Мотал Рәмов
Ауылым мәҙәктәре
“Үҙеңдекен тотоп ултыр!”
Еңгәйҙәрем менән телефондан аралашҡан һайын мәрәкәләшеп, бер-беребеҙҙе шаяртып алабыҙ. Был юлы 4-5 көн буйына телефонын алмаған еңгәм бер көнө үҙе шылтыратты.
–Сәләм, ҡәйнеш! Һин шылтыратҡанда – мин өйҙә булмайым, мин шылтыратһам, һин алмайһың... Хәлдәрегеҙ нисек? Көҙгө эштәрҙе теүәлләп бөттөгөҙмө?
–Аллаға шөкөр! Һин дә мин генә йәшәп ятабыҙ... Үҙең ни хәлдә?
Байтаҡ аралашмағас, хәбәрҙәр күбәйеп киткән – оҙаҡ ҡына ләпелдәштек.
–Шылтыратһам, телефоныңды алырға тырыш, ҡайһы берҙә ашығыс яңылыҡтар килеп сыҡҡылай бит, – еңгәмә иҫкәртеү яһайым.
–Ярай, һин дә үҙеңдекен тотоп ултыр!
–Ул нимә тигән хәбәрең? – мин тыйыла алмай көлә башланым.
–Телефоныңды үҙең менән алып йөрө, тием...
–Ә-ә-ә... Юҡһа, мин бөтөнләй икенсе нәмә хаҡында уйлайым...
–Үәт, тәртипһеҙ!
Икәүләшеп көлөшә-көлөшә һау буллаштыҡ...