Ауылдарҙа ҡаҙ өмәһе гөрләй,
Һыу буйына ҡанат һипкәндәр.
Ҡанат остарына баҫа-баҫа
Ҡыҙҙар ҡаҙ йыуырға киткәндәр.
Ергә аҡ мамыҡтай аҡ ҡар түшәлгәс, ауылда матур байрам - ҡаҙ өмәләре башлана. Иртә яҙҙан ҡош-ҡорт алып, йәй буйы көтөп, көҙ осоро ашатып-һимертеп эш итеп алыуға, туғандарын ҡаҙ өмәһенә йыялар ҡош-ҡорт тотоусы хужалар.
Ауылдың эшлекле,уңған ғаиләләренең береһе - Биктимеровтар ҙа ошо көндәрҙә ҡаҙ өмәһе үткәрҙе.Йорт хужабикәһе Мәликә апай улы Ғәлийән менән утыҙлап ҡаҙ үҫтергән.Боронғоса баҫып сығарған өй ҡаҙҙары ла, баҙарҙан алынғаны ла берҙәй матур үҫкәндәр. "Тәүҙә ҡаҙҙарҙы баҫтырып, аталыҡ,инәлек менән көттөк.Борон бөтәһе лә шулай эшләне.Хәҙер баҙарҙан да алып ҡушабыҙ.Себеш ваҡытында тәрбиәләп,йәшел үлән ашатып ҙурайтҡансы ҡарайһың инде,аҙаҡ йылғаға төшөрәбеҙ", - ти Мәликә апай.Эйе, ата -бабалар ҡаҙ көтөргә яратҡан, сөнки уның файҙаһы ҙур булған: мамығынан яҫтыҡтар,түшәктәр эшләгәндәр, итенән,майынан төрлө ризыҡтар әҙерләгәндәр.
Ҡаҙ өмәһе - үҙе матур байрам,балалар,туғандар,куршеләр йыйылыша.Мәликә Биктимерова - ауылдың ағинәйҙәр ойошмаһының әүҙем ағзаһы.Өмәлә ағинәйҙәр менән берлектә ҡаҙ өмәһе йолаһы ла күрһәтелде.
Айһылыу Әлибаева,
клуб мөдире.