Мәҙәк тоҡсайы


Гео и язык канала: Россия, Малайский


⚡️Дуҫтар! "Мәҙәк тоҡсайы" каналына рәхим итегеҙ! Һеҙҙән ҡыҙыҡлы көләмәстәр, ауыл мәҙәктәре көтәбеҙ.
❗Каналға яҙылыу өсөн һылтанма:
https://max.ru/join/kHYbDPoXfQVQvfQ-GzYY0oEjYpPL7_THUMrnbxvebWo
❗Ҡыҙыҡ-мыҙыҡтар, ауыл мәҙәктәре ебәреү өсөн һылтанма:
https://max.ru/u/f9LHodD0cOI67jbPF0MF8PL8ZWxP6v_3IBY1RYahtPafYt8kQLwh9p05OOQ

Связанные каналы

Гео и язык канала
Россия, Малайский
Статистика

Бер ир күршеһенең ҡоймаһы янына килә лә, әкрен генә шаҡый башлай. Бер тауыш та юҡ. Нығыраҡ шаҡый– тынлыҡ. Ҡойманың теге яғынан эт килеп сыға ла:
– Нимә шаҡыйһың, өйҙә берәү ҙә юҡ, - ти.
Ир иҫтән яҙып ҡолай. Бер ни тиклем ваҡыттан иҫенә килһә, эт һаман уға ҡарап тора.
– Һин нимә,өрә белмәйһеңме әллә? – тип һорай аптыраған ир.
– Беләм, әммә һине ҡурҡытҡым килмәгәйне.


Бер ир дуҫына маҡтана.
– Минең машинаны күр әле, тотош автоматика! Бер педалгә баҫһам, телевизор ҡабына, икенсеһенә баҫһам, музыка уйнай.
– Тапҡанһың нимә менән маҡтанырға! Минең машинамдың, беләһеңме, бер ишеген ҡатыраҡ итеп япһаң, ҡалған өсөһө лә шунда уҡ асылып китә.


Ҡәҙерле дуҫтар!

МАКС-тағы «Ҡырҡтартма» каналында иғландарығыҙҙы бушлай урынлаштыра алаһығыҙ. Бында республика буйынса эш эҙләү, фатир һатыу йәки ҡуртымға биреү, төрлө хеҙмәттәр, тауарҙар, аҙыҡ-түлек, ҡул эштәре, шулай уҡ уҡыу йорттарына ҡабул итеү тураһында мәғлүмәттәр урынлаштырыла.

Эшҡыуарҙар өсөн дә бик уңайлы майҙан — тауарҙарығыҙҙы һәм хеҙмәттәрегеҙҙе киң аудиторияға тәҡдим итә алаһығыҙ.

Ҡушылығыҙ, әүҙем булығыҙ!

https://max.ru/channel_reklama2014


– Алло! Был «Тиҙ ярҙам»мы? Бала ручка йотто!
– Хәҙер килеп етәбеҙ.
– Һеҙ килгәнсе нимә эшләйек?
– Ҡәләм менән яҙа тороғоҙ.


Табип бер әбейҙең күкрәк ситлеген тикшерә:
– Бына былай баҫҡанда үҙегеҙҙе нисек хис итәһегеҙ?
– Йәш ваҡыттар иҫкә төшә…


5 йәшлек ҡыҙ фотоальбом ҡарап ултыра.
– Әсәй, пляжда һинең яныңда ултырған ошо матур ғына кешекәй кем ул?
– Атайың да инде.
Бала шаҡтай ғына йыуанайған атаһына ымлап, бышылдап ҡына әсәһенән һорай:
– Ә был миңә кем була?


Ир ҡатынына:
– Ҡайҙа киттең?
– Кибеткә.
– Аҡса алдыңмы?
– Алдым.
– Туҙҙыра күрмә, йәме!


Төрмәләге һөйләшеү:
– Һин нимә өсөн ултыраһың?
– Тымаулаған өсөн.
– Булмаҫ, ундай закон юҡ.
– Бер сейфты асып булаш­ҡанда, яңылыш сөскөрөп, ҡа­рауылсыны уяттым.


– Кисә поезда барғанда проводница танауыма тондорҙо…
– Абау, ни өсөн?!
– Түшәк мәсьәләһе бында нисек тип һорағайным. Мин нимә теләгәнде аңламаны.


