Редакция газеты "Торатау" (Ишимбай)


Гео и язык канала: Россия, Татарский
Категория: Новости и СМИ


Ишембай ҡалаһы һәм районының ижтимағи-сәйәси гәзите.

Связанные каналы

Гео и язык канала
Россия, Татарский
Категория
Новости и СМИ
Статистика

Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
☀️Хәйерле иртә!

Яңы аҙна уңышлы килһен, яҡшы ваҡиғаларға бай булһын, барлыҡ теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын, дуҫтар!

Салауат Хәлилов башҡарыуында легендар йыр - "Сайҡалалар кәмәләр".


Репост из: МЧС Башкортостана
🚨 Первый снег — не повод для риска!

На водоемах появляется первая ледяная корка. Для рыбаков — горячая пора, но помните: первый лед только кажется прочным!

⚠️ Это смертельно опасно:
• Толщина меньше безопасной.
• Снег маскирует полыньи и трещины.
• Течение делает лед хрупким.

❗️Правила безопасности:
1. Не выходите на лед, пока он не окрепнет (7 см — для одного, 12 см — для группы).
2. Не проверяйте прочность ногой — используйте пешню.
3. Не собирайтесь группами на одном участке.
4. Возьмите жилет, веревку и свисток.
5. Если провалились — не паникуйте, раскиньте руки и выползайте грудью, не вставая на ноги.

❄️ Рыбаки, лучший улов — возвращение домой живым!


@mchsrb Подписывайся на
МЧС России в MAX | ВК


🌱🌹 Ябай ысул — һәм гөлдәрегеҙ сәләмәт!

Өй сәскәләрендәге ваҡ бөжәктәрҙән һәм сереүҙән нисек ҡотолорға? Шәп ысул тәҡдим итәбеҙ, үҙегеҙгә күсереп алығыҙ!

https://gazeta-toratau.ru/articles/rubrika-7/2026-10-04/yabay-ysul-m-g-ld-rege-s-l-m-t-4834215


Хәйерле иртә, дуҫтар!

Был көн йомартлығы менән һеҙҙе һөйөндөрһөн. Ялығыҙ күңелле, файҙалы, онотолмаҫлыҡ булып үтһен 🙌

Фотола гимназистар. 2018 йыл.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Өфө шәфҡәт туташтары менән күңелдәрҙе яҙып алайыҡ 😊👍


💍"Һомай" йырын башҡарыусы ҡыҙ кейәүгә сыҡты

«Ай Йола» төркөмө солисы Адель Шәйхетдинованың тормошонда ҡыуаныслы ваҡиға — туй көнө. Был һөйөнөслө яңылыҡ менән социаль селтәрҙә Ринат Рамазанов уртаҡлашты.

Йәштәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ, оҙон, мөхәббәтле, бәхетле ғүмер теләйбеҙ.

«Юлдаш» радиоһы


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
😳 Һеҙҙә ҡар яуамы, Кинйәбулатта ҡар яуа!

Гөлназ Ғиниәтуллина видеоһы


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Яҡындарығыҙҙың хәлдәрен белергә ваҡыт, нәҡ ошо мәл - шылтыратығыҙ, ҡайтығыҙ, ҡунаҡҡа саҡырығыҙ 💛


Уфа готовится ко второму в своей истории саммиту ШОС — он пройдет в 2028 году, а региональный оргкомитет возглавит Радий Хабиров. Вспоминаем в карточках, как город принимал саммиты ШОС и БРИКС в 2015 году и что оставил после себя тот грандиозный форум.


... Уңайлы урын һайлап, ипләп кенә күҙәтә башлай көнсөл бисә. Төнгө сәғәт икеләрҙә УАЗик килеп туҡтамаһынмы өй алдына! Әһә, ана берәү һикереп төштө. Ҡыуаҡ төбөндә ятып, инде ярайһы ғына ҡалтырана башлаған бисәкәйҙең ҡолағына: “Пока, сәғәт дүрттәрҙә килеп алырһың”, – тигән тауыш быраулап инә. Уғаса машина ҡуҙғалып та китә...

https://gazeta-toratau.ru/articles/rubrika-7/2026-10-03/k-ns-l-bis-4834225


Хәйерле иртәләр!

💛 «Торатау» менән донъя йәнләнә! Ялығыҙ матур һәм файҙалы үтһен!


