Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Башҡортостандың төньяҡ райондарында тәүге ҡар яуҙы
Башҡортостанға тәүге ҡар күҙе октябрь башында уҡ төштө. Уҙған төндә республиканың төньяғында-Борай һәм Асҡын райондарында ҡар яуыуы теркәлгән. Яуым-төшөм шулай уҡ трассаларҙың айырым участкаларында, шул иҫәптән Өфө менән Белорет араһында күҙәтелгән. Ҡатмарлы һауа шарттарына бәйле, кисә киске 8-се яртыла М-5 «Урал» федераль трассаһының Башҡортостан сигенән Силәбе ҡалаһына тиклем участкаһында транспорт хәрәкәтенә өлөшләтә сикләү индерелде. Быға бәйле, юлда ҙур автомобилдәр тығыны хасил булды.