Әбейҙәр сыуағы
Баймырҙина Римма
Хәрәкәттә бар тиеп бәрәкәттә
Тәбиғәткә сыҡтым сәйәхәткә.
Сихәттә йән - тәнемә, эй рәхәттә
Әйтерһең эләктем: әкиәткә.
Көтөп алынған әбейҙәр сыуағы
Көҙҙең уңышҡа бай, мул сағы.
Тәлгәш - тәлгәш миләш, балан ҡыуағы
Элеп алған, ҡыҙыл муйынсағын.
Тәбиғәтем ни арала үҙгәргән
Ҡупшы ҡыҙҙай, биҙәнеп төҙәнгән.
Үрмәкес тә, эш күрһәтеп өлгөргән
Селтәр япмаларын сигеп элгән.
Йәйғор төҫтәренән туҡып һуғылған
Төҫле балаҫ юлыма һуҙылған.
Ғүмер миҙгеленең иң матур сағы
Салт аяҙ көн, әбейҙәр сыуағы.
Баймырҙина Римма
Хәрәкәттә бар тиеп бәрәкәттә
Тәбиғәткә сыҡтым сәйәхәткә.
Сихәттә йән - тәнемә, эй рәхәттә
Әйтерһең эләктем: әкиәткә.
Көтөп алынған әбейҙәр сыуағы
Көҙҙең уңышҡа бай, мул сағы.
Тәлгәш - тәлгәш миләш, балан ҡыуағы
Элеп алған, ҡыҙыл муйынсағын.
Тәбиғәтем ни арала үҙгәргән
Ҡупшы ҡыҙҙай, биҙәнеп төҙәнгән.
Үрмәкес тә, эш күрһәтеп өлгөргән
Селтәр япмаларын сигеп элгән.
Йәйғор төҫтәренән туҡып һуғылған
Төҫле балаҫ юлыма һуҙылған.
Ғүмер миҙгеленең иң матур сағы
Салт аяҙ көн, әбейҙәр сыуағы.