Шиғырҙар


Гео и язык канала: Россия, Татарский
Категория: Книги



Гео и язык канала
Россия, Татарский
Категория
Книги
Статистика


Төркөмдә кемдер ҡыҙыҡ эҙләп, мәҙәк көтөп ултырамы? Ҡыҙығы бөткәс, ҡыҙыҡ өҫтәп, төркөмдө йәмләндереп, төрләндереп ебәрегеҙ һуң Нур әфәнде. Файҙалы яҙмаларығыҙ, кәңәштәрегеҙ менән бүлешегеҙ👍🙋🤷


Тормош баҡсаһы
Баймырҙина Римма

Гүзәл тормош баҡсабыҙҙы
Баҫты сүп - сар үләне.
Бер нигә лә ҡарамайса
Һаман үргә үрләне.

Әрһеҙ үҫкән ҡый үләне
Тамыр ебәрҙе төпкә.
Дымлы ерҙә баш ҡалҡытып
Йәйелде бағып күккә.

Башҡаларҙы ҡыҫырыҡлап
Ошо ерҙә туҡланды.
Хужа итеп үҙен тойоп
Бөтөнләйгә тупланды.

Ҡый үләне баҫып алды
Баҡсабыҙҙың яртыһын.
Әҙер ине ул ҡапларға
Ҡояштың да яҡтыһын.

Баҡса хужаһы түҙмәне
Аптырап башын ҡаҡты.
Төбө тамырынан йолҡоп
Урамға тотоп атты.

Үҫһен әйҙә ҡый үләне
Далаламы, сүллектә.
Таҙартайыҡ баҡсабыҙҙы
Әйләндермәй сүплеккә.


Ҡышҡы урман
Баймырҙина Римма

Әкиәттәй сихри донъя
Күңел биреп ҡараһаң.
Туҡ - туҡ килә тумыртҡа ла
Әллә һуға барабан.

Аҡастан - ағасҡа ҡунып
Ғәйбәт йыя һайыҫҡан.
Шеш ҡолаҡты эҙәрлекләп
Хәйләкәр төлкө боҫҡан.

Иҫ китмәле ҡышҡы урман
Аҡ юрғанға төрөнгән.
Гәлсәр яуа ағастарҙан
Уҡтай осҡан тейендән.

Ҡара күҙле аҡ ҡайындар
Оялып башын эйгән.
Ҡарағай ҙа йәш егеттәй
Йәшел еләнен кейгән.

Ҡолас йәйеп ҡаршы ала
Ғәжәйеп серле урман.
Сафлыҡ шатлыҡҡа тулышып
Уйнай күңелдә буран.


Тиңһеҙ хазина
Баймырҙина Римма

"Матди байлыҡ" тиеп ҡайһы кеше
Һыта тапай яҡын туғанын.
Яулар өсөн: дан, дәрәжә, абруй
Һата халҡын, намыҫ - выжданын.

Күкрәк һуғып маһайғандар байтаҡ
Ҡан илатып йыйған байлыҡҡа.
Күңел күҙе күрмәй томаланған
Һөйрәй һаман төпһөҙ һаҙлыҡҡа.

Дан - шөһрәт килһә: кеше шашына
Мин - минлеккә ҡуйып өҫтөнлөк.
Изге ғәмәл ҡылып өлгөрәйек
Ҡыҫҡа ғына ғүмер, өс көнлөк.

Ололарҙан ҡалған бер аҡыл бар:
Матди байлыҡ бары бер айлыҡ.
Күңел офоҡтарын яҡтыртыусы
Тиңһеҙ хазина: рухи байлыҡ.


Һинең өсөн
Баймырҙина Римма

Артта ҡалды хыял тулы йәшлек
Ятҡа ҡалды йәндәй һөйгәнем.
Йәнкәйемә тынғы бирмәй - ярһып
Әрнеп - тулап тибә йөрәгем.

Ҡалыр инде, моң - һағышҡа тулы
Һиңә арнап яҙған йырҙарым.
Ҡайнар хисле, яҡты хыялдарым
Саф һөйөүле йәшлек йылдарым.

Мәңге һүнмәҫ ҡайнар хистәребеҙ
Ҡышҡы ҡояш кеүек һүрелде.
Ниндәй һүҙҙәр табып йыуатырға
Өмөт тулы, хисле күңелде.

Артта ҡалды йәшлек йылдарыбыҙ
Маңлайҙарға һыҙып һырҙарын.
Оҙата килер ғүмер юлдарымда
Һөйөү тулы йәшлек йырҙарым.


Миҙгелдәрҙең сағыу мәлдәре
Баймырҙина Римма

Ҡаҙ бәпкәһе кеүек бәпембәләр
Ялан - болондарға һибелер.
Ҡар ҡатламын тишеп умырзая
Ҡояш нурҙарына үрелер.

Өйкөм өйкөм үҫкән умырзая
Яҙһылыуҙың тәүге бүләге.
Күктә турғай, ерҙә һөйөү моңы
Ошоларҙа хистәр биҙәге.

Бик әҙ генә йәшәй умырзая
Ҡалҡып сыға ҡарҙар әрселгәс.
Ғүмеркәйе уның нур балҡышы
Бәхет өсөн ергә сәселгәс.

Ул ҡояшҡа ғашиҡ, ҡояш уға
Һис тә зая үтмәҫ көндәре.
Мәңгелектер был бәйләнеш ерҙә
Миҙгелдәрҙең сағыу мәлдәре.


Ярҙам итәр доғалар
Баймырҙина Римма

Ер йөҙөндә барлыҡ тереклек тә
Бойһона бит һинең әмергә.
Яуызлыҡты, изгелектәр менән
Насип итһен Раббым еңергә.

Һәр кемдең дә булһын киләсәге
Яҡты өмөт көтһөн һәр көндө.
Кеше йәнен ҡыйған ҡәбәхәткә
Хаҡ Тәғәләм бирер хөкөмдө.

