Репост из: "ЮЛДАШ" радиоhы 105.5 Fм
Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Башҡортостанда уҡытыусы статусы күтәрелә: Ишембайҙа мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһе уҙа.
"Август кәңәшмәһе"нең мөһим ваҡиғаһы — Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың уҡытыусы статусын күтәреү тураһындағы Указға ҡул ҡуйыуы.
Кәңәшмәнең пленар ултырышында сығыш яһап, Радий Хәбиров республика мәғариф системаһының юғары ҡаҙаныштарын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
«Башҡортостанда — илдәге иң ҙур мәғариф системаларының береһе. "Профессионалитет“ федераль проектына ярашлы булдырылған кластерҙар буйынса алдынғы төбәкбеҙ, мәктәптәрҙе йыһазландырыу буйынса илдә өсөнсө урындабыҙ, шулай уҡ уҡыусылар олимпиадаһының финал этабында ҡатнашыусылар һаны буйынса лидерҙар исемлегендә киләбеҙ", — тип белдерҙе республика етәксеһе.
Быйылғы Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре лә ҡыуандыра: 210 эш юғары 100 балға баһаланған. Радий Хәбиров билдәләүенсә, был уңыштар — педагогтарҙың күп йыллыҡ, эҙмә-эҙлекле һәм фиҙакәр эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе.
Республика мәғариф тармағын үҫтереүҙе туҡтатмай, киләсәккә ҙур пландар ҡора:
✔️Киләһе йылда яңы төбәк уҡыу йорто — Республика математика лицей-интернаты үҙ ишектәрен аса.
✔️Халыҡ-ара студенттар кампусын төҙөп бөткәндән һуң, республика балалары өсөн фән һәм асыштар, шулай уҡ олимпиадаларға әҙерләнеү өсөн бөтөнләй яңы, заманса мөмкинлектәр барлыҡҡа киләсәк.