Ислам дине


Гео и язык канала: Россия, Татарский
Категория: Религия



Гео и язык канала
Россия, Татарский
Категория
Религия
Статистика

Оло эш башлар алдынан истихәрә намаҙы уҡығыҙ

Истихәрә намаҙы – бер оло эш башлар алдынан, уның хәйерле булыуын теләп уҡыла торған ике рәҡәғәтле нәфел намаҙы.

  ✔️ Эшләнәсәк бер эштең хәйерле булыуын белмәгәндә уҡыла. Аллаһ Тәғәләгә доға ҡылына.
  ✔️ Хәйерле булыуы беленгән эштәр өсөн истихәрә ҡылынмаҫ.
   Әнәс ибн Мәликтән (радыаллаһү ғәнһү) килгән риүәйәттә Пәйғәмбәребеҙ уға:
Әй, Әнәс! Берәр эш эшләргә теләһәң, ете мәртәбә Раббыңа истихәрә ит, унан һуң, күңеленә нимә беренсе килһә, шуға иғтибар ит. Сөнки хәйерлеһе шундалыр”, — тигән.


   Жәбир ибн Ғабдуллаһ (радыаллаһү ғәнһү): «Пәйғәмбәребеҙ саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм беҙгә Ҡөрьән сүрәләрен өйрәткән кеүек, һәр эшебеҙҙең хәйерле булыуын һорарға өйрәтте», — тине.
   «Әгәр берегеҙ берәй эш эшләргә йыйынһа, фарыз намаҙынан тыш ике рәҡәғәт намаҙ уҡыһын да (түбәндәге доғаны уҡыһын): 
«
Аллааһүммә иннии әсьәлүкә биғилмикә үә әстәҡдирукә биҡудратик, үә әсьәлүкә мин фадликәл-ғәҙыым, фә иннәкә тәҡдиру үә ләә әҡдир, үә тәғләмү үә ләә әғләм, үә әйтә ғәлләәмүл-ғуйүүб. Аллааһүммә ин күнтә тәғләмү әннә һәәҙәәл-әмр хайрун лии фии диинии үә мәғәәшии үә ғәәҡибәти әмри ғәәжилиһи үә әәжилиһи фәҡдүрһү лии ҫүммә бәәрик лии фиһ, үә ин күнтә тәғләмү әннә һәәҙәәл- әмра шәрруи лии фии диинии үә мәғәәшии үә ғәәҡибәти әмрии ғәәжилиһи үә әәжилиһи фәсрифһү ғәнни үәсрифни ғәнһү үәҡдүр лийәл-хайра хәйҫү кәәнә ҫүммә әрдынии биһ».

   «Эй Аллаһ, мин һинән ғилемең менән хәйерлелек һорайым. Мин һинең ҡөҙрәтеңә мохтажмын һәм һинең бөйөк мәрхәмәтлегеңдән һорайым, дөрөҫлөктә, Һинен ҡөҙрәтең етә, ә минеке етмәй, Һин беләһең һәм мин белмәйем, Һин — йәшеренде Белеүсеһең. Эй Аллаһ, әгәр был эш миңә хәйерле икән, минең динемдә, тормошомда, эшемдең һөҙөмтәһендә йәки хәҙерге ваҡытта уны миңә насип ит һәм еңеләйт, шул эшемдә бәрәкәт бир. Әгәр ул эш миңә насар икән, минең динемдә, тормошомда, эшемдең һөҙөмтәһендә йәки хәҙерге ваҡытта, ул эште минән йыраҡлаштыр, мине лә ул эштән йыраҡлаштыр. Ҡайҙа ғына булһам да, миңә хәйерле нәмә насип ит һәм шуның менән мине риза ит».


Ҡайһы көндө тырнаҡ киҫергә ярай?

