Газета Баймакского района, города/ Баймак гәзите


Гео и язык канала: Россия, Аварский
Категория: Новости и СМИ


Сакмар - Һаҡмар гәзите

Связанные каналы

Гео и язык канала
Россия, Аварский
Категория
Новости и СМИ
Статистика
Фильтр публикаций


"Салауат Юлаев" бөгөн "Нефтехимик" менән уйнай.Уңыштар теләйбеҙ!


Ишей ауыл мәҙәниәт йортонда Әсә көнө айҡанлы "Гүзәлдәрҙән гүзәл әсәләр" байрамы үткәрелде. Сарала ауылдың ҡатын- ҡыҙҙары ҡатнаштылар.
"Һаулығым- ҙур байлығым" әңгәмәһендә үҙ- ара фекер алыштылар һәм файҙалы мәғлүмәттәрҙе тупланылар. Сара шиғыр, йырҙар, уйындар, бейеүҙәр менән үрелеп барҙы.Ҡатын-ҡыҙҙар йәрәбә буйынса бүләктәр алып ҡыуандылар.
Артабан "Самауырлы ритайым"ға ҡушылдылар.Киләсәктә лә шулай ҙур һәм татыу бер ғаилә булып йәшәйек Алла бирһә! Афарин,инәйҙәр һәм апайҙар!Барығыҙҙы ла етеп килгән Әсә көнө менән,гүзәлдәр!

Миңзифа Ишдәүләтова.


🌲Башҡортостанда "Шыршы" операцияһы башланды

23 ноябрҙән 10 ғинуарға тиклем урмандарҙа шыршыларҙы законһыҙ ҡырҡыуға контроль көсәйтелә. Инспекторҙар полиция менән берлектә күҙәтеү алып бара, дрондар ҙа ҡулланыла, тип хәбәр итә "Юлдаш" радиоһы.

‼ Законһыҙ ҡырҡыу өсөн штрафтар ҡаралған. Ҡағиҙә боҙоу тураһында Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығына хәбәр итергә мөмкин: 8 (347) 218-14-14.


💫26 декабрҙә Өфөлә Ҡыш бабай резиденцияһы асыла

Башҡортостан баш ҡалаһының төп яңы йыл майҙансығы ҡунаҡтарҙы Яңы йылға бер нисә көн ҡалғас ҡабул итә башлай. Өфө ҡала советы янындағы майҙансыҡта урынлашҡан Ҡыш бабай резиденцияһы 26 декабрҙә асыла, тип хәбәр итә баш ҡала властары.

Былтыр резиденция 25 декабрҙә — бер көн алдараҡ эшләй башланы. Байрам майҙансығына бөтәһе 200 меңдән ашыу кеше килде.

Ҡала советы янындағы яңы йыл резиденцияһы ҡышҡы байрам көндәрендә Өфөнөң иң популяр урындарының береһенә әүерелә: бында Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән осрашыуҙар ойошторола, балалар һәм өлкәндәр өсөн фотозоналар һәм күңел асыу программалары эшләй.


⚡Ерҙә ятҡан аҡсаға теймә: Рәсәйҙә "ағыулы" купюралар табылған

Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә ғүмер өсөн хәүефле предметтар табыу осраҡтары теркәлә. Был хаҡта "Хәүефһеҙ интернет лигаһы" етәксеһе Екатерина Мизулина хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренсә, Белгородта ағыуланған аҡсалар табылған. Ҡала мэрияһы урамда билдәһеҙ предметтарға һәм аҡсаға теймәүҙе һорап мөрәжәғәт иткән. Хәүеф зонаһында купюралар ғына түгел, янсыҡтар, банк карталары, пакеттар, коробкалар, уйынсыҡтар, шешәләр, телефондар, пауэрбанктар һәм кәнфиттәр ҙә булырға мөмкин. Был предметтарҙа хәүефле химик матдәләр булыуы ихтимал.

Ошо көндәрҙә Макеевкала (ДНР) бер ир ерҙә ятҡан биш меңлек "ағыулы" купюраны ҡулына алғандан һуң дауаханаға эләккән. ДНР-ҙың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уға тиҙ арала тейешле медицина ярҙамы күрһәтелгән.

