Бурыс тураһында
Ҡөрьәндә беҙгә нисек йәшәргә барыһы ла өйрәтелгән. Бурыс хаҡында «Бәҡара» сүрәһенең
282-се аятында шулай тиелә:
Эй һеҙ, иманлылар! Билдәле ваҡытҡа бер-берегеҙҙән бурыс алаһығыҙ икән, яҙып ҡуйығыҙ.
Аллаһ һеҙҙе өйрәтә. Ул бөтә нәмәне белә!
Ҡөрьәндә беҙгә нисек йәшәргә барыһы ла өйрәтелгән. Бурыс хаҡында «Бәҡара» сүрәһенең
282-се аятында шулай тиелә:
Эй һеҙ, иманлылар! Билдәле ваҡытҡа бер-берегеҙҙән бурыс алаһығыҙ икән, яҙып ҡуйығыҙ.
Арағыҙҙан бер яҙыусы ғәҙел итеп яҙһын. Яҙыусы Аллаһ өйрәткәнсә яҙыуҙан баш тартмаһын. Бурысҡа алған кеше үҙе әйтеп яҙҙырһын. Ул Раббыһы Аллаһтан ҡурҡһын, унда бер нәмәне лә кәметмәһен. Әгәр бурысҡа алған кеше аҡылға зәғиф йәки хәлһеҙ булып, үҙе әйтеп яҙҙыра алмаһа, уның яҡын кешеһе ғәҙел итеп әйтеп яҙҙырһын.
Шаһит итеп арағыҙҙан ике ирҙе алығыҙ. Ике ир булмаһа, бер ир менән үҙегеҙ теләгән ике ҡатынды шаһит итегеҙ: береһе яңылышһа, икенсеһе иҫенә төшөрөрлөк булһын. Ул шаһиттар саҡырған саҡта баш тартмаһын. Яҙған саҡта, ҡыҫҡамы, оҙонмо, яҙып бөткәнсә ялҡмағыҙ. Аллаһ ҡаршыһында был ғәҙелерәк, шаһитлыҡ өсөн дөрөҫөрәк, һеҙгә шикләнмәҫ өсөн дә яҡшыраҡ.
Тейешле хаҡын үҙ-ара ҡулдан ҡулға биреп сауҙа иткәндә, яҙмаһағыҙ ҙа һеҙгә гонаһ юҡ. Сауҙалашҡан саҡта эргәгеҙҙә шаһиттар булһын. Шаһит менән яҙыусыға насарлыҡ ҡылмағыҙ. Насарлыҡ ҡылһағыҙ, был һеҙҙең боҙоҡлоҡ була. Аллаһтан ҡурҡығыҙ.
Аллаһ һеҙҙе өйрәтә. Ул бөтә нәмәне белә!