Шишәмбе – ҡоро көн, тырнаҡ киҫергә ярамай, ти ҡайһы берәүҙәр.
Ә динебеҙ буйынса тырнаҡты аҙнаның һәр ҡайһы көнөндә киҫергә ярай. Теге йәки был көн тип айырырға ярамай, һәр бер көнөбөҙ - Аллаһы Тәғәләнеке. Шишәмбе көнө лә киҫергә ярай, хөрәфәттәргә ышанмайыҡ.
Киҫкән тырнаҡты күмеү хәйерлерәк, яндырырға ла мөмкин. Иң мөһиме, теләһә ҡайҙа таралып ятмаһын.

324 2 13

Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Әссәләмүғәләйкүм
үә рахмәтуллаһи үә бәракәтүһ.
Хәйерле иртә, дуҫтарым.
Көнөгөҙ уңышлы, матур үтһен. Барлыҡ эшегеҙ уң булһын. Барыбыҙға ла Аллаһы Тәғәлә ризалығында йәшәргә яҙһын.
Ҡан-ҡойоштар бөтһөн, яугирҙар иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын ин шәә Аллаһ 🤲.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Ҡөрьән уҡырға өйрәнеүселәр өсөн. «Әл-Ғаср» сүрәһен дөрөҫ итеп уҡырға өйрәнегеҙ.


Динебеҙҙә - уҡытыусылар хаҡында

Билдәле булыуынса, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ﷺ:
✔️«Ғалимдарға мәғәнәһеҙ һүҙ һөйләмәгеҙ — һеҙгә асыуланыуҙары бар.
✔️Наҙандарға хикмәт һөйләмәгеҙ — һеҙҙе алдаҡсы тип ғәйепләүҙәре бар.
✔️ Белем алырға теләгән кешенән ғилемегеҙҙе йәшермәгеҙ — гонаһҡа төшөүегеҙ бар.
✔️Белемгә лайыҡ булмаған кешегә ғилем өйрәтмәгеҙ — уның һеҙгә насарлыҡ ҡылыуы бар.
✔️Мал-мөлкәтегеҙгә ҡарата бурыстарығыҙ булған кеүек, ғилемгә ҡарата ла бурыстарығыҙ бар», — тигән. (Хәҙисте Ибн Кәсир һәм әд-Дәрими риүәйәт иткән.)
Уҡытыусы — кешенең ҡыҫҡа ғына фани ғүмерендә күңелендә иң тәрән эҙ ҡалдырған шәхестәрҙең береһе. Мәктәптә тәүге тапҡыр хәреф танырға, уҡырға һәм һанарға өйрәткән, тирә-яҡтағы серле һәм күп яҡлы донъяны танып белергә ҡыҙыҡһыныу уятҡан тәүге уҡытыусыбыҙҙы беҙ һәр саҡ айырыуса йылы хистәр менән иҫкә алабыҙ.
Үҫә барған һайын тормош юлында беҙ бик күп остаздарҙы осратабыҙ. Уларҙың һәр береһе беҙҙең шәхес булып формалашыуыбыҙға үҙ өлөшөн индерә, белем бирә, донъяға ҡарашыбыҙҙы киңәйтә һәм ҡатмарлы тормош юлында дөрөҫ йүнәлеш табырға ярҙам итә.
Шиғриәткә һөйөү, фәнни эҙләнеүгә ынтылыш, фекерләү ҡеүәһе һәм донъяға ҡараш — быларҙың барыһына ла беҙҙе ғилем һәм мәғрифәт юлынан алып барған уҡытыусыларыбыҙҙың йоғонтоһо ҙур.
Исламда уҡытыусы һәм остаздың дәрәжәһе айырыуса юғары. Остаз менән шәкерт араһындағы бәйләнеш ғүмер буйына һаҡлана, ә уның емеше хатта кешенең вафатынан һуң да дауам итергә мөмкин. Сөнки тап уҡытыусы аша ғилем тарала, быуындар араһында бәйләнеш булдырыла.
Күп хәҙистәрҙә ғилем алыуҙың мөһимлеге, ғилем өйрәтеүсенең юғары дәрәжәһе һәм һәр мосолман ир-егет менән ҡатын-ҡыҙҙың белемгә ынтылырға тейешлеге хаҡында әйтелә.
Уҡытыусы — белем биреүсе генә түгел, ә күңелдәргә нур һалыусы, быуындарҙы бәйләүсе һәм кешегә дөрөҫ юл күрһәтеүсе остаз.