Ҡабул булһын ошо изге айҙа
Беҙ уҡыған аят, сүрәләр.
Тулы зиһен, айыҡ аҡыл менән
Эш итһендәр хужа түрәләр.

Сафландырып күңел түрҙәренә
Иман нуры керһен урғылып.
Юлдаш булһын, юлын юғалтҡанға
Мәңге һүнмәй торған нур булып.

Ғонаһтарын кисер Хаҡ Тәғәләм
Ярлыҡла һин һәр бер бәндәңде.
Иртә кисен теләйбеҙ теләктәр
Һала күрмә берүк бәләңде.

Бәлә - ҡазаларҙан, әфәттәрҙән
Ҡурсаласы зинһар Аллаһым.
Әсәләрҙең күҙ йәшен түктермә
Тартып алып ғәзиз балаһын.

Рөхсәт итмә яуыз бәндәләргә
Кеше ғүмерҙәрен өҙәргә.
Өйрәт Раббым күркәм сабырлыҡҡа,
Ауырлыҡтар килһә түҙәргә.

Йәшәү ауыр тип, һис ҡасанда
Зар илама бәндәм, һыҡтанма.
Шөкөр итә белеп булғанына,
Риза булып, һөйөн һәр таңға.

Хаҡ Тәғәләм беҙҙе яралтҡанһың
Яҡты донъяларҙа йәшәргә.
Йәшәү мәғәнәһе әйләнмәһен
Әйләнмәһен ине мәхшәргә.

Бәғзеләрҙән ерҙә аҡ нур ҡала
Изгелеге ҡала мәңгегә.
Нәфселәре аҙғын бәндәләрҙең
Ҡала бары, ҡара күләгә.

Теләк теләп, зекер ҡылыуҙарың
Иҫ киткес бер матур ғибәҙәт.
Аллаһыны көндә иҫкә алыу
Мосолманға лайыҡ бер ғәҙәт.

Илебеҙҙә тыуған фәжиғәләр
Борсоу һала йәнгә, күңелгә.
"Һуғыш" тигән һүҙҙе ишетеүгә
Күҙ йәштәре аға, түгелә.

Хаҡ Тәғәләм һинең ҡөҙрәтең киң
Дусар итмә берүк йәбергә.
Ер йөҙөндә барлыҡ тереклек тә
Бойһона бит һинең әмергә.


Алыҫтағы өмөт сатҡыһы
Баймырҙина Римма

Бата сума яҙмыш диңгеҙендә
Тулҡындарға ҡаршы йөҙәмен.
Ел - дауылдар һуға ҡаяларға
Сабыр итеп һаман түҙәмен.

Күпер һалам ярһыу упҡын аша
Өмөт күперҙәрен, йәйғорҙан.
Ҡайырылмаҫ сабыр ҡанаттарым
Ел дауыллы көслө ямғырҙан.

Һындырманы яҙмыш ҡырыҫлығы
Ҡаршы йөҙҙөм әсе елдәргә.
Көс етмәҫлек ауырлыҡтар һалып
Ябырылды нескә иңдәргә.

Һөйрәгәндә упҡын төпкөлөнә
Диңгеҙ тулҡынында сайҡалам.
Йәшәү көсө биреп, әйҙәй алға
Алыҫтағы өмөт сатҡыһы.


Көмөш алҡа
Баймырҙина Римма

Баҡыйлыҡҡа әсәй күсеүеңә
Байтаҡ йылдар үтеп китһә лә,
Бөгөнгөләй иҫтә, әйткән һүҙең
Һинең йәшкә килеп етһәм дә.

"Фатихамдың төҫө итеп бирәм -
Алҡамды һин берүк юғалтма.
Бурыс - иман: ваҡытында түлә
Бурысыңды үтә, онотма".

Мәңгелеккә күсереңде һиҙеп
Ҡулдарыма һалдың алҡаңды.
"Һаҡла ҡыҙым"- тиеп күҙҙәреңде
Мәңгелеккә йомдоң ал таңды.

Ҡулдарыма алдым әле бөгөн
Иҫтәлеккә ҡалған алҡаңды.
Ошо алҡа тылсым эйәһеләй
Бәлә - ҡазаларҙан һаҡланы.

Ярһып - ярһып, тормош даръяһылай
Аҡты ғүмер, аҡты урғылып.
Әсәйемдән ҡалған көмөш алҡа
Балҡый һаман яҡты нур булып.

Минең өсөн бөгөн иң ҡәҙерле
Көмөш алҡаң бүләк - ҡомартҡы.
Тәсбих итеп таҡтым ҡолағыма
Шул бүләкте килмәй юғалтҡы.

Ҡулдан - ҡулға күскән ҡомартҡыны
Бүләк иткән, әсәм-әсәһе.
Ете быуын нәҫел ырыуыма
Аллаһ бирһә булыр күсәһе.

Һуңғы һулышымды алған саҡта
Шул алҡамды һалып усыма,
Үтәй алһам әсәй васыятың.
Тоғро ҡалырмын бурысыма.


Һалдат яҙмышы
(поэма)
Баймырҙина Римма
***
Көн һүрелә. Киске шәфәҡ нуры
Күл өҫтөнә төшә емелдәп.
Көтмәгәндә шул тынлыҡты боҙоп
Осоп үтте ҡоҙғон ем эҙләп.

Уйға ҡалды Шәһит, күккә бағып:
"Ниңә һуң был ҡоҙғон ҡаныҡты"?
" Балам бергенәм," тип тыуған яҡта
Әсә йөрәккәйе ҡан һыҡты.

41 се йылдың йәйе ине
Яуыз гитлер һуғыш асҡанда.
Ҡорал алды Шәһит ҡулдарына
Ун һигеҙгә яңы баҫҡанда.

