Ағас башынан юл булһа...
Хужа Нәсретдин урам аша йәйәү ҡайтып килә икән, тегеңә уҫал урам малайҙары осраған. Хужаның аяғында бик яҡшы кәлүштәрҙе күреп, былар уны нисек тә хәйләләп һалдырып алырға уйлаған.
– Әйҙә тура юлдан ҡайтайыҡ, – тигән булып, уны ҡуйы ағастар араһына алып кергәндәр ҙә: “Аҙаштыҡ, шикелле, һин Хужа абзый, ағас башына менеп, юлды ҡарап төшмәҫһеңме икән”, – тип хәйләләгәндәр.
Хужа ни, кәлүштәрен һалып ҡултығына ҡыҫтырған да ағасҡа менә башлаған. Малайҙар: “Шул кәлүштәреңде нимәгә унда алып менәһең инде?”, – тигәс, Хужа: “Ю-ю-ҡ, ҡалдырмайым, әгәр ҙә ағас башынан тура юл булһа, шунан ғына ҡайтып китәм”, – тигән