Матурлыҡ бирһәң, оят та бир

Бер уҡымышлы, күпте күргəн кешенəн:
«Һин нисек шул ҡәҙəр тыныс, сабыр була алаһың?»- тип һорағандар.

Ул яуабында:
– Бик күп уҡып, тормош тəжрибəм менəн һынағандан һуң тормошомдо ошо биш нигеҙ бағана өҫтөнə ултырттым:

1. Миңә яҙған ризыҡ миңә буласаҡ. Шуны аңланым həм тынысландым.
2. Аллаһтың мине həр ваҡыт күреп - күҙəтеп тороуын аңланым həм тыйнаҡландым.
3. Мин эшләй белгəн həм эшлəргə тейеш булған эште башҡа бер кемдең дə эшлəмəйәсəген аңланым həм ең һыҙғанып эшкə тотондом.
4. Йәшəүҙең ахыры үлем икəнлеген аңланым həм шуға əҙерлəнə башланым.
5. Яҡшылыҡ та, яманлыҡ та оҙаҡ йәшәгəнен аңланым. Шуға күрə яҡшылығымды арттырырға, яманлыҡтарымдан ҡотолорға тырыштым, - тигəн.
Бисмилләәһир-рахмәәнир-
рахиим.
Әлхәмдү лилләәһи раббил-ғәәләмииин.
Үәс-саләәтү үәс-сәләәмү ғәләә расүүлинә Мүхәммәдиү үә ғәләә әәлиһи үәә әсхабиһи әжемәғыйн."

✔️Эй, Раббым Аллаһ!
Беҙгә байлыҡ бирһәң, шуның менән бергә һөйөнөсөн дә бир. Сөнки байлыҡ булып, һөйөнөс булмаһа, уның ҡәҙере юҡ.
Беҙгә хәйерле бәрәкәт ишектәрен ас!
✔️Көс бирһәң, аҡыл һәм хикмәт тә бир. Сөнки көс булып, аҡыл-хикмәт булмаһа, ул хәсрәттән башҡа бер нәмә бирмәҫ!
✔️Дәрәжә бирһәң, түбәнселек тә бир. Сөнки түбәнселекһеҙ дәрәжә үкенескә алып килә.
✔️Матурлыҡ бирһәң, оят та бир. Сөнки оятһыҙ матурлыҡ хурлыҡҡа алып килә.
Һынау һәм ауырлыҡ бирһәң, сабырлыҡ та бир. Сөнки сабырлыҡһыҙ һынауҙарҙы үтеп булмай.
✔️Иман бирһәң, ныҡлыҡ та бир. Сөнки ныҡ булмаған иман донъяла һәм ахирәттә ҡотҡармай.
✔️Йә, Раббым! Тәүфиғымды киңерәк ас, күңелемә рәхмәт орлоғоңдо сәс. Күңел көҙгөһөн сафландырып тор. Бөтә мөшкөл эшемде тиҙ хәл ҡылып тор.
✔️Яғымлы ҡыл телемде. Мине ишеткән һәр ҡолаҡ шатлыҡта булһын. Һүҙҙәремдең мәғәнәһен юғары ҡыл: ауырлыҡтан ҡотолдорһон ошо тел.
✔️Миңә йомарт бул, әй Аллаһ!
Уят мине ғафиллек йоҡоһонан.
Бәхетле ит йәшәүемде үземдең.
Арттыр хәйерле ғилемде, еңеләйт ғилем алыуымды.
✔️Һин биргән ниғмәттәргә ғилемем сәбәпле шөкөр итә белһәм ине.
Уҡыуым һәм ғилем алыуым сәбәбенән тышым һәм эсем нурланһын. Бер ни ҡәҙәр булһа ла наҙанлығым кәмеһен. Белгәндәремде башҡаларға өйрәтеп, Ислам шәриғәтенә хеҙмәт итеү насип булһын.
Аллаһы Тәғәлә риза булған иғтиҡад һәм ғәмәлдәр менән донъянан үтеп, Расүл Әкрам шәфәғәтенә лайыҡ булһам ине!
Әәмиин.
Йә, Раббил ғәләмиин! 🤲