Ил яҙмышы бөгөн, ир өҫтөндә
Боғаҙҙарҙы быуа, һулышты.
Тыныс ҡына тормош көткән саҡта
Яуыз гитлер асты һуғышты.

Ҡаһармандар китә ҡанлы яуға
Илде һаҡлау ирҙәр бурысы.
Күккә баға әсә ярҙам һорап
"Ҡағылмаһын, үлем һулышы".

Ут эсенә керә ир - егеттәр
Именлеге өсөн илемдең.
Иҫән генә йөрөп, һау ҡайтһалар
Һағыштары һыныр күңелдең.

Һөлөк кеүек йәп - йәш егеттәрҙең
Ғүмерҙәре күпме өҙөлә.
Меҫкен әсәләрҙең күҙҙәренән
Йылға булып йәше түгелә.

Ҡайғы - хәсрәт һалды әҙәмдәргә
Ҡәһәрле лә һуғыш ғазабы.
Сабырлыҡтар бирсе Раббым Аллам
Хәйерлегә булһын аҙағы.

Ауыл халҡы берҙәй күтәрелде
Оҙатырға ғәзиз улдарын.
Күҙ йәштәрен түгеп, доға ҡыла
Ҡиблаларға һуҙып ҡулдарын.

Хызыр Ильяс юлдаш булыр тиеп
Фәрештәләр һаҡлар уларҙы.
Әсә доғалары алып ҡалыр
Еңеү яулап ҡайтыр улдарҙы.

***
Шәфәҡ нуры киске офоҡтарҙа
Ҡоштар һайрай яҡын тирәлә.
Сатыр ҡороп Шәһит йондоҙҙарҙан,
Һөйөү бишегендә тибрәлә.

Бары уйҙа ғына ҡайта ала
Тыуған яҡҡа, һөйгән йәренә.
"Түҙ йөрәгем, зинһар тыпырсынма
Һыҙламасы йәнем, әрнемә".

Терегөмөш кеүек Һәләүектең
Ишетәһе килә шаулауын.
"Эсһәм һыуын тын да алмайынса
Баҫылырмы икән сарсауым"?

Таң алдынан Шәһит серем итте
Тыуған яҡҡа ҡайтты төшөндә.
Гөльсирәһе илап оҙатҡаны
Бөгөнгөләй әле иҫендә.

Тып - тыныс төн. Аяҙ күк көмбәҙе
Ишетелмәй ерҙә атыштар.
Тыуған яҡтың таныш баҫыуҙары
Тулҡынлана елдә арыштар.

Оло ялан бесән сабынлығы
Үлән еҫе, салғы сыңлауы.
Эй рәхәт тә болоттарға ҡарап
Һандуғастар йырын тыңлауы.

Ҡайҙа аға, ҡайҙа ашығалар
Шәмәхә лә күкһел болоттар.
Упҡын ята ике араларҙа
Һинһеҙ үтә сәғәт минуттар.

Уҡыу тамамланған һуңғы көндә
Аҡ хыялдар ҡороп йөрөлдө.
Һыу буйында усаҡ яғып йәштәр
Парланышып бейеп өй(ө)рөлдө.

Аяуһыҙҙа тормош талабына
Буламы һуң ҡаршы торорға.
Ошо кистә улар хыялланды
Бергә парлы тормош ҡорорға.

Эх был яҙмыш, ниңә мәрхәмәтһеҙ
Ҡаршы тороп булмай шартына.
Зар илатып өҙә ғүмерҙәрҙе
Ҡарап тормай йәше - ҡартына.
Дауамы бар


Ваҡыт бушҡа уҙмаһын
Баймырҙина Римма

"Туҡта әле, ғүмер, ашыҡма" тип
Ҡысҡыраһы килә ҡай ваҡыт.
Ваҡыт ҡомдо ташҡа, ташты ҡомға
Әйләндерә икән зыр ватып.

Ваҡыттың иң нескә берәмеге
Секунд, минуттарҙы уҙҙыра.
Ә минуты әйләнеп сәғәткә
Өр - яңынан тәүлек тыуҙыра.

Саптар аттай сабып ваҡыт уҙа
Ҡиммәтерәк ваҡыт алтындан.
Бәйләр ялы, шәйләр яйы ла юҡ
Ҡыуып етеп булмай артынан.

Йүгән һалыр инем сабып барған
"Ваҡыт" тигән ярһыу был атҡа.
Йылдар ҡатламына йылдар ятып
Әйләнә лә ҡуя быуатҡа.

Саф көйөнсә ҡалһын күңелебеҙ
Сағыу мәлдәребеҙ уңмаһын.
Үтһә үтһен әйҙә ғүмеркәйҙәр
Тик ваҡытың бушҡа уҙмаһын.


Килә һинҽ ҡайтараһы
Римма Баймырҙина

Килә иркәм һиңә һыйынаһым
Һалҡындарҙан ҡасып йылынаһым.
Ауыр саҡта һиңә таянаһым
Тән йылыңды тәнемдә тояһым.
Ысҡындырмай ҡулыңдан ҡулымды
Үтәр инем мин ғүмер юлымды.

Күҙҙәреңдән алмай күҙҙәремде
Һөйләр инем барлыҡ серҙәремде.
Һинһеҙ нисек көнөм үтелгәнен
Күҙ йәшенең күпме түгелгәнен.
Һөйләр инем, кемдәр рәнйеткәнен
Ауыр һүҙҙәр әйтеп кәмһеткәнен.

Килә ҡосагыңда наҙланаһым
Күңел булғансы үкһеп илайһым.
Риза булыр инем барыһына
Мөмкин булһа ҡайтарып яныма,
Ысҡындырмай ҡулыңдан ҡулымды
Үтәр инем мин ғүмер юлымды.