Йылдар үтә тиеп моңаймайыҡ,
Һәр осорҙоң үҙенә хас йәме.
Йөрәктәрҙең дәрте һүнмәгәндә,
Йәшәүҙәрҙең һис тә бөтмәҫ тәме.

Һәр үткән көн өсөн шөкөр итеп,
Ҡәнәғәтбеҙ булған барлыҡҡа.
Бала-саға үҫте, хәҙер инде,
Ейәндәр гел күмә шатлыҡҡа.

Йылдар үтә тиеп моңаймайыҡ,
Ҡартлыҡ күргән кеше бәхетле.
Ҡартайғаста һәр саҡ булайыҡ беҙ,
Аҡыллы һәм изге йөрәкле.

Аллаһ бирһен йән татыулыҡтарын,
Тыныслыҡтар килһен өйҙәргә.
Аллаһ насип итһен барыбыҙға,
Төплө аҡыл менән йәшәргә.

Фәниә Сыңғыҙова(Мөхәмәтшина)

Розалиә Төхвәтуллина фотоһы


Ҡолғонала Халыҡ-ара ололар көнөнә арналған "Күңелдәребеҙ һаманда йәш әле!" исемле байрам сараһы үтте.

Уҙешмәкәр артистар тарафынан әҙерләнгән байрам концерты өлкәндәр күңелдәренә хуш килде. Улар йырлап-бейеп, күңел асып, тәмле сәйҙәр эсеп, бер-береһен байрам менән ҡотлап таралышты.


🙌 Халыҡ көсө - берҙәмлектә

Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл биләмәһендә махсус хәрби операция яугирҙарының ғаиләләренә ярҙам итеүгә ҙур иғтибар бүленә.

Ошо көндәрҙә яҡташтарыбыҙға ҡышҡылыҡҡа бесән килтереп бирелде. Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте һәм ауылдаштар был изге эштән ситтә ҡалмаған ир-егеттәргә — Рөстәм Фәрит улы Вәлиевҡа һәм Заһир Таһир улы Өмөтбаевҡа рәхмәт белдерә. Улар яҡташтарына ярҙам ҡулы һуҙып, берҙәмлектең оло өлгөһөн күрһәтте. Йомарт хужаларҙың изгелеге һәм битараф булмауы тотош биләмә өсөн оло баһаға лайыҡ, сөнки халҡыбыҙҙың көсө — берҙәмлектә.


👏 Ишембайҙа уҡытыусыларҙы алҡышланылар!

Бөгөн, 2 октябрҙә, ҡала мәҙәниәт һарайында Уҡытыусылар көнө алдынан тантаналы сара үтте - ул үҙ ғүмерен йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлаған һөнәр эйәләренең фиҙаҡәр хеҙмәтенә арналды.

Муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рәмил Абдуллин уҡытыусыларҙы ысын күңелдән тәбрикләп, иң изге теләктәрен еткерҙе.

Белем биреү өлкәһенә тос өлөш индергәндәре өсөн бер төркөм педагогтарға наградалар һәм маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Был көндә айырым иғтибарға ветеран уҡытыусылар лайыҡ булды. Йәш уҡытыусыларҙың хеҙмәттәге тырышлығы, ижади һәм ғилми эҙләнеүҙәре баһаланды.

Байрам урындағы ижади коллективтарҙың сағыу сығыштары менән үрелеп барҙы.

Муниципаль райондың барлыҡ педагогтарын яҡынлашып килгән байрам менән ҡотлайбыҙ!

Айһылыу Вахитова.


Этҡол мәҙәниәт йортонда Ололар көнөнә арналған байрам сараһы уҙҙы.

Этҡол ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илгизәр Ихсанов ауылдаштарҙы байрам менән ҡотлап, намыҫлы хеҙмәттәре өсөн хөрмәт кисереп, ауырымай, һыҙланмай, оҙон-оҙаҡ йылдар яҡындарына терәк булып, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең изгелеген күреп, бәхетле ҡартлыҡ кисереүҙәрен теләне.

Һәүәҫкәр артистарыбыҙ тарафынан әҙерләнгән бай концерт программаһы, мул һыйлы өҫтәл оло ағайҙарыбыҙ һәм апайҙарыбыҙға бик оҡшаны һәм киләһе йылдарҙа ла ошо байрамдарҙа осрашырға насип булһын, тигән теләктә таралыштылар.

