7. Һаулыҡ һорашыуҙың кәмеүе
Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм әйткән:
«Бары тик таныштарҙы ғына сәләмләү Хисап көнө яҡынлашыуының бер билдәһе булып тора» (Әхмәт, 1/405).
Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм әйткән:
«Хисап Көнө етеүҙең билдәләре: билдәле бер кешеләр менән генә иҫәнләшеү (кешеләр таныштары менән генә иҫәнләшәсәк, йә булмаһа, бер төркөм кешеләр янынан үткәндә, уларҙың ҡайһы берҙәренә генә сәләм бирәсәк); сауҙаның киң ҡолас йәйеүе – ирҙәренә булышып, уның менән хатта ҡатын-ҡыҙҙар ҙа шөғөлләнәсәк, шулай уҡ туғанлыҡ ептәренең өҙөлөүе, ялған шаһитлыҡ, хәҡиҡәтте йәшереү, яҙыусыларҙың күбәйеүе (донъяуи фәндәр таралыуы сәбәпле, кешеләр дини йәһәттән наҙан һәм донъяуи фәндәрҙә ғалим буласаҡ)» (Әхмәт, 1/407, 419);
«Бары тик таныштарҙы ғына сәләмләү Хисап көнө яҡынлашыуының бер билдәһе булып тора» (Әхмәт, 1/405).