"Ҡарағай" шифаханаһына юлламаны кем отто?
Район һәм республика гәзит-журналдарына яҙылыусылар араһында "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто ярты йыл һайын шәп бүләктәр уйната. Бөгөн БСТ каналында тура эфирҙа гәзитле лә, бүләкле лә булыусылар билдәләнде.
Шарт буйынса, 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына ике баҫмаға яҙылыусылар ҡатнаша алды. Бына улар, еңеүселәр:
Ҡар таҙартыу машинаһын үҙебеҙҙең Марсель Сәлимов ағайыбыҙ эләктерҙе. Беҙ уны ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Ноутбук - Нуриман районы Яңы Күл ауылынан Н. Әхтәрйәноваға, робот-саң һурҙырғыс - Ейәнсура районы Итҡол (Юлдаш) ауылынан М. Бикбаеваға, телевизор - Ауырғазы районы Усман ауылынан Ф. Әхмәтоваға, туңдырғыс Салауат районы Әлкә ауылынан А. Сиражеваға сыҡты.
Ә Мәсетле районындағы "Ҡарағай" шифаханаһына юлламаны Ҡырмыҫҡалы районы Константиновка ауылынан Марина Ипполитова отто. Ҡотлайбыҙ!
Л. Фазлетдинова.