"ЮЛДАШ" радиоhы 105.5 Fм


Гео и язык канала: Россия, Татарский
Категория: Новости и СМИ



Гео и язык канала
Россия, Татарский
Категория
Новости и СМИ
Статистика

Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
"Теге өсәү"гә берәй ҡарар ҡабул итергәме? 🤔
Нисек уйлайһығыҙ, дуҫтар?

🎤“Хәбәрсе”нең “Юлдаш”тағы мажаралары дауам итә.

- Һеҙҙә ниндәй хәбәрҙәр бар? Ауылда, ҡалала, эштә йә күрше-күлән тирәһендә ниндәй яңылыҡтар ҡайнай?

‼️ "Теге өсәү"гә барам, һорауҙар көтәм! Яҙығыҙ 👌


🚘Водитель таныҡлығы алам тип ниндәй хәлдәргә тарынығыҙ?
7 октябрь иртәһендә “Теге өсәү” егеттәренә ҡушылығыҙ һәм тарихтарығыҙ менән бүлешегеҙ.

Фекерҙәрегеҙҙе, хәл-ваҡиғаларығыҙҙы юллағыҙ. Уларҙы ошо яҙма аҫтына комментарийҙа йәки МАХ ҡушымтаһында 8-937-167-54-66 номерына яҙырға мөмкин.

Тура эфир телефоны: 8-347-285-77-85


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
📚Яңы китап донъя күрә.

Ул «Фән һәм рухиәт уҙаманы» тип атала. Коллегам Илшат Янбаев менән остазыбыҙ, филология фәндәре докторы, профессор Ғиниәт Ҡунафиндың 80 йәше уңайынан әҙерләнек»,– тип белдерҙе Башҡортостан республикаһы Фәндәр Академияһының баш ғилми хеҙмәткәре Луиза Сәмситова.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
‼️Тиҙҙән!

"ҺӘБӘРСЕ”нең “Юлдаш”тағы мажаралары.

Көтәһегеҙме?


Башҡортостанда Бөтә Рәсәй хоккей көнө билдәләнә.

Байрам республика хөкүмәтенең рәсми саралар планына индерелде. Премьер-министр вазифаһын башҡарыусы Александр Шельдяев ошо турала документҡа ҡул ҡуйҙы.

Сараларҙы Спорт министрлығы, "Салауат Юлаев" клубы, Әлшәй район хакимиәте ойоштора. Бөтә Рәсәй хоккей көнө йыл һайын 22 декабрҙә билдәләнә.


Башҡортостанда етемдәргә торлаҡ биреү тураһындағы ҡанунға үҙәреш индерелде.

Республикала Башлығы Радий Хәбиров тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, урындағы үҙидара органдары торлаҡ һатып алыуға йәки ипотеканы ҡаплауға хоҡуҡ тураһында сертификат бирә ала. Шулай уҡ муниципалитеттар өсөн субсидияларҙы иҫәпләү тәртибе аныҡланды. Уларҙың күләме һәр районда 1 июлгә ҡарата етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың һанына бәйле була.


Меңдәрсә ғүмерҙе ҡотҡарған Башҡортостан табибы: «Ферзь» позывнойлы Айгөл Ширәева

Махсус хәрби операция биләмәһендәге госпиталдәрҙә ике йыл эсендә яҡташыбыҙ, хәрби табип Айгөл Ширәева меңдәрсә яугирҙең ғүмерен һаҡлап ҡалған. Хирург, невролог һәм реабилитолог булараҡ, ул үҙ теләге менән алғы һыҙыҡҡа юлланған.

Уның һүҙҙәренсә, хәрби ялан госпиталендәге төп ҡағиҙә — эмоцияларға бирелмәйенсә, тиҙ һәм теүәл эшләү. «Бер хатаң үлемгә торошло. Шахмат уйыны тиерһең, тик партияның хаҡы – кеше ғүмере», — ти табип.

