Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр хаҡын түләүгә субсидия хәҙер яңы ғариза бирмәйенсә – автоматик рәүештә оҙайтыла. Башҡортостандың Күп функциялы үҙәгендә ҡағиҙәнең кемдәргә ҡағылыуын һәм нисек эшләүен аңлаттылар
Хоҡуҡты – күп балалы ғаиләләрҙән тыш, субсидия ҡаралған торлаҡ хужалары, ҡуртымға алыусылар, шулай уҡ дәүләт һәм муниципаль фондта йәшәгәндәр файҙалана ала. Тәүге мөрәжәғәтенән һуң 6 ай үткәс, республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге белгестәре түләү хоҡуғы һаҡланамы-юҡмы икәнлеген тикшерә.
Барыһы ла үҙгәрешһеҙ ҡалһа – субсидия оҙайтыла. Әгәр адресы, ғаилә составы йәки башҡа мөһим мәғлүмәттәр үҙгәрһә – ташлама алыусынан мәғлүмәт раҫлауҙы йәки яңы ғариза биреүҙе һорауҙары мөмкин. Ҡарар тураһында белдереү субсидияның һуңғы айында Дәүләт хеҙмәттәрендәге шәхси кабинетта сағыла.
Тулыраҡ мәғлүмәт – Башҡортостандың Күп функциялы үҙәге битендә.
Өҫтәмә белешмә кәрәкһә – Башҡортостан Күп функциялы үҙәгенең ҡыҙыу линияһына шылтыратығыҙ: +7 (347) 246-55-33 йәки +7 (927) 333-31-00