Ваҡыт етмәй
Баймырҙина Римма
Ваҡыт етмәй тиеп зарланабыҙ
Донъя мәшәҡәте йәнәһе.
Ихтибарға мохтаж әсәйҙәрҙең
Өҙгәләнеп тибә йөрәге.
Балаһынан һәр көн хәбәр көтөп
Балам тиеп утта яналар.
"Әсәй, хәлең нисек"- тиәргә лә
Ваҡыт тапмай ҡайһы балалар.
Түҙә барыһына меҫкен әсә
Бала хаталарын кисерә.
Сит яттарға күҙ йәшен күрһәтмәй
Йөрәгенә һаман йәшерә.
Әсәй ҡәҙерен бөгөн белегеҙ
Аҙаҡ, һуң булыуы ихтимал.
Күп тә кәрәкмәй, наҙлы һүҙ етә
Бүлегеҙ аҙ ғына ихтибар.
Баймырҙина Римма
Ваҡыт етмәй тиеп зарланабыҙ
Донъя мәшәҡәте йәнәһе.
Ихтибарға мохтаж әсәйҙәрҙең
Өҙгәләнеп тибә йөрәге.
Балаһынан һәр көн хәбәр көтөп
Балам тиеп утта яналар.
"Әсәй, хәлең нисек"- тиәргә лә
Ваҡыт тапмай ҡайһы балалар.
Түҙә барыһына меҫкен әсә
Бала хаталарын кисерә.
Сит яттарға күҙ йәшен күрһәтмәй
Йөрәгенә һаман йәшерә.
Әсәй ҡәҙерен бөгөн белегеҙ
Аҙаҡ, һуң булыуы ихтимал.
Күп тә кәрәкмәй, наҙлы һүҙ етә
Бүлегеҙ аҙ ғына ихтибар.