Халыҡты уяу булырға саҡыралар. Урамда хужаһыҙ әйберҙәргә ҡағылырға ярамай. Был хаҡта хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итергә кәрәк.


Ишмөхәмәт ауылынан Миңһылыу Сәлимованы район халҡы әүҙем йәмәғәтсе, төбәктең "Ағинәйҙәр" ойошмаһы үҫешенә тос өлөш индергән ағинәй,"Һаҡмар" гәзитенең тоғро дуҫы булараҡ белә һәм хөрмәт итә.
Миңһылыу Шәрифулла ҡыҙы Ишмөхәмәт ауыл биләмәһенең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы ҡарарҙарын тормошҡа ашырыуға күп көс һала.
"Һаҡмар"ҙы - һәр йортҡа" конкурсына һәм "Изгелек подписка"һына әүҙем ҡушылып, ул Байыш ауылынан ике ир-егеткә район баҫмаһын бүләк итте.
Әле Сибайҙа йәшәһә лә, Миңһылыу Сәлимова тыуған төйәге һәм яратҡан баҫмаһы менән бер ҡасан да бәйләнешен өҙмәй.Афарин, Миңһылыу апай!


Ҡолсора һәм Түбәнге Иҙрис уңғандары Мөхәмәтҡужина Гүзәл, Маннапова Әсмә, Солтанова Тәнзилә, Ҡолсоранан Танғатарова Таңһылыу, Сыңғыҙова Айһылыу, Ҡолмөхәмәтова Айһылыу МХО-лағы яугирҙәребеҙ өсөн былау бешереп, вакуумлы пакеттарға тултырҙы."Беҙҙең әҙерләгән аштарыбыҙ һуғыш яланында йөрөгән егеттәребеҙҙең ризығына яҙһын, тыуған яҡтарына имен-һау ҡайтырға әйҙәп торған ризыҡ булһын АЛЛАҺ бирһә", - ти улар.




Мерәҫ ауылы ирҽкмәндәр штабына бҽрҽнсҽләрҙән булып ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән МХО-нан дҽмобилизацияланған яугир ауылдашыбыҙҙың үтҽнҽсҽ буйынса Хафизов Фәнил ағайҙың утынын соланына ташып, өйөп , бҽр ыңғайҙан өйөн йыйыштырып, йыуып та ҡуйҙыҡ. Ярҙам итҽүсҽ ирҽкмән ҡыҙҙарға ҙур рәхмәт.
Р.Ғазина.


Билал китапханаһында 2-се класс уҡыусылары етәкселәре Флүрә Яруллина етәкселегендә “Алмаз батыр” исемле комикс менән танышты. Был сара уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, уларҙың күңелендә милли геройҙарға ҡарата хөрмәт уянды.

“Алмаз батыр” комиксы – Башҡортостан Башлығы фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған проект, ул милли батырҙарҙың тарихын заманса һәм ҡыҙыҡлы формала балаларға еткереүҙе маҡсат итә.

Комикстың геройҙары тураһында уҡыусылар һүрәттәр төшөрөп, ижади һәләттәрен күрһәтте. Айырыуса Рания Баймөхәмәтованың һүрәте ысынбарлыҡҡа тап килде.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max


Ҡолсора ауыл китапханаһында Гүзәл Мөхәмәтҡужина етәкселегендә ҡатын-ҡыҙҙар яугирҙәргә
былау әҙерләй.Әүҙем ирекмәндәргә ҙур рәхмәт!


Хәйерле иртә!
Яңы көн, яңы аҙна матур ваҡиғаларға бай булһын!