Ҡайтыр күперҙәр юҡ
Баймырҙина Римма

Мәшәҡәтен ташлап был донъяның
Юлдар тоттом тыуған яғыма.
Сәләм биреп керҙем ҡәберлеккә
Ғәзиз әреүхтәрем янына.

Әтей, әней доға ҡылам һеҙгә
Күҙ йәштәрем аға туҡтамай.
Бер тауыш юҡ, тып - тын тирә яҡта
Ҡоштар ғына һайрай туҡталмай.

Кемдәр иртә киткән, кемдәр оло
Барығыҙҙа хәҙер бер тигеҙ.
Маңлайҙарға яҙған тәҡдирҙәрҙе
Ваҡыт етмәй өҙмәҫ был нигеҙ.

Ҡайтыр күперҙәр юҡ үткәндәргә
Атҡарырға ҡалған эшеңде.
Уйлар, уйҙар бында ишелгәндәр
Тупраҡ күмгән әйтер һүҙеңде.

Белмәйбеҙ шул иртәгәһен никтер
Ғүмер менән үлем араһын.
Бер күҙ асып йомған кеүек кенә
Был донъяла йәшәү самаһы.


Донъя мәшәҡәтенән бер аҙ бушанып ҡайтып килдем ауылыма. Гүр эйәһе булған әтей әней, яҡындарым, туғандарым янына.
«Әс-саләму ғаляйкум, дара ҡаумин муъминина, үа инна иншааллаhу бикүм лә ẍиҡунә,әсъәлуллаһу ли үә ләкүмүл ғафиәт"
Мәңгелек йорт
Баймырҙина Римма

Тыуған ауылыма ҡайтҡан саҡта
Юл өҫтөндә ҡаршы ала ҡайынлыҡ.
Баҡыйлыҡҡа күскән әрүәхтәр йорто
Бер тауыш юҡ...унда мәңгелек тынлыҡ.

Талғын ғына иҫкән йылы елдәр
Ағас япраҡтарын наҙлап иркәләй
Күкрәгендә сабыйын тибрәтеп
Әйтерһең дә бишек йырын ул көйләй.

Донъя мәшәҡәтенән арынып
Юл тоттом әле бөгөн тыуған яҡҡа.
Рөхсәт һорап ғәзиздәрем ятҡан
Килдем мәңгелек йортҡа, ҡайынлыҡҡа.

"Һаумыһығыҙ, ауылдаштар тиеп"-
Һаулыҡ һорашып үттем янығыҙға.
"Кисерегеҙ мине Әней, Әтей
Ғәйебем булһа һеҙең алдығыҙҙа".

Нисә быуын ырыу кешеләре
Барыһы ла ҡайынлыҡҡа йыйылған.
Исемдәре күңел түрҙәренә
Мәңге юйылмаҫлыҡ булып уйылған.

Таныш йөҙҙәр ҡаршылай йылмайып
Туҡталам һәр береһенең ҡаршына.
Яҡты хәтирәләр менән иҫләп
Сәскә һалам, ҡәберегеҙ ташына.

Һабаҡташтар...күрше күләндәрем
Һеҙ бит һәр бер өйҙөң тере йәндәре.
Күҙ алдында, әле бөгөнгөләй
Барыһы ла ауылыбыҙ йәмдәре.

Кисә генә һымаҡ хәтеремдә
Һабаҡташ ҡыҙҙар, һәмдә шуҡ егеттәр.
Уйға ҡалһам, йөрәк өҙгәләнә
Юҡ шул...арабыҙҙа, юҡ шул бик күптәр.

Ниңә ҡыҫҡа икән, ғүмеркәйҙәр?
Ниңә аяуһыҙ һин, ҡәһәрле әжәл?
Йәшнәп йәшәр саҡта ғына киткән
Ваҡытһыҙ өҙөлгән йәш ғүмерҙәр йәл.

Донъя матур, йәшәү үҙе бәхет
Бергә саҡтың беләйек ҡәҙерҙәрен.
Ваҡыт үткәс үкенгән булабыҙ
Ҡосоп илайбыҙ, һалҡын ҡәберҙәрен.

"Ваҡыт еткәс осрашырбыҙ"- тиеп
Һаубуллаштым, артта ҡалды зыярат.
Йәшәйһеләр килә был донъяла
Иртәрәк...етмәй торһон беҙгә сират.

Ауылымдан сығып киткән саҡта
Юл ситендә оҙатып ҡала ҡайынлыҡ.
Ғәзиз йәндәребеҙ, әрүәхтәр йорто
Бер тауыш юҡ..унда мәңгелек тынлыҡ.

Йәшәһҽ килә туйғансы
Римма Баймырҙина

Йәшәү дәүҽрҽ миҙгҽл гҽнә тойолһа ла
Мәңгҽгә килгәндәй йәшәйбҽҙ донъяла.
Бҽлмәй бҽр кҽмдә ҡайһы ҽрҙә абынаһын
Иртәгәһҽ көн, ни көтә ни булаһын.

Килҽүҙәрҙән, китҽүҙәрҙән донъя ҡоролған,
Тәҡдир маңлайыңа яҙылып ҡуйылған.
Бҽлмәйҽнсә әйтмәгәндәр бит үрҙәрҙә,
Күрәсәгҽң күрмәй кҽрмәйһҽң гүрҙәргә.

Бҽлмәйбҽҙ, иртәгә ни көтә, ни булаһын,
Күрмәйбҽҙ йәшәү мҽнән үлҽм араһын.
Үтә лә китә ғүмҽр, күҙ асып йомғансы,
Эх, йәшәһәң инҽ был ҽрҙә, туйғансы.


Тормош юлы
Баймырҙина Римма

Артмаҡ аҫып арҡабыҙға
Тормош һуҡмаҡтарын үтәбеҙ
Бына шулай әкрен генә
Ғүмер йомғаҡтарын һүтәбеҙ.

Тормош юлы - яу яланы
Кемдер еңә, кемдер еңелә.
Ауырлыҡҡа сыҙай алмай
Ярты юлда ҡай саҡ бөгөлә.

