Бөгөн Стәрлетамаҡта дөйөм ҡала шәмбе өмәһе үтте💚
Бөтә биләмәләр тәртипкә килтерелде, тирә-йүн сүп-сарҙан таҙартылды.
Ҡаланың 3-сө башҡорт лицей-интернаты командаһы айырыуса ғорурлыҡ уята: уҡытыусылар һәм уҡыусылар бергәләп дөйөм эшкә ҡушылып,яуаплылыҡ, берҙәмлек һәм битараф булмауҙың ни тиклем мөһим икәнен күрһәттеләр.
Һөҙөмтәһе ысынлап та һоҡландырғыс бит! Коллектив һәм уҡыусылар берлектә 10 ҡапсыҡтан ашыу сүп-сар йыйҙы! Был тәбиғәткә зыян килтермәйәсәк һәм дөрөҫ утилләштереләсәк тиҫтәләгән килограмм ҡалдыҡ тигән һүҙ. 🗑️✨
❗️ Ә бөтә ҡала буйынса, өмәлә барлығы 2000-дән ашыу кеше ҡатнашты, 38 берәмек техника йәлеп ителде. 716 кубометр сүп-сар сығарылды.
❤️Өмәләр бының менән генә тамамланмай. Улар 26 сентябрҙә, 3 һәм 10 октябрҙә үтәсәк. Өмәләрҙән тыш, ҡалала йыл һайын үткәрелеүсе «Йәшел Башҡортостан» республика акцияһы ла ойоштороласаҡ.
Әлбиттә, бындай өмәләр тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләй, һәр кемдең кескәй генә өлөшө лә ҡалабыҙҙың таҙалығы һәм матурлығы өсөн ҙур аҙым икәненә өйрәтә.
Афарин!😍