MXStat
MXStat
Введите текст для поиска
Расширенный поиск каналов
  • Вход на сайт
  • Каталог
    Каталог каналов Региональные подборки Поиск каналов
    Добавить канал
  • Рейтинги
    Рейтинг каналов Рейтинг публикаций
  • Аналитика
  • Поиск по публикациям [new]
  • Мониторинг Max
Редакция газеты "Торатау" (Ишимбай)

26 Nov, 13:29

Открыть в Max Поделиться

«Баҫма менән бала саҡтан дуҫмын!»

💚 Яҡташыбыҙ – «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире, яҙыусы, журналист, Ишембай ҡалаһының Почетлы гражданы Салауат Кәримов «Изге подписка» акцияһы сиктәрендә баш ҡалала һәм районда ҙур ойошҡанлыҡ күрһәтә.

👍 Ошо көндәрҙә Салауат Ғайса улы эш сәфәре менән Ишембайға һуғылғанда «Торатау» баҫмаһын махсус хәрби операция яугиры ғаиләһенә яҙҙырҙы.

- Гәзит-журналдар, айырыуса милли телдә сыҡҡан баҫмалар, халыҡ өсөн һәр саҡ кәрәк булды һәм бөгөн дә уларҙың әһәмиәте бик ҙур. Мин быны матбуғат өлкәһендә эшләгән белгес кенә түгел, ә атай һәм олатай булараҡ та әйтәм. Бөгөн балалар китап уҡымай, тигән фекер таралған. Был проблемаға икенсе яҡтан килергә кәрәк. Уларҙы китап уҡырға йәлеп итер өсөн, әлбиттә, өйҙә тейешле шарттар булдырыу мөһим. Бер һүҙһеҙ ғаиләгә «Аҡбуҙат», «Аманат» журналдарын, «Йәншишмә» гәзитен яҙҙырырға кәрәк. Балалар ошо баҫмаларҙы уҡып үҫмәһә, артабан «Йәшлек», «Шоңҡар» менән ҡыҙыҡһынмаясаҡ. Һуңынан өлкән йәштә «Ағиҙел», «Башҡортостан» баҫмаларын да уҡымаясаҡ. Шуға күрә милли матбуғат киләсәген бөгөндән хәстәрләргә кәрәк, - тигән фекере менән уртаҡлашты Салауат Ғайса улы. - «Торатау» гәзитенә килгәндә, был баҫмаға ҙур хөрмәт менән ҡарайым. Сөнки ул бынан 25 йыл элек еңел булмаған осорҙа башҡорт телендә айырым баҫма булып сыға башланы. Ҡатмарлы осорҙо үтеп, аяҡҡа баҫты һәм бөгөн дә йолаларына тоғро. Әйтергә кәрәк, район гәзите менән бала саҡтан танышмын, дуҫмын. Унда ижади эштәрем, мәҡәләләрем даими баҫылып торҙо. Әлеге мәлдә лә «Торатау» балалар менән эшләү йолаһын һаҡлап килә һәм ижади үҫешкә мөмкинлектәр бирә. Киләсәктә был йәш ижадсыларҙың эштәре республика баҫмаларында ла донья күрер, тигән өмөт бар. Хөрмәтле яҡташтар, баҫма ул – туған телде һаҡлау, үҫтереү сығанағы һәм фекер уртаҡлашыр майҙан. Беҙгә яңы дуҫтар табырға мөмкинлектәр бирә. Һәр саҡ бергә булайыҡ!

Айһылыу ВАХИТОВА.

295 11
Каталог
Каталог каналов Подборки каналов Поиск каналов Добавить канал
Рейтинги
Рейтинг каналов Max Рейтинг публикаций
API
API статистики API поиска публикаций
Наши каналы
MXStat в Telegram MXStat в Max
Контакты
Написать в Max Написать в Telegram Написать на почту
Всякая всячина
Пользовательское соглашение Политика конфиденциальности Публичная оферта
Наши боты
MXAuthBot MXAnalyticsBot MXStatBot
Made by TGStat