Оҙон күренһә лә юлдар
Ҡыҫҡа икән, бик тиҙ үтелә.
Йығылмаҫҡа, һығылмаҫҡа
Сабырлыҡтар талап ителә.

Тигеҙ түгел ғүмер юлы
Осрап тора соҡор, дүңгәге.
Тура юлға сыҡҡанда ла
Аяҡ салып йыға имгәге.

Нисек үтәһең юлыңды
Барыһыла һинең үҙеңдән.
Һүтә белһәң түҙем генә
Өҙөлмәҫ ул төйөн ебеңдән.

Тормош юлынан үткәндә
Яҡты эҙҙэр ҡалһа эҙәмдең.
Иҫкә алырҙар киткәндә
Изге булһа ҡылған ғәмәлең.

Тормош юлы
Баймырҙина Римма

Уҙған саҡта тормош юлдарынан
Булғандыр бит хата, кәмселек.
Тигеҙ ерҙән сабып барғандарға
Тыуғандыр тим хатта көнсөллөк.

Аҙғын хистәр күҙем томалаһа
Аймылышта баҫып абындым.
Һағыш теле тәнем ялмағанда
Көкөрттәй тоҡанып ҡабындым.

Ирәйепләр китеп, "дуҫым"- тиеп
Күңел ишектәрен асҡайным.
Дуҫ тигәнем йыланға әүрелеп
Ағыуҙарын сәсеп саҡҡайны.

Йәшәй - йәшәй тормош асылына
Хаталарым танып арындым.
"Ғәфү итсе мине Раббым"- тиеп
Ҡиблаларға ҡарап табындым.

Тормош юлы
Римма Баймырҙина

Хәтирә йомғағына төйнәлә
Бьл донъяның бөтөн барлығы.
Тормош арбаң, өйөлҽп төйәлә
Үҙҽң йыйған яҙмыш байлығы.

Бҽргә тартһаң арба ҽңҽлҽрәк
Бүл эргәмдә минҽң тҽрәгҽм.
Бҽлмәгәнмҽн ниңә элҽгҽрәк
Иңдәрҽмә иңҽң кәрәгҽн.

Яңғыҙ ғына үргә үрмәләйҽм
Һөйрәп тулы тормыш арбаһын.
Мҽнҽп ҽтәммҽ, юҡмы бҽлмәйҽм??
Оҙаҡмы, йыраҡмы бараһым??

Көсөң бөтөп ҡайсаҡ сүгәләйһҽң
Хәл алырға тиҽп туҡталып.
Кҽмдәндҽр ярҙам эҙләйһҽң
Йән - яғыңа ҡарап уҡталып.

Барҙыр әлҽ бит йәшәр йылдарым
Эштәрҽм күп эшләп бөтмәгән.
Барҙыр әлҽ үтәһҽ юлдарым
Үрҙәргә үк мҽнҽп ҽтмәгән.


Яҡтылыҡ, нур: йәшәү сығанағы
Баймырҙина Римма

Тормош юлын еңел генә үткәндәр бар...
Ауырлыҡҡа сыҙамайса сүккәндәр бар...
"Ник аяуһыҙ булдың миңә яҙмыш" тиеп
Ҡәнәғәтлек ҡылмайынса һүккәндәр бар...
Шөкөр итеп сабыр ғына көткәндәр бар...

Яңғышыңды бәйән итеп үсәгән бар...
Аҫтан ғына йоҙроҡ төйнәп сәсәгән бар...
Әҙме ни һуң, табыныңда сөсөләнеп
Йәнкәйеңде, тәнкәйеңде өшкөргәндәр...
Ете быуын нәҫелеңде тикшергәндәр...

Тар күңелле киң донъяға һыймаған бар...
Мәңгегә лә нәфселәре туймаған бар...
Әҙ түгел бит арабыҙҙа бер туғандар
Ата малын бүлә алмай үсләшкәндәр...
Мәтди байлыҡ күләмдәрен үлсәшкәндәр.

Зар илатып күҙ йәштәрең түктергәндәр...
Һөртөп алып күҙ йәшеңде киптергәндәр...
Йәнкәйеңде мең киҫәккә телә - телә
Аңғармаҫтан арттан килеп типкәндәр бар...
Яңғыҙлыҡҡа дусар итеп киткәндәр бар...

Был донъяла йәшен кеүек йәшнәгән бар...
Дошманына ғәйрәтләнеп йәшәгән бар...
Арҡаһына артмаҡ аҫып яҙмыш йөгөн
Оло юлдан яңғыҙ ғына һөйрәгән бар...
Хәсрәт ялҡын төтөнөнә көйрәгән бар...

Ғәфү һорап тәүбәһенә килгәндәр бар...
Әхирәткә гонаһ төйәп кергәндәр бар...
Үҙ туғанын ситкә типкән ҙур гонаһлы
Ник аңламай икән шуны бик күптәре
Өҙмәһендәр ине туғанлыҡ ептәрен...

Көнләшеүҙәр, үсләшеүҙәр йәнһеҙ зәхмәт...
Өҫтәй беҙҙең йәшәйешкә ғәмһеҙ михнәт...
Алдыңда ышаныс, артыңда таяныс
Булған саҡта йәшәүҙәре ниндәй рәхәт!
Яҡын иткән дуҫ - туғанға мең - мең рәхмәт!

Үҙең киткәс ҡалһын ерҙә яҡты эҙҙәр...
Иҫкә алып һөйләр өсөн яҡшы һүҙҙәр...
Яҡтылыҡ, нур: йәшәшештең сығанағы!
Яҡты булһын һәр ваҡытта күңелегеҙ!
Бәрәкәтле уҙар һеҙҙең ғүмерегеҙ!


