MXStat
MXStat
Введите текст для поиска
Расширенный поиск каналов
  • Вход на сайт
  • Каталог
    Каталог каналов Региональные подборки Поиск каналов
    Добавить канал
  • Рейтинги
    Рейтинг каналов Рейтинг публикаций
    Рейтинги брендов и персон
  • Аналитика
  • Поиск по публикациям
  • Мониторинг Max
Шиғырҙар

7 Oct, 14:20

Открыть в Max Поделиться

Яҡтылыҡ, нур: йәшәү сығанағы
Баймырҙина Римма

Тормош юлын еңел генә үткәндәр бар...
Ауырлыҡҡа сыҙамайса сүккәндәр бар...
"Ник аяуһыҙ булдың миңә яҙмыш" тиеп
Ҡәнәғәтлек ҡылмайынса һүккәндәр бар...
Шөкөр итеп сабыр ғына көткәндәр бар...

Яңғышыңды бәйән итеп үсәгән бар...
Аҫтан ғына йоҙроҡ төйнәп сәсәгән бар...
Әҙме ни һуң, табыныңда сөсөләнеп
Йәнкәйеңде, тәнкәйеңде өшкөргәндәр...
Ете быуын нәҫелеңде тикшергәндәр...

Тар күңелле киң донъяға һыймаған бар...
Мәңгегә лә нәфселәре туймаған бар...
Әҙ түгел бит арабыҙҙа бер туғандар
Ата малын бүлә алмай үсләшкәндәр...
Мәтди байлыҡ күләмдәрен үлсәшкәндәр.

Зар илатып күҙ йәштәрең түктергәндәр...
Һөртөп алып күҙ йәшеңде киптергәндәр...
Йәнкәйеңде мең киҫәккә телә - телә
Аңғармаҫтан арттан килеп типкәндәр бар...
Яңғыҙлыҡҡа дусар итеп киткәндәр бар...

Был донъяла йәшен кеүек йәшнәгән бар...
Дошманына ғәйрәтләнеп йәшәгән бар...
Арҡаһына артмаҡ аҫып яҙмыш йөгөн
Оло юлдан яңғыҙ ғына һөйрәгән бар...
Хәсрәт ялҡын төтөнөнә көйрәгән бар...

Ғәфү һорап тәүбәһенә килгәндәр бар...
Әхирәткә гонаһ төйәп кергәндәр бар...
Үҙ туғанын ситкә типкән ҙур гонаһлы
Ник аңламай икән шуны бик күптәре
Өҙмәһендәр ине туғанлыҡ ептәрен...

Көнләшеүҙәр, үсләшеүҙәр йәнһеҙ зәхмәт...
Өҫтәй беҙҙең йәшәйешкә ғәмһеҙ михнәт...
Алдыңда ышаныс, артыңда таяныс
Булған саҡта йәшәүҙәре ниндәй рәхәт!
Яҡын иткән дуҫ - туғанға мең - мең рәхмәт!

Үҙең киткәс ҡалһын ерҙә яҡты эҙҙәр...
Иҫкә алып һөйләр өсөн яҡшы һүҙҙәр...
Яҡтылыҡ, нур: йәшәшештең сығанағы!
Яҡты булһын һәр ваҡытта күңелегеҙ!
Бәрәкәтле уҙар һеҙҙең ғүмерегеҙ!

20
Каталог
Каталог каналов Подборки каналов Поиск каналов Добавить канал
Рейтинги
Рейтинг каналов Max
Контакты
Написать в Max Написать в Telegram Написать на почту
Всякая всячина
Пользовательское соглашение Политика конфиденциальности
Наши каналы
MXStat в Telegram MXStat в Max
Наши боты
MXAuthBot MXAnalyticsBot
Made by TGStat