Бер ғаиләлә сәйер бала донъяға килгән, ти. Һөйләшә алмаған. Ата - әсәһе уны бер көн күрәҙәсе инәйгә алып барған. "Балағыҙ һөйләшәсәк, тик иң тәү әйткән өс нәмә үләсәк..." - тип ҡайтарған.
Баланың беренсе һүҙе иһә, бесәй булған. Бесәй үлгән. Икенсеһе Аҡтүш булған - эттәре лә донъя ҡуйған... Аталары баланың өсөнсө һүҙе атай булғанын ишеткәс, үләм инде тип, иҙәнгә тыныс ҡына һуҙылып ятҡан. Шул мәл ҡатыны килеп ингән дә:
- Нимә ҡарап ятаһың ул? Тор. Ана, күрше Зәбир үлеп киткән тинеләр әле генә! - тимәһенме.