Хәрби шарттарҙағы ауырлыҡтарҙы еңергә Айгөлгә ғаиләһенең ныҡлы терәге һәм Башҡортостандан килгән гуманитар ярҙам ҙур көс бирә. Яҡташыбыҙ республика ирекмәндәренең, шул иҫәптән «Беренсе тирмә» проектының яугирҙәргә күрһәткән хәстәрлеген айырым билдәләй.
Бөгөн Айгөл Ширәева алдында яңы маҡсат тора – ул яралы яугирҙәр өсөн күп функциялы реабилитация үҙәге асырға хыяллана.

Яҡташыбыҙға фиҙакәр хеҙмәте, батырлығы өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.


11 октябрҙә Республика көнө билдәләнә.

Өфөлә һәм район-ҡалаларҙа байрам саралары уҙа. Тантаналы ултырыш, патриотик акциялар, күргәҙмәләр, физкультура-спорт ярыштары ойошторола. Баш ҡалала Ленин исемендәге яңыртылған парк һәм Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары Миҙхәт Шакировҡа һәйкәл асыла. Совет майҙанында уҡыусылар “шайморатовсылар” сафына ҡабул ителә.

Быйыл Республика көнө йәкшәмбегә тура килә. Ошо уңайҙан дүшәмбе – 12 октябрҙә ял көнө була.


Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт драма театры яңы спектакль өҫтөндә эшләй.

Постановка нигеҙенә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Гөлнур Яҡупованың “Йыртҡыс ҡаны” повесы алынған. Театрҙың әҙәбиәт бүлеге баш мөхәррире, проект етәксеһе Динара Ҡәйүмова белдереүенсә, сәхнә әҫәре тамашасыны кеше һәм йәмғиәт, яҙмыш һәм һайлау, яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ тураһында уйланырға саҡыра.

“Йыртҡыс ҡаны” - театрҙың башҡорт әҙәбиәте менән бәйләнешен нығытыуға һәм милли драматургияны үҫтереүгә йүнәлтелгән яңы проекты.


Республика перинаталь үҙәгендә 15 пар игеҙәк донъяға килгән.

Уларҙың һигеҙе - ҡыҙҙар, икәүһе - малайҙар һәм бишәүһе - “король” игеҙәктәре. Медицина учреждениеһы мәғлүмәттәре буйынса, бер айҙа 1 104 ҡыҙ һәм малай тыуған. Иң бәләкәйе 675 грамм ауырлыҡта.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
10 октябрь – Башҡортостанда Ҡурай көнө.

Байрам уңайынан Башҡортостан дәүләт ҡурайсылар ансамбле илһөйәрлек рухы менән һуғарылған концерт әҙерләй. Азамат Зиннәтуллин, Шамил Күсәмешев, Венер Йылҡыбаев, Зөфәр Атанғолов, Фәиз Шәрипов һәм Нурзия Сабитова моңло йырҙар, бейеүсе-ҡурайсы Айҙар Исхаҡов дәртле бейеүҙәр тәҡдим итә.

Тамаша 9 октябрҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында була. Ҡурай көнө Башҡортостан Башлығы башланғысы менән булдырылды. 6+

📹Видеояҙмала: Башҡорт дәүләт ҡурайсылар ансамбле


Фотоһүрәттә ҡурайға һәйкәл ҡайҙа ҡуйылған? Кем белә?

📝 Яуаптарығыҙҙы комментарийҙа көтәбеҙ.


Йәш коллегабыҙ Айгизә Хәсәнованың бөгөн тыуған көнө.

Т
ормошоң яҡты, сағыу һәм ҡыуаныслы мәлдәрҙән генә торһон. Һәр яңы көн илһам, яҡшы кәйеф һәм яңы мөмкинлектәр алып килһен. Ныҡлы һаулыҡ, бәхет, уңыштар һәм саф мөхәббәт теләйбеҙ.


Яңы көн менән! 🍂🌨️

Бөгөн республикала һәм Өфөлә көндөң аяҙлы-болотло булыуы, төндә урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуыуы көтөлә. Юлдарҙа боҙлауыҡ.

Ел көнбайыштан талғын, көсәйеүсән

Һауа температураһы республикала +6,+11, Өфөлә +8,+10 градус йылы.