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Әссәләмүғәләйкүм
үә рахмәтуллаһи үә бәракәтүһ.
Хәйерле иртә, дуҫтар.
Аҙнағыҙ матур, уңышлы үтһен, һәр беребеҙҙең дә күңеле тыныс, ризығы мул, кәйефе күтәренке булһын. Һәр көнөбөҙҙө Аллаһы Тәғәлә ризалығында уҙғарырға яҙһын ин шәә Аллаһ 🤲..


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
«Фатиха» сүрәһен дөрөҫ уҡыуҙы ла ҡабатлап алығыҙ. Яйлап бөтә бәләкәй сүрәләрҙе ҡуйып бөтөрмөн ин шәә Аллаһ 🤲.


7. Һаулыҡ һорашыуҙың кәмеүе

Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм әйткән:

«Хисап Көнө етеүҙең билдәләре: билдәле бер кешеләр менән генә иҫәнләшеү (кешеләр таныштары менән генә иҫәнләшәсәк, йә булмаһа, бер төркөм кешеләр янынан үткәндә, уларҙың ҡайһы берҙәренә генә сәләм бирәсәк); сауҙаның киң ҡолас йәйеүе – ирҙәренә булышып, уның менән хатта ҡатын-ҡыҙҙар ҙа шөғөлләнәсәк, шулай уҡ туғанлыҡ ептәренең өҙөлөүе, ялған шаһитлыҡ, хәҡиҡәтте йәшереү, яҙыусыларҙың күбәйеүе (донъяуи фәндәр таралыуы сәбәпле, кешеләр дини йәһәттән наҙан һәм донъяуи фәндәрҙә ғалим буласаҡ)» (Әхмәт, 1/407, 419);


«Бары тик таныштарҙы ғына сәләмләү Хисап көнө яҡынлашыуының бер билдәһе булып тора» (Әхмәт, 1/405).


6. Фани донъя милке артыуы

Аллаһ Илсеһе саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм әйткән:

✔️«..
.Аллаһ менән ант итеп әйтәм, мин һеҙҙең фәҡир булыуығыҙҙан ҡурҡмайым, донъяның бөтә бәрәкәттәре һеҙгә ҡәҙәр йәшәгәндәр ҡулына инеп, улар үҙ-ара ярыша башлаған һәм һәләк булған кеүек, һеҙ ҙә үҙ-ара ярыша башларһығыҙ һәм һәләк булырһығыҙ, тип ҡурҡам!» (Бохари, 4015);


✔️«Хаҡтыр, минән һуң һеҙгә бүләк итеп биреләсәк фани донъя ялтырауыҡтарынан һәм матурлыҡтарынан ҡурҡам!» (Бохари, Зәкәт, 47; Йыһат, 37; Мөслим, Зәкәт, 121-123);

✔️«Һис шикһеҙ, был донъя татлы һәм матур күренә һәм, һис шикһеҙ, Аллаһ Тәғәлә, ғәмәлдәрегеҙгә ҡарау өсөн, һеҙҙе унда Үҙенең хәлифе итәсәк. Фани донъянан һаҡ булығыҙ һәм (дыуамал) ҡатын-ҡыҙҙан һаҡ булығыҙ!» (Мөслим, Зикр, 99).

