MXStat
MXStat
Введите текст для поиска
Расширенный поиск каналов
  • Вход на сайт
  • Каталог
    Каталог каналов Региональные подборки Поиск каналов
    Добавить канал
  • Рейтинги
    Рейтинг каналов Рейтинг публикаций
    Рейтинги брендов и персон
  • Аналитика
  • Поиск по публикациям
  • Мониторинг Max
Газета Баймакского района, города/ Баймак гәзите

8 Sep, 14:30

Открыть в Max Поделиться

#Тарихта_был_көн
#Баймаҡ_энциклопедияһы

Бөгөн техник фәндәр кандидаты, педагогия фәндәре докторы, доцент Вәлиев Азат Сәлимйән улы тыуған көн.

Азат Сәлимйән улы 1964 йылдың 8 сентябрендә БАССР-ҙың Баймаҡ районы Темәс ауылында тыуған. Баймаҡ районы Яковлевка ауылында Баймаҡ ауыл хужалығы техникумын, Силәбе ауыл хужалығын механизациялау һәм электрлаштырыу институтын , шунда уҡ аспирантураны тамамлаған.

1988 йылдан алып Һәүәнәк совхозында инженер-механик, 1989-1991 йылдарҙа төҙөлөп ятҡан Темәс кирбес заводында баш инженер булып эшләй. 1994 йылдан инженер, 1995 йылдан Силәбе дәүләт агроинженер университетында уҡыта.
1998 йылдан алып БДУ-ның Сибай институтында эш башлай, 2000 йылдан дөйөм техник дисциплиналар кафедраһы мөдире; бер үк ваҡытта 2010-2011 йылдарҙа тәбиғи-математика, 2012 йылдан технология факультеттары деканы, 2017 йылдан директор вазифаһын башҡара.

Фәнни эшмәкәрлеге машина-трактор агрегаттарының параметрҙарын һәм эш режимын оптималләштереүгә; юғары профессиональ белем биреү системаһында студенттарҙың профессиональ әҙерлеген камиллаштырыуға арналған. Азат Сәлимйән улы 140-ҡа яҡын фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән һөнәри-техник белем биреү буйынса 20-нән ашыу уҡыу-методик әсбап, 4 монография авторы.
Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2014 й.). Рәсәй Федерацияһы мәғариф һәм фән Министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән (2011 й.).

278 1 8
Каталог
Каталог каналов Подборки каналов Поиск каналов Добавить канал
Рейтинги
Рейтинг каналов Max
Контакты
Написать в Max Написать в Telegram Написать на почту
Всякая всячина
Пользовательское соглашение Политика конфиденциальности
Наши каналы
MXStat в Telegram MXStat в Max
Наши боты
MXAuthBot MXAnalyticsBot
Made by TGStat