Йәшәү дауам итә
Баймырҙина Римма

Бөтә нәмә бәйле бер - берһенә
Ҡояш нурын һибә көндөҙөн.
Ай янында шаян йондоҙҙар ҙа
Биҙәп тора зәңгәр күк йөҙөн.

Шәфәҡ нуры киске офоҡтарҙа
Төн фәрҙәһен ергә төшөрә.
Ҡыш һалҡыны ҡурһа йәнкәйеңде
Йәй ялҡыны тәнең бешерә.

Үҙгәртергә һаман тырышабыҙ
Шөкөр итмәй йәшәү шартына.
Йәшәһәк тә етеш донъяларҙа
Ниҙер етмәй кеше затына.

Булған һайын килә булдыраһы
Үтәмәйбеҙ Раббым талабын.
Шартлау, атыш, янғын һыу баҫыуҙар
Шуңа һала Раббым ғазабын.

Бөтә нәмә бәйле бер - берһенә
Ай йондоҙҙар, яҡты ҡояш та.
Беҙҙән һуң да улар мәңгелек бит
Дауам итә йәшәү тормошта.


- Ай һай, беҙ бит һинең менән ике надзератель, беҙҙең ҡул аҫтынан себен дә осоп сыға алмаҫ тип көлөштөләр.
- Туҡ,туҡ, туҡ, керергә буламы?
- Әйҙә әйҙә кем бар унда, әйҙүк әйҙүк ә үҙебеҙҙең Йәмиләбеҙ икән дәһә, әйҙә түрҙән уҙ балаҡай, инде маҡтап ҡына йөрөйһең.
- Айсыуаҡ өйҙә юҡта ғына кереп хәлеңде беләйем тип керҙем, уңайһыҙ күҙенә күренеп йәнен көйҙөрмәйем әле.
Икенсенән, әле магазиндан ҡайтышылай киленегеҙ йән фарман сабып бара ине ауыл осона табан, саҡ тапап китмәне, шуңа мәйтәм ни булды икән тиеп кенә кереүем.
- Кит ниндәй килен булһын ул, килен түгел ен ул.
– Әйтһәң – һүҙ, төртһәң, күҙ инде, оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, сабыр ғына итеп тыңла әле йәме Йәмилә ҡыҙым.
- Беҙ ике надзератель бер шпионды плендә тоттоҡ та, эт күрмәгәнен күрһәтеп, язалап өйөнә оҙаттыҡ. Саҡ сығып ҡасты, табаны ғына ялтырап ҡалды. Вәлләһи мына ышанһаң ышан, ышанмаһаң юҡ.
Тамсыһын да түкмәйенсә, бөртөгөн дә сәсмәйенсә, арттырмай ҙа кәметмәйҙә вес һөйләп бирҙек.

Айсыуаҡ эштән ҡайтышылай, ауыл осонан уҡ ҡасҡалаҡ кәләшенең бер егеттең машинаһына утырып сығып киткәнен ишетеп ҡайтып керҙе. Дөрөҫөн генә әйткәндә бер ҙә борсолманы, киреһенсә һөйөндө генә. Хәйләкәр Элионораның мәкерле уйын тиҙ генә самалап, горячий ленияға шалтыратып карточкаһын блакировать иттерә һалды. Ярай әле әсәһе өндәшмәһә лә Шәмсинур инәйе шустрый, ваҡытында был яңылыҡты еткерҙе.
- Айсыуаҡ улым, был яһалма ҡурсағың һине һуйып тиреңде тунап сығып китергә йөрөй тип түкмәй - сәсмәй һөйләп бирҙе рәхмәт яуғыры.

Өй эсенән тәмле еҫ борхоп тора, ә ундағы көлөшкән тауыштар араһында үтә лә таныш, үтә лә яҡын тауышты ишетеп, йөрәге дөп - дөп типте, Айсыуаҡ уҡтай атылып өйгә кергәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.
Йәмилә...
Айсыуаҡ...
Ике йылға һуҙылған айрылышыуҙан һуң оҙаҡ ҡына текәлешеп ҡарашып торҙолар ҙа, бер - береһенең ҡосағына ташландылар.
Кеше һүҙе кеше үлтерә, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр икән. Шул әсе теллеләрҙе тыңлап күпме парҙар айырыла.
Ә теге ике надзератель әллә ниндәй ҙур эш башҡарғандай мут йылмайып ситтән генә ике йәште күҙәтте.


- Һуң һине кем тота мында, аяҡ ҡулыңа тышау һалдылармы ни, ана бара юлың дүрт яғың ҡибыла.
- Мин китһәм дә бер үҙем сығып китмәйем Айсыуаҡтан башҡа, китһәк бергә. Утырып ҡал ана дүрт мөйөшөңә ҡарап убырлы ҡарсыҡ һымаҡ, тип екеренде.
Әльфинә ни әйтергә белмәй бер аҙ өндәшмәй торҙо ла, ишек алдына сығып китте.
Элианора өйҙә үҙе генә ҡалғас телефондан кемгәлер шалтыратып зарланды, уфтанды, илаулап та алды.
Шулай бер туҡтауһыҙ әллә нисә кешегә шалтыратты. Онотолоп китеп диванда рәхәтләнеп һөйләшеп ятты, Әльфинәнең өйгә кергәнен дә ишетмәне.
"Рустик ғәфү ит инде мине, яңғыштым бит пожалуста үтенеп һорайым, тыуасаҡ балабыҙ хаҡына. Мин бит һине шундай ярата инем, үҙең бит баш тарттың бала кәрәкмәй аборт эшләт тигәс ҡурҡышымдан ошо хәстрүш ауыл иренә бәйләндем.
Нисек инде тәүге баланы төшөрәйем, ә аҙаҡ бала таба алмаһам.
Юҡ ул әлегә беленмәй, ике айлыҡ ҡына.
Нимә тип әйтер инең тиһеңме?
Һуң способлар күп бит ете айҙан тыуҙы тиәр инем.
Юҡ, юҡ һинеке әлбиттә башҡа бер кем дә булманы.
Эй кит юҡты һөйләмә Игорь менән мин һаҡландым.
Йә бәғерем ни эшләйбеҙ, тамуҡ утында яндырма инде, килеп алаһыңмы?
Юҡ, никах та загс да юҡ, мында мине бер ниҙә тотмай, яратмайым мин уны. Ә әсәһе надзератель һәр нимәгә ҡыҫыла, аҡыл өйрәтә чистый туйҙым надоел булдым. На первое время беҙгә йәшәп торорға етәрлек аҡса ла бар.
Бирә кәнешне бирмәй ҡайҙа барһын, үҙем беләм нисек ҡулға алырға икәнен.
Уф ысынмы, бәғеркәйем көтәм һине, ярай әтеү иртәгә ауыл осона сығып торормын.
Ул иҫәүен эшенән бушамай ул, теге надзератель күрмәгәндә сығып тайырмын, пока, пока чау целую".

