Кисә Сибайҙа ҡот осҡос ваҡиға тураһында мәғлүмәт таралды:
«Егет үҙенең 17 йәшлек һөйгәнен бысаҡ менән йәрәхәтләгәндән һуң, үҙҙәре булған ике бүлмәле фатирҙы яндырған. Фажиғәнең сәбәптәре әлегә билдәһеҙ.
Урынға килгән янғын һүндереүселәр утты һүндерә алған. Әммә егет яныуҙан алған йәрәхәттәренән вафат булған. Ҡыҙ иһә иҫән ҡалған: уны ашығыс рәүештә реанимацияға оҙатҡандар. Дауаханала ҡыҙҙың йөрәге туҡтап ҡалған, әммә табиптар уны кире ҡайтара алған. Хәҙерге ваҡытта зыян күреүсенең хәле ауыр, ул яһалма һулыш аппаратына тоташтырылған»,—тип яҙалар ине интернет селтәрендә.
Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, һөжүм иткән егет антидепрессанттар ҡабул итеп йөрөгән. Уның ваҡыты-ваҡыты менән өйәнәктәре булған, хатта әсәһен дә өйгә индермәгән саҡтары осраған. Егет психиатр күҙәтеүендә торған, һуңғы тапҡыр табипҡа фажиғәгә тиклем ике аҙна алдан барған була.