Ҡиәмәт алдынан матди байлыҡтарҙы даими күбәйтеү һәм туплау шундай ғәләмәт тиҙлек менән барасаҡ, хатта ҡомһоҙ бәндәләр ҙә туйырлыҡ буласаҡ.
Аллаһ Илсеһе саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм әйткән:

✔️«Донъя бөтөр алдынан ҡайһы бер хакимдарығыҙ, иҫәпләп тормайынса, байлыҡты услап-услап таратасаҡ» (Мөслим, Фитән, 68, 69).

Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм был хәл буласағы хаҡында хәбәр иткән. Ундай хәлде хәҙерге заманда ла күрергә мөмкин, тора-бара бындай ваҡиғалар артасаҡ.


5. Ваҡыт ағышы тиҙләнеше

Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм әйткән:
«Ваҡыт тиҙләнмәй тороп, Хисап көнө етмәҫ. Йыл ай һымаҡ ҡына булыр, ай - аҙна һымаҡ ҡына, аҙна - көн һымаҡ, көн - сәғәт һымаҡ, ә сәғәт гөлтләп янып бөткән ҡоро пальма ботаҡтары мәле һымаҡ булыр» (Әхмәт 2/537, Тирмиҙи 2332, Ибн Хиббан 6842).


4. Лайыҡһыҙҙар юғары баһаланыр, һәм улар телдәр булыр

Аллаһ Илсеһе саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләмдән Ҡиәмәт сәғәте ҡасан етеүе хаҡында һорағас, ул былай тип яуап биргән:
Аманат итеп бирелгән эш (дин, хакимиәт) булдыҡһыҙҙарға тапшырылһа, ул саҡта Ҡиәмәт сәғәтенең башланыуын көтөргә кәрәк» (Бохари, Ғилем 2, Рика 35).


3. Фетнә һәм үлтерештәр таралыу

Бер заман Аллаһ илсеһе саллаллаһу ғаләйһи үә сәлләм әйтә:
- Уҡыусылар күбәйгән һайын , әммә белеүселәр һаны әҙәйгән ваҡыттар етер. Һәм шул рәүешле ғилем кәмейәсәк, ә «хардж» (тәртипһеҙлек) артасаҡ.

Сәхәбәләр һораған:
- О Рәсүлуллаһ, ә «хардж» нимә ул?
Ул әйткән:
- Һеҙҙең бер-берегеҙҙе үлтереүегеҙ.
Ә бынан һуң шундай заман етәсәк: кешеләр Ҡөрьән уҡыр, әммә уҡығаны ғәмәленә әйләнмәҫ».
Шундай заман етер: монафиҡ, кәфер һәм мөшрик, иманлыларға оҡшатып, Аллаһ тураһында хәбәр һөйләр һәм бәхәс алып барыр (Хаким, 4/457, 504/8412, шулай уҡ Бохари, Ғилем, 24).


2. Диндә наҙанлыҡ артыуы.
Хәҙис-шәрифтә әйтелгән:
«Ҡөрьәнде өйрәнегеҙ һәм башҡаларҙы ла өйрәтегеҙ. Мираҫ хоҡуғын өйрәнегеҙ һәм быға башҡаларҙы ла өйрәтегеҙ. Оҙаҡламай шундай замандар етер: ике кеше мираҫ бүлеү тураһында бәхәсләшер, әммә был мәсьәләгә асыҡлыҡ индерерҙәй кешене тапмаҫ» (Хайсами,IV, 223).

Дини ғилем алыу һәм шуға ярашлы ғүмер итеү - һәр мосолмандың бурысы. Кешеләрҙә дини ғилемдең етерлек булмауы, тормоштағы дини ихласһыҙлыҡ - Ҡиәмәт көнө яҡынлашыуының бер билдәһе.
Аллаһ Илсеһе саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм:
Ғилемдең юҡҡа сығыуы, наҙанлыҡтың тамыр йәйеүе, зинаның киң таралыуы - Ҡиәмәттең яҡынайыу ғәләмәттәр (Әхмәт 3/176, әл-Бохари 81, Мөслим 2671, Әт-тирмиҙи 2205).

Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм әйтеүенсә, «ишәктәр шикелле, көллө ғаләм алдында зина ҡылғандар» хәле Ҡиәмәт көнө ҡурҡыныстарын татыясаҡ бәхетһеҙҙәрҙең хәленән бер ни менән дә айырылмай.


Ҡиәмәт көнө билдәләре

1. Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләмдең килеүе. Ул - пәйғәмбәрҙәр сылбырының һуңғыһы, пәйғәмбәрҙәр китабының һуңғы бите. Бөтә кешелеккә ебәрелгән пәйғәмбәр, Ҡиәмәткә ҡәҙәр башҡа пәйғәмбәр булмаясаҡ. Был донъяға рәхмәт булып килгән пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм шулай уҡ Ҡиәмәт көнө яҡынлашыуының хәбәрсеһе булып тора.
“Ҡиәмәт көнө менән минең арала ошо ике бармаҡ араһы кеүек арауыҡ ҡалғандыр, мин пәйғәмбәр итеп ебәрелдем” (Мөслим, Йома, 43; Ибн Мәжә, Мүҡаддима, 7).


Ҡәҙерле мосолман ҡәрҙәштәр, бөгөн ҡиәмәт көнө билдәләрен ҡарап үтербеҙ. Уны күптәребеҙ үҙҙәре лә күреп, аңлап тора.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Әссәләмүғәләйкүм
үә рахмәтуллаһи үә бәракәтүһ.
Хәйерле иртә, дуҫтарым.
Ялығыҙҙы Аллаһы Тәғәлә ризалығында үткәрергә яҙһын, барлыҡ эшегеҙ уң булһын 🤲. Юлығыҙҙа иманлы, изге күңелле кешеләр генә осраһын, насар ниәтлеләр урап уҙһын. Барыбыҙ ҙа иҫән-һау булайыҡ, яугирҙар иҫән-имен әйләнеп ҡайтһын, ҡан-ҡойоштар туҡтаһын ин шәә Аллаһ 🤲.
Видеола «Ән-Нәс» сүрәһен уҡый.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Ҡөрьән уҡырға өйрәнеүселәр өсөн. Дөрөҫ итеп уҡырға өйрәнегеҙ.

1k 4 21

Зина ҡылыусыны ғына түгел, ғаиләһен дә бәхетһеҙлек көтә

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Аллаһы Тәғәлә зина ҡылған кешенең нәҫелен 7 быуынға тиклем бәхетһеҙлек менән язалауы мөмкин, йәғни зинасының балаһы (ейән-ейәнсәрҙәре) үҙе боҙоҡ кешеләргә эләгергә, ҡаты ауырыу алырға йәки башҡа әллә ниндәй бәхетһеҙлеккә дусар булыуы мөмкин. Имам Шәфиғи былай тигән: «Зина ул – әжәт. Әгәр шул әжәтте өҫтөңә алһаң, үҙ ғаилә әһеле менән түләйһең була...».


Гонаһлы эштән тыйылып, тәүбә итегеҙ

Аллаһ ғаҙаплаһа ҡаты ғазаплай, тик Раббыбыҙ түҙә: «Бәлки минең ҡолдарым аңлар, тәүбәгә килерҙәр», – тип әйтә.
✔️Тәүбә итеүҙең беренсе юлы – гонаһлы был эшеңдән тыйылырға.
✔️Икенсенән, ошо ҡылынған харам ғәмәлдәр өсөн ысын күңелдән тәүбә итеү кәрәк.
✔️Өсөнсөһө — был зиналы эшкә кире әйләнеп ҡайтмаҫҡа. Шул осраҡта, Аллаһы Тәғәлә теләһә гонаһты ғәфү итә.

Показано 20 последних публикаций.