Ошо һөйләшеүҙе ишетеп торған Әльфинә нисек керҙе шулай кире әйләнеп китте лә ҡапҡа тышындағы скәмейкаға сығып утырҙы. Тәрән уйға батты, үәт мына ҡайҙа икән эш башы.
Оҙаҡ ҡына ваҡыт үткәс кире керҙе бер ни булмғандай шым ғына үҙ эше менән булышты. Ә килене майланған ҡайышмы ни йүгереп йөрөй, юхаланып йомшаҡ ҡына һөйләшә әсәйҙән һалдырып.
- Ҡана мамуль нимә эшләйем, бәрәңге әрсеймме, туҡмас йәйәйемме?
- Һин үҙең маймул, минең исемем бар тип асыуланды Әльфинә.
Ой, ой, ой мамуля ул әсәйем тигән һүҙ, яратып әйтеүем генә, юҡҡа үпкәләмә инде.
-Ҡырҡылған туҡмас бар, лучще бәрәңге әрсе.
- Оҙаҡламай мой любимчик Айсыуағым да ҡайтып етәр асығып.
Телефонынан музыка ҡуйҙы ла бергә ҡушылып йырлай - йырлай бәрәңге әрсене.
Саманан тыш иркәләнеп, йүгергеләп йөрөгән йәш кәләшен күреп Айсыуаҡтың йөҙө ҡояштай балҡыны.

Яһалма ҡурсаҡ ғүмер булмағанды иртән иртүк тороп иренең битенән үбеп иркәләп уятты ла
- Айсыуаҡ, матурым, йән киҫәгем мин ҡалаға ғына барып ҡайтайым әле үҙ йомошом менән, әҙерәк аҡса бирмәҫһеңме?
Наҙлы төндән һуң Айсыуаҡ, әллә ниҙәр бирергә әҙер ине. Наконец то әсәйем менән уртаҡ тел таптылар тип һөйөндө үҙенсә.
- Ал кәнешне күпме кәрәк ал, ана бит сервантта карточка ята пен кодты беләһең.
Север яҡтарында эшләп фатир алырмын тип карточкаһына күсерә барҙы ул эш хаҡын.
Һырпаланып бер алдына бер артына сығып ирен эшкә оҙатып ҡалды.
Әльфинә улына ла, килененә лә бер ни белгертмәне. Йөрәге әрнеһә лә өндәшмәне, ярар киткәне хәйерле эш башы аҡсала түгел тип үҙен тынысландырҙы.
Эстән генә яһалма ҡурсаҡҡа үҙенсә баһа бирҙе "тоҡомдары ваҡсыл, нәфселелер, күңел байлығының тамсыһы ла тойолмай, ихласлыҡтың семтеме лә юҡ хатта, тәртип - әҙәплекте һөйләп тораһы ла түгел, йоҡосо ялҡау, зато яһалмалыҡ йөҙөнә сыҡҡан.

Килене тәгәрмәсле сумаҙанын һөйрәп сығып киткәндә ике күрше Шәмсинурҙың өйөндә тәҙерә аша ҡарап оҙатып ҡалдылар. Әльфинәнең һорғолт тоноҡ күҙҙәре осҡонланып, йонсоу йөҙөнә нур ҡунғандай, өй эсенә ҡот ингәндәй булды.
- Уф ҡотолдоҡ был албаҫтынан, Аллаһыма шөкөр тип ике күрше көлөшә - көлөшә Әльфинәгә кире керҙеләр. Латарейға машина отҡандай һөйөнөшөп һөйләшә - һөйләшә әллә нисә тапҡыр самауырҙы яңырттылар. Иңдәренән ауыр таш төшкәнләй иркен тын алдылар.
- Әйттем бит Әльфинә, ҡала ҡыҙынан фәтеүә булмай тиеп.Тыуасаҡ балаһының кемдән икәнен дә белмәй, Айсыуаҡҡа япмаҡсы булғайны ла бит хитрюга килеп сыҡманы.


