Ауыл урамынан дәртле, ышаныслы аҙымдар менән эшкә ҡабалана балаларҙың яратҡан тәрбиәсеһе Рәзилә Зинннур ҡыҙы Ҡоланбаева.Ихлас йылмайып, бар кеше менән уртаҡ тел табып, тирә-йүнгә нур сәсеп йәшәй, эшләй Рәзилә апай. Барлыҡ был матур сифаттарҙы ғаиләһендә алып,буй еткергән Нуғай һылыуының Таулыҡайҙа йәшәүене лә инде арыуыҡ йылдар...
Үрге Нуғай ауылының ишле, татыу Хәмиҙә һәм Зиннур Вәлиевтар ғаиләһендә унынсы бала булып тыуған киңйә ҡыҙ, 6 апай һәм 3 ағай туғандарының иғтибарын, яратыуын тойоп, белеп үҫә. Алдынғы ҡарашлы аталары барлыҡ балаларын белемле, эшһөйәр, кешелекле булып үҫтереүҙе ҙур бурыс итеп ҡуя.Ниғәмәт мәктәбен тамамлағас, өлкәндәренең кәңәшен тотоп, Рәзилә Зиннур ҡыҙы белем алырға баш ҡалаға юллана.
1988 йылда Өфөнөң беренсе һанлы педагогия училищеһын тамамлап, Баймаҡ ҡалаһында тырышып эш башлай. Биш йыл тәрбиәсе булып эшләй ҡаланың "Тополёк" балалар баҡсаһында дипломлы йәш белгес. Йәшлек дәрте менән ҡанатланып, бар күңелен һалып эшләп, алға маҡсаттар ҡуйып, үҙенән өлкән коллегаларының тәжрибәһен өйрәнә.
Таулыҡай ауылына килен булып төшкәндән һуң Рәзилә Зиннур ҡыҙы "Ҡарлуғас" балалар баҡсаһында эшен дауам итә. Оҙаҡ йылдар тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләп коллегалары, ата-әсәләр араһында абруй яулай. Йыр-моңға ғашиҡ, бөхтәлек, таҙалыҡ ярата. Кескәй генә балалар менән эшләүҙән ҙур кинәнес, бөтмәҫ дәрт ала.
Көнөнә нисә тапҡыр кейендереп, сисендереп,йоҡларға һалып, уятып, ашатып, дөрөҫ итеп ултырырға өйрәтеү, балаларҙы аңлау, тәрбиәләү өсөн күпме көс талап ителә. Был эштәр, еңел генә күренгән һымаҡ, ә бының өсөн күпме энергия, балаларға һөйөү, сабырлыҡ, изге күңелле булыу кәрәк! Балалар баҡсаһында үткән иртәлектәрҙә сағыу образдар тыуҙырыу, кәрәк икән йырсы, бейеүсе,әртис тә булаң бит әле. Төрлө конкурстарға тәрбиәселәр менән бергәләп ихлас әҙерләп, ҡатнашып, призлы урындар яулағанда Рәзилә апайҙың да роле ҙур. Тәжрибәле кесе тәрбиәсе үҙе лә район кимәлендә үткән "Хәстәрлекле тәрбиәсе" конкурсы призеры булды. Балаларҙы яратып, улар менән төрлө уйындар ойоштороп, дәртләнеп эшләй Рәзилә Зиннур ҡыҙы.
"Балалар баҡсаһында эшләгән дәүерҙә бик татыу коллектив менән эшләнек. Ҡасандыр бергә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан коллегалар менән дуҫ, татыу, һәр ваҡыт аралашып йәшәйбеҙ"- тип хәтирәләр менән бүлешә Рәзилә Зиннур ҡыҙы. Ысынлап та балалар баҡсаһы коллективы ауылда үткән концерт, ярыштарҙа, кисәләрҙә, йәмғиәт эштәрендә гел әүҙемлектәре менән айырылып торҙолар. Дуҫ, татыу эшләгән коллективҡа ауыл халҡы оло ихтирам менән ҡарай.
Шәхси тормошонда ла бик бәхетле эшлекле ханым. Камил Ҡәҙим улы менән ҡарағайҙай ике ул үҫтереп, һөйкөмлө, уңған килендәр алып, ейән-ейәнсәрҙәр һөйөп бәхетле ғүмер кисерә Ҡоланбаевтар ғаиләһе.
Эштән, тормоштан йәм табып йәшәй белгән зауыҡлы ҡатын-ҡыҙ, талантлы тәрбиәсе, һөйкөмлө ҡатын, уңған хужабикә, туғандарына өҙөлөп торған апай, һеңле, килен, хәстәрлекле әсә булған Рәзилә Зиннур ҡыҙы тик һоҡланыу тыуҙыра.