Гөлдәр Йәрмөхәмәтова.


В Башкирии стартовал новый сезон конкурас первичных отделений «Движения первых»

В конкурсе будут определены не менее 2 тысяч победителей в номинациях:

«Лига открытий» (для первичек, открытых в дошкольных учреждениях, учреждениях культуры, спорта и молодёжной политики, организациях дополнительного образования, организациях для детей-сирот и детей, оставшихся без попечения родителей, детских центрах (лагерях)). Победители получат приз 200 тысяч рублей.

«Лига возможностей» (для первичек, открытых в школах, СПО и вузах). Победители получат приз от 200 тысяч до 1 млн рублей.
«Первая лига» (для участников спецноминации «Первая лига» и победителей номинации «Лига возможностей» третьего сезона конкурса). В заявке необходимо указать подшефное первичное отделение. Победители получат приз от 200 тысяч до 1 млн рублей.
Узнать подробности и подать заявку можно по ссылке до 11 ноября 2026 года: первичка.будьвдвижении.рф/

Также партнёры конкурса подготовили для команд «Вызовы Партнёров». За три сезона в конкурсе участвовали более 50 тысяч команд, в состав которых вошли 381 609 человек.


✅ Күңел һәр саҡ йәш!

Ҡаланың аҫыл биҙәге булған Милли мәҙәниәттәр үҙәгенең «Аманат» башҡорт фольклор коллективы «Торатау» баҫмаһына киләһе йылға яҙылыуға дәррәү ҡушылды.

Репетицияға килгән артистар редакция журналистарын милли кейемдәрҙә ҡаршылап, музыка ҡоралдарында дәртле уйнап һәм бейеп күрһәтте. Әйткәндәй, «Аманат» коллективы менән беҙ яҡындан танышбыҙ – бешкән ер еләгендәй һылыу апайҙар баҫманың 25 йыллыҡ юбилейы уңайынан ойошторолған таҡмаҡтар конкурсында ҡатнашҡайны.

Сайтта:
https://gazeta-toratau.ru/articles/rubrika-5/2026-10-02/k-el-r-sa-y-sh-4832922


Бөгөн Ишембай районы муниципаль районы Советы ултырышында депутаттар хакимиәт башлығы Азат Альберт улы Ишемғоловтың вәкәләттәрен ваҡытынан алда һалыуы тураһында ҡарар ҡабул итте.

Яңы етәксенең вазифаға ингәненә тиклем хакимиәт башлығы бурыстарын үтәү уның сәнәғәт һәм ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Рәмил Миңлеәхмәт улы Абдуллинға йөкмәтелде.
Рәмил Абдуллин – районды яҡшы белгән тәжрибәле идарасы.

Азат Альберт улына башҡарған эштәре өсөн рәхмәт белдерәбеҙ һәм яңы хеҙмәт юлында уңыштар теләйбеҙ. Хакимиәт башлығының вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы етәксенең ҡулы аҫтында район динамикалы үҫешәсәк, тигән ышаныста ҡалабыҙ.


Аҡһаҡалдар, Ағинәйҙәр көнө.
Ил аҡылы һеҙҙә тупланған!
Әлдә һеҙ бар - йәштәр өсөн терәк,
Кәңәш биргән, әрләп-хуплаған!

Алтын көҙҙә - алтын аҡыл көнө.
Ҡаршылайыҡ яҡты йөҙ менән!
Донъя матур бары һеҙҙең менән,
Һеҙҙең күҙҙәрҙәге осҡон менән,
Һеҙҙең йөрәктәге ҡуҙ менән!

Халыҡ-ара ололар көнө уңайынан Һайран мәҙәниәт йортонда «Йылдар моңо» исемле байрам сараһы үтте.
Өлкән быуын вәкилдәре өсөн концерт ойошторолдо.

Ололар - беҙҙең байлығыбыҙ. Бөгөн беҙ уларға йәмғиәтебеҙгә индергән баһалап бөткөһөҙ өлөшө, уларҙың аҡыллылығы һәм сабырлығы өсөн рәхмәт белдерҙек. Был көндө үҙенсәлекле итергә ярҙам иткәндәргә айырым рәхмәт.

Зөлфиә Ғәзизова.

Показано 20 последних публикаций.