"Билал мәктәбенең 3-сө класс уҡыусылары Гөлнара Кинйәбулатова һәм Әлиә Кәримоваға халыҡ-ара "Иҙел" фестивалендә ҡатнашыу бәхете тейҙе. Башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарып, II дәрәжә диплом менән бүләкләнделәр. Ҡыҙҙарҙың еңеүҙәре уларҙың тырышлығы ғына түгел, ә уҡытыусылары Әнисә Әғзәм ҡыҙының хеҙмәтенең һөҙөмтәһе.
Атай-әсәйҙәре Земфира һәм Фәнис Кинйәбулатовтар, Алина һәм Азамат Кәримовтар үҙҙәренең рәхмәт һүҙҙәрен ошо көндәрҙә бергә янып көйгән уҡытыусылары Әнисә Әғзәм ҡыҙына, матур күлдәктәр тегеп биреүсе ауылдашыбыҙ Зәлиә Исхаҡоваға ҙур рәхмәт һүҙҙәрен әйтәләр.
Ҡыҙҙарға уңыштар теләйбеҙ, афариндар!" - тип хәбәр итте билалдар.




Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Тыуған яҡ тәбиғәте талантлы фоторәссам Айбулат Иҫәндәүләтов күҙлегенән.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Ишбирҙе ауылында ҡаҙ өмәләре гөрләй.


ҠОТЛАЙЫМ!
Уллыларҙы улдар көнө менән,
Рөхсәт итегеҙсе ҡотларға.
Ҡәҙер-хөрмәт,иҫәнлек һәм һаулыҡ,
Бүләк итһен Хоҙай уларға.

Улдарығыҙ ҡыуандырып торһон,
Ул үҫтергән әсәй-атайҙар.
Улдар-беҙҙең ғүмер дауамдары,
Улдар киләсәкте һаҡлайҙар.

Уллыларҙы улдар көнө менән,
Тәбрикләйем ихлас йөрәктән,
Ғорурланыр улдарығыҙ булһын,
Ҡабул булһын изге теләктәр.
Фәнилә Йәндәүләтова.


🌿 Улдар көнө менән!

Улдарыбыҙ - ут булһын, ике күҙе - мут булһын, шаян булһын, шуҡ булһын, эшһөйәр, уңған булһын, алға илтер юлдары тигеҙ булһын, уң булһын,ата - әсәһе ҡыуаныр, ғорурланыр - Ул булһын!


Ауылдарҙа ҡаҙ өмәһе гөрләй,
Һыу буйына ҡанат һипкәндәр.
Ҡанат остарына баҫа-баҫа
Ҡыҙҙар ҡаҙ йыуырға киткәндәр.

Ергә аҡ мамыҡтай аҡ ҡар түшәлгәс, ауылда матур байрам - ҡаҙ өмәләре башлана. Иртә яҙҙан ҡош-ҡорт алып, йәй буйы көтөп, көҙ осоро ашатып-һимертеп эш итеп алыуға, туғандарын ҡаҙ өмәһенә йыялар ҡош-ҡорт тотоусы хужалар.
Ауылдың эшлекле,уңған ғаиләләренең береһе - Биктимеровтар ҙа ошо көндәрҙә ҡаҙ өмәһе үткәрҙе.Йорт хужабикәһе Мәликә апай улы Ғәлийән менән утыҙлап ҡаҙ үҫтергән.Боронғоса баҫып сығарған өй ҡаҙҙары ла, баҙарҙан алынғаны ла берҙәй матур үҫкәндәр. "Тәүҙә ҡаҙҙарҙы баҫтырып, аталыҡ,инәлек менән көттөк.Борон бөтәһе лә шулай эшләне.Хәҙер баҙарҙан да алып ҡушабыҙ.Себеш ваҡытында тәрбиәләп,йәшел үлән ашатып ҙурайтҡансы ҡарайһың инде,аҙаҡ йылғаға төшөрәбеҙ", - ти Мәликә апай.Эйе, ата -бабалар ҡаҙ көтөргә яратҡан, сөнки уның файҙаһы ҙур булған: мамығынан яҫтыҡтар,түшәктәр эшләгәндәр, итенән,майынан төрлө ризыҡтар әҙерләгәндәр.
Ҡаҙ өмәһе - үҙе матур байрам,балалар,туғандар,куршеләр йыйылыша.Мәликә Биктимерова - ауылдың ағинәйҙәр ойошмаһының әүҙем ағзаһы.Өмәлә ағинәйҙәр менән берлектә ҡаҙ өмәһе йолаһы ла күрһәтелде.

Айһылыу Әлибаева,
клуб мөдире.

Показано 20 последних публикаций.