MXStat
MXStat
Введите текст для поиска
Расширенный поиск каналов
  • Вход на сайт
  • Каталог
    Каталог каналов Региональные подборки Поиск каналов
    Добавить канал
  • Рейтинги
    Рейтинг каналов Рейтинг публикаций
    Рейтинги брендов и персон
  • Аналитика
  • Поиск по публикациям
  • Мониторинг Max
Ислам дине

7 Oct, 07:41

Открыть в Max Поделиться

СӘЛӘМЛӘШЕҮ ӘҘӘБЕ

Мосолмандар тормошонда үҙ-ара сәләмләшеү ҙур әһәмиәткә эйә. Сәләмләшеү бер үк ваҡытта ҡәрҙәшең өсөн доға ҡылыу ҙа булып тора.

Сәләм биреү һүҙҙәре түбәндәгесә:

✔️ «Әссәләәмү ғәләйкүм!»
Мәғәнәһе: «Һеҙгә именлек булһын!» Шулай тип сәләм биргән өсөн 10 сауап яҙыла.

✔️ «Әссәләәмү ғәләйкүм үә рахмәтүЛлааһ!»
Мәғәнәһе: «Һеҙгә именлек һәм Аллаһтың рәхмәте булһын!» Шулай тип сәләм биргән кешегә 20 сауап яҙыла.

✔️«Әссәләәмү ғәләйкүм үә рахмәтүЛлааһи үә бәракәәтүһ!»
Мәғәнәһе: «Һеҙгә именлек, Аллаһтың рәхмәте һәм Уның бәрәкәте булһын!» Шулай тип сәләм биргән кешегә 30 сауап яҙыла.

3. Осрашҡанда беренсе булып сәләм биреү — сөннәт, ә сәләмгә яуап ҡайтарыу — вәжиб. Сәләмгә яуап шунда уҡ, шул уҡ кимәлдә йәки унан да яҡшыраҡ итеп ҡайтарылырға тейеш: «Үә ғәләйкүм әссәләәм!» йәки «Үә ғәләйкүм әссәләәмү үә рахмәтүЛлааһ!» йәки «Үә ғәләйкүм әссәләәмү үә рахмәтүЛлааһи үә бәракәәтүһ!»
«Үә ғәләйкүм» — «Һеҙгә лә» тигән һүҙ.

4. Сәләмләү һәм уға яуап һүҙҙәре асыҡ итеп әйтелергә тейеш.

5. Бармаҡ, ус һәм баш хәрәкәттәре менән сәләмләшеүҙән тыйылырға кәрәк.

6. «Хәйерле кис», «Хәйерле көн», «Һаумыһығыҙ» һ.б. кеүек һүҙҙәрҙе «Әссәләәмү ғәләйкүм!» тигәндән һуң ғына ҡулланырға ярай.

7. Йәше кесе кеше — өлкән кешегә, барыусы — ултырыусыға йәки бер урында тороусыға, аҙ һанлы төркөм — күп һанлы төркөмгә, атта йәки машинала барыусы — йәйәүлегә беренсе булып сәләм бирергә тейеш.

8. Ир-аттар менән ҡатын-ҡыҙҙар араһында, әгәр фетнә сығыу хәүефе булмаһа, сәләмләшеү рөхсәт ителә.

285 13
Каталог
Каталог каналов Подборки каналов Поиск каналов Добавить канал
Рейтинги
Рейтинг каналов Max
Контакты
Написать в Max Написать в Telegram Написать на почту
Всякая всячина
Пользовательское соглашение Политика конфиденциальности
Наши каналы
MXStat в Telegram MXStat в Max
Наши боты
MXAuthBot MXAnalyticsBot
Made by TGStat