Үрге Иҙрис мәсете мәхәлләһе йылдағыса Ололар көнөн матур итеп билдәләне.Ошо ауылда тыуып үҫкән,хәҙер Семёновск ауылында йәшәүсе Ишбикә һәм Морат Йәрмөхәмәтовтар ғаиләһе МХО-ла ҡатнашыусы Рифон позывнойлы улдарына бағышлап ҡорбан ашы үткәрҙе.Ауыл мәсетенең имам- хатибы һәм уның ярҙамсылары был тәҡдимгә шатланып риза булды,туғандары һәм ауылдаштар күтәрмәләп алды.Ҡорбан ашында аят бағышлау,үҙ-ара аралашыу, ислам диненә арналған һөйләшеү һәр кемдең күңеленә хуш килде.