Ҡатын командировкаға китә. Ире бала менән өйҙә ҡала.
Иртәнсәк улын етәкләп, ул өй янындағы балалар баҡсаһына инә. Тик унан:
- Һеҙҙең балағыҙ беҙгә йөрөмәй! - тип, кире бороп сығаралар.
Икенсе балалар баҡсаһында ла шул уҡ хәл ҡабатлана.
Үҙҙәренән бер туҡталыш ары ғына тағы бер баҡса барлығын иҫенә төшөрөп, улын ашыҡтыра-ашыҡтыра автобусҡа ултырта.
Автобус ҡуҙғалып китеүгә, улы уның еңенән тарта:
- Атай, атай! Тағы бер садикка инһәк, мин мәктәпкә һуңға ҡалам!


Автобуста бер ҡыҙ итәгенә бесәйен ултыртып иркәләп бара. Ҡаршыһында ултырған егет:
– Минең дә шул бесәй урынында булғым килә…
– Һис тә бесәйгә ҡыҙыҡмағыҙ. Мин уны ветклиникаға стерилизация эшләтергә алып барам...


– Ҡатын- ҡыҙ менән спиртлы эсемлек араһында ниндәй айырма бар?
– Аҡсаң булмаһа, береһенең дә янына яҡын барырмын тимә...


Ейәне менән өләсәһе аш-һыу бүлмәһендә.
– Их, - ти ҡарсыҡ, - беҙ йәш саҡта музыка бигерәк матур ине.
– Өләсәй, был бит миксер шулай эшләй, – ти ейәне.


- Ниңә күҙең күгәргән, башыңды бинт менән бәйләп алғанһың? - Кисә фитнесҡа барғайным. - Шунда йәрәхәтләндеңме ни? - Эйе. Берәү штангаһын төшөрөп ебәргәйне. - Башыңа төштөмө ни? - Юҡ. Ул аяғына яңылыш төшөрөп ебәргәйне. Мин көлдөм...


*
–Эшләгән урының йор­тоңа яҡын ғына икән. Төшкө ашҡа ҡайтып йөрөйһөңмө?
– Юҡ. Эшкә көнөнә ике тапҡыр барыуы еңел тип уйлайһыңмы?


Тегеүсе заказ артынан килгән ирҙән һорай:
– Һеҙҙең ҡатынығыҙ бармы?
– Эйе.
– Улайһа, йәшерен кеҫә тегергә тәҡдим итәм.


Магазинда ике әхирәт һөйләшә.
– Һин нисек уйлайһың, ниндәй открытка алайым икән: «Минең ҡуянҡайыма» әллә «Минең бесәйемә» тигәненме? – ти береһе.
– Нимә хөрмәтенә һуң?
– Эй, иртәгә минең кәзә тәкәһенең тыуған көнө бит.


Күҙ табибы кабинетында табип пациентҡа:
– Мин ниндәй хәрефтәрҙе күрһәтәм?
– Ә һеҙ ҡайҙа?


Һунарсы өйөнә ҡайтып, мылтығын элеп ҡуя ла, һөйләнә-һөйләнә сисенә башлай:

- Фәриҙә, бөгөндән башлап өс ай буйы ит һатып алмаясаҡбыҙ.

- Әллә мышы атып алдыңмы?

- Юҡ, закон боҙған өсөн 20 мең һум штраф сәпәнеләр.


Ир менән ҡатын обой йәбештерегә булған, ти. Ҡатыны иренә:
- Аҫтағы күршеләрҙең фатиры беҙҙеке кеүек. Бар, матурым, йыбанмай ғына төшөп белешеп кил әле, күпме обой төргәге китте икән? - ти.
Ир, әлбиттә, төшөп белешә, ҡайтып ингәс:
- 16 рулон алдыҡ тинеләр, - ти.
Магазиндан ҡиммәтле генә 16 төргәк обой алып ҡайтҡан былар, эштең бөтөүенә 6 төргәк артып ҡалмаһынмы!
Ир, аптырап күршеләренә :
- Күрше! Һин 16 тип әйткәйнең бит!
- Эйе, 16 тигәйнем.
- Беҙҙең алтауһы артып ҡалдысы...
- Эйеее, тущны шул, беҙҙеке лә алтауһы артып ҡалғайны ул...

Показано 20 последних публикаций.