслы беркетелергә тейеш. Иглин районында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре профилактик рейд уҙғарҙы. Был юлы инспекторҙар автоһәүәҫкәрҙәрҙең балаларҙы йөрөтөү ҡағиҙәләрен үтәүенә һәм автомобилдәрҙең тәҙрәләрендә тонировкалар булыуға иғтибар итте.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Башҡортостанда башҡорт тоҡомло аттарға ҡағыҙ паспорт биреү мәсьәләһе тикшерелә

Һәр йылҡының үҙ паспорты. Башҡорт тоҡомло аттарға ҡағыҙ танытма биреү мәсьәләһе йәмәғәтселек фекер алышыуына сығарылды. Документ тоҡомсолоҡ эшен үҫтереү, селекцияны яҡшыртыу һәм мал иҫәбен системалаштырыу өсөн әҙерләнгән. Паспортлаштырыу өҫтөнлөктәре хаҡында киләһе репортаж.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Баш ҡалала Урта һөнәри белем биреү көнөнә арналған тантаналы сара үтте

Мәғариф алдынғылары һөнәри оҫталыҡ һәм фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн дәүләт һәм ведомство наградалары менән бүләкләнде. Бөгөн республикала 90 колледж һәм техникум иҫәпләнә, уларҙа иҡтисад өсөн квалификациялы эшсе кадрҙар әҙерләнә. Башҡортостан урта махсус уҡыу йорттары һәм студенттар иҫәбе буйынса илдә алдынғылар иҫәбендә.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Башҡортостанда педагогик ҡаҙаныштары өсөн 39 уҡытыусы премия менән бүләкләнде

Һөнәри байрам алдынан абруйлы награда. Хөкүмәт йортонда педагогик ҡаҙаныштар өсөн Башҡортостан район-ҡалаларынан 39 уҡытыусы тәбрикләнде. Конкурс еңеүселәренә диплом һәм премия тапшырылды.

Показано 20 последних публикаций.