🧑‍🏫 Уҡытыусым!

Һинең алдыңда оло хөрмәт менән баш эйәм!

Фотоһүрәттә: Мәләүез ҡалаһындағы уҡытыусы һәйкәле


Быйыл Дәүләт хеҙмәттәре порталында мутлашыусыларҙан һаҡланыу өсөн "ҡыҙыл төймә" булдырыла.

Уның ярҙамында барлыҡ онлайн операцияларҙы туҡтатып буласаҡ. Әле сервисҡа банктар һәм элемтә операторҙары ҡушыла. Был турала вице-премьер Дмитрий Григоренко белдерҙе.

Быйыл көҙгө сессияла Дәүләт Думаһы телефон аша кибермутлашыу буйынса саралар тупланмаһын ҡабул итергә тейеш.


🏇10 октябрҙә Өфөләге «Аҡбуҙат» ипподромында Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған Башҡортостан Башлығы призына ат сабышы үтә.

🏇Тамашасылар иғтибарына тоҡомло аттарҙа уҙыш, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары сығышы, халыҡ һөнәрселәренең оҫталыҡ дәресе, республика ҡымыҙсыларынан тәбиғи ҡымыҙ һатыу йәрминкәһе, милли ашыу - һыу ҡаралған.


📍Инеү ирекле. ⏰ 13.00 сәғәттә башлана.
👉 Баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын Өфө, Менделеев урамы, 174 адресы буйынса урынлашҡан «Аҡбуҙат» ипподромына саҡырабыҙ.
6+


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Хәбәрсебеҙ Өфөләге «Баян-Лайн» магазины менән танышып ҡайтты.

Бында һеҙ үҙегеҙгә кәрәкле музыка уйын ҡоралдарын һатып ала, ремонтлай йә көйләтә алаһығыҙ. Әгәр иҫкеһен яңыға алмаштырырға теләһәгеҙ, уңайлы «трейд-ин» программаһы ла эшләй.

📍Әлеге ваҡытта «Баян-Лайн» магазины «Юлдаш» радиоһы менән берлектә Ҡурай көнө уңайынан башҡорт халҡының милли ҡоралы — ҡурай бүләк итә.
➡️Тулыраҡ: https://vk.ru/wall-4647320_748759

📌Адресы: Өфө ҡалаһы, С. Кувыкин урамы, 25/1.


Башҡортостанда уҡытыусының уртаса йәше аталды.

Статистика хеҙмәте Уҡытыусылар көнө уңайынан мәғлүмәт иғлан итте.

Республикала 112 меңдән ашыу мәғариф хеҙмәткәре бар. Мәктәптәрҙә 31 мең педагог эшләй. Уларҙың күбеһе юғары белемле. Уҡытыусыларҙың 90 процентҡа яҡыны ҡатын-ҡыҙ. Һәр икенсе хеҙмәткәрҙең стажы 20 йылдан күберәк. Республикала уҡытыусыға уртаса 47 йәш.


Репост из: Радий Хабиров
День учителя – еще один хороший повод сказать спасибо всем нашим педагогам. За благородный труд, мудрость, терпение. За важные знания и умения, которые они передали нам и сегодня передают нашим детям. За любовь, тепло и заботу.

Мы выросли, и теперь уже наша задача – заботиться о наших учителях. И мы это делаем. Поддерживаем молодых преподавателей, а также тех, чьи ученики добиваются успехов на ЕГЭ и олимпиадах. Стараемся создавать хорошие условия труда – как бы ни было сложно, продолжаем строить и ремонтировать школы, здесь нам здорово помогает нацпроект «Молодежь и дети». Повышаем престиж учительской профессии – особый статус педагога в России своим указом закрепил наш Президент Владимир Владимирович Путин. Мы в Башкортостане разработали свои дополнительные меры.

Дорогие наши учителя, вы – опора нашей республики и страны. Вы не просто учите детей. Вы даете ребятам правильные установки и ориентиры, прививаете ценности, которые они пронесут через всю жизнь. Воспитываете настоящих патриотов. Низкий вам за это поклон!

Показано 20 последних публикаций.