MXStat
MXStat
Введите текст для поиска
Расширенный поиск каналов
  • Вход на сайт
  • Каталог
    Каталог каналов Региональные подборки Поиск каналов
    Добавить канал
  • Рейтинги
    Рейтинг каналов Рейтинг публикаций
    Рейтинги брендов и персон
  • Аналитика
  • Поиск по публикациям
  • Мониторинг Max
Газета Баймакского района, города/ Баймак гәзите

3 Oct, 20:23

Открыть в Max Поделиться

Кисә, 2 октябрь, Сибай ҡалаһында "Беҙ дуҫтар ташламайбыҙ" исемле бик матур концерт булды. Йәмле һәм йәнле тамаша Рәмил Туйсиндың туғандары, ижадташ дуҫтары тарафынан ойошторолдо. Концертта, сәхнәлә дуҫтар, туғандар булһа, тамашасы залы моңһөйәрҙәр менән тулы ине. Йыраусылар ҙа, уларҙы ҡараусылар ҙа изге ниәт менән килгәнгә, мәҙәни сара бик йылы үтте. Йән йылытыр, күңел күтәрер, йөрәк елкендерер йырҙар бер-береһенә үрелеп, тамашасыны илаһи моң тулҡынында бәүелтте. Йырлатты, уйлатты, илатты... Ошо матур концертты ойоштороуға көс һалған барлыҡ артистарға, Рәмил Парижович Туйсиндың туғандарына, дуҫтарына, рухташтарына, башҡорт йыр-моңона ғашиҡ тоғро тамашасыларына ысын күңелдән рәхмәт әйтәбеҙ. Изгелек ерҙә ятып ҡалмай, сауаптары насип булһын, Аллаһ риза булһын.
Концертты онлайн ҡарай алмағандарға офлайн форматта ҡарарға мөмкинлек булдырған дуҫтарыбыҙға видеояҙмалар өсөн айырым рәхмәт.
Барығыҙға ла хәйерле ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, ниәт иткән эштәрегеҙ, барыр юлдарығыҙ уң булыуын теләйбеҙ!
Әйткәндәй, ошондай шәп тамаша тиҙҙән Баймаҡта ла үтәсәк.Ноябрь башында "Беҙ дуҫтар ташламайбыҙ" исемле иҫ киткес шәп концертта барығыҙҙы ла көтөп ҡалабыҙ!

214 5
Каталог
Каталог каналов Подборки каналов Поиск каналов Добавить канал
Рейтинги
Рейтинг каналов Max
Контакты
Написать в Max Написать в Telegram Написать на почту
Всякая всячина
Пользовательское соглашение Политика конфиденциальности
Наши каналы
MXStat в Telegram MXStat в Max
Наши боты
MXAuthBot MXAnalyticsBot
Made by TGStat