Ә Элианора һылыуыбыҙ ауыл тормошона күнә алмай гел генә ҡаланы һөйләп Айсыуаҡтың ҡолаҡ итен ашаны.
Бына бөгөн дә Айсыуаҡ ҡайтып кереү менән төлкөләй юхаланып ҡосағына һыйынды.
- Айсыуаҡ, йәнем, миңә аҡса кәрәк, ҡалаға барып ҡайтыр инем. Күрәһеңме тырнағым һынды, керфек үҫтерергә лә кәрәк, сәсте буятырға, тиеп мыйылданы. Айсыуаҡтың тамам асыуы ҡабарып:
- Эшләп ҡарарға теләгең юҡмы? Һин бит театральный бөткән кеше, ана клубта завклуб урыны бушаны, Вәсилә декретҡа сыҡҡан. Әйҙә шул эште үҙ ҡулыңа ал әле.
- Уф, йәнемде көйҙөрмә Айсыуаҡ, минең башҡаса түҙемлегем ҡалманы. Туйҙым мин тамам ғарыҡ булдым. Бер удобствия юҡ, һыуҙы ла һатып алғандай тамсыһына саҡлы әрәм итергә ярамай. Бәҙәрәф урамда, мин ҡол булырға һепертке кеүек һеперелергә килмәнем. Һин бит миңә ожмах обешать иттең, өрмәгән ергә утыртмам тинең.
Һин көнө буйы эштә ә мин төрмәлә надзератель аҫтында утырған кеүек Берәү генә түгел ике надзератель. Ә әсәйеңдең күҙ ҡарашын күрһәң, тотоп ашар ине ҡулынан килһә. Ещеү етмәһә теге күршегеҙ Шәмхи, пәрей әбейе утҡа бензин һибеп сығып китә. Әсәйең ҡамыр баҫһа ниңә киленең баҫмай, ниңә туҡмас йәймәй. Аптыраттылар улар мине, эй юләр булғанмын да инде, һинең матур һүҙҙәреңә ышанып, тәбиғәт, саф һауа имеш. Чёртыма кәрәк булдымы һуң миңә был тормош, ожмах йәнәһе лә тамуҡ мында, натуральный тамуҡ. Иренә һүҙ әйтергә лә ирек бирмәй йәшәү шарттарына зарланды, юҡ-бар сәбәп табып, мыжыны ла мыжыны.
Айсыуаҡ өндәшмәй сабыр ғына тыңланы. Ул да һис кенә лә ошолай булыр тип уйламағайны.
- Элианора һин үҙең минең муйынға аҫылындың мин түгел, йәнем һөйәм һине генә, һинең менән ер ситенә китеп ҡыуышта йәшәргә лә ризамын, тик бергә генә булайыҡ тинең. Мин дә ышандым һинең тәмле һүҙҙәреңә.

Түр башта аш - һыу әҙерләп йөрөгән Әльфинә ишетмәй ҡалманы әлбиттә уларҙың һүҙ көрәштергәндәрен,
эй хоҙайым был яһалма ҡурсаҡ ниҙәр генә күрһәтер икән тип ара - тирә уфтанып йөрәге әрнене берсә улын йәлләп, берсә Йәмилә киленен йәлләп яулыҡ осо менән күҙ йәштәрен һөртөп алды.
Өҫтәл әҙер булғас киске табынға саҡырҙы йәштәрҙе
- Әйҙәгеҙ балалар ашап алығыҙ Айсыуаҡ асыҡҡанһыңдыр балам, көн оҙоно буйы яланда йөрөп.
Икенсе яҡта Элионора ирендәрен бүлтәйтеп үсекләгән кеүек Әльфинәнең һүҙҙәрен ҡабатланы.
"Әйҙә балам әйҙә асыҡҡанһыңдыр".
Айсыуаҡ ҡулын йыуып өҫтәл артына килеп утырҙы, ә Элианора телефон тотоп диванға һуҙылып ятты. Күпме табынға саҡырһалар ҙа сыҡманы.
"Мин туҡ" тип кенә яуапланы.
Айсыуаҡ йонсоп, арып ҡайтһа ла, оҙаҡ ҡына йоҡлап китә алманы, Элианораның үпкәләүе, әсәһе менән уртаҡ тел таба алмауы, ялҡаулығы, оҙаҡ йоҡларға яратыуы, көнө буйы көҙгө йә телефон ҡулынан төшмәүе, ошо сифаттарҙы күҙ алдына китереп Йәмиләһе менән сағыштырҙы.
Ер менән күк араһы. Йәмилә ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатырлыҡ уңған ҡатын ине. Тәбиғи сибәрлеге үҙенеке, бер ниндәй ҙә яһалмалыҡ юҡ.

Әльфинә иртүк тороп аш һыу әҙерләне, өйгә ҡот йәм өҫтәп тәмле еҫ таралды. Айсыуаҡ тороп йыуынып өҫтәл артына утырҙы ә йәш килен йоҡоһонан уянырға уйламаны ла.
- Эй балам, үҙ бәхетеңә үҙең аяҡ салдың, үҙ бәхетеңдән үҙең ҡолаҡ ҡаҡтың бит, матурлыҡ менән генә донъя көтөп булмай шул улым. Йәмилә килен гөл кеүек ине, урынына бер яһалма ҡурсаҡ алып ҡайтып утыртып ҡуйҙың, ҡулынан бер эш рәте килмәй, өйрәтергә тип тырышып ҡарайым да, бер ҙә теләге юҡ. Артабан нисек булып бөтәр бер Аллаһы Тәғәлә генә белә, берәй сараһын табып ҡайтарып ебәр һин уны, пока ни позно.
- Ярар әсәй бик борсолма әле сабыр ит, йәш бит яйлап өйрәнеп китәр, тиҙ генә ҡапҡыланы ла, мин эшкә тиеп сығып та йүгерҙе.

Ҡояш төшкә ауышҡас килен тигән кеше уянып сыҡты аш бүлмәһенә, арлы - бирле аяҡ өҫтө йөрөп ҡапҡыланы ла кире кереп китте.
Әльфинә түҙмәне килене эргәһенә кереп:
- Кит инде килен был ни ҡыланышың, бит ҡулыңды йыумай бисмиллаһыҙ нисек икмәккә тотонаһың, аш - һыу эргәһендә яулыҡ ябынмай сәс туҙҙырып йөрөүең, оят түгелме үҙеңә әҙ генә? Һин бит мосолман балаһы.
- Уф, отстань от меня былай ҙа ни эшләргә белмәйем, скучно һеҙҙә дөм ҡараңғы донъя, нисек йәшәйһегеҙ һеҙ был ауылда, үләм новерно скоро.

Показано 20 последних публикаций.