– Ишғәле, тауыҡбаш, тип кемгә әйтәләр ул?
– Ҡушғәле, бәй, шуны ла белмәйһеңме ни? Уйламай эшләгән, юҡ-бар һөйләгән әҙәмдәргә эләгә был баһа. Бер уйлаһаң, тауыҡтан да егәрле һәм файҙалы ҡош-ҡорт юҡ бит: көн дә тигеләй йомортҡа һала, егерме көнләп ҡуҙғалмай ҙа себештәрен баҫып ултыра, улары сыҡҡас, йыуаш тауыҡ арыҫлан йөрәклегә әйләнеп, ҡурсый, һаҡлай. Бөгөнгө көндә донъяла иң күп ҡулланылғаны ла тап тауыҡ ите.
https://henek.info/articles/++-++/2026-09-14